«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК КЕНӘ ТҮГЕЛ ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘҺЕ ЛӘ ЕТМӘЙ
+  - 


Совет мәктәбендә уҡығандар яҡшы хәтерләйҙер: беҙҙе кеше маймылдан барлыҡҡа килгән, ул фәҡәт хеҙмәт аша кешегә әүерелгән, ике ҡул менән ҡорал тотоп эшләр өсөн аяғына баҫҡан, вертикаль йөрөгәс, яйлап ҡойроғо ҡыҫҡарып, аҙаҡтан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, тип уҡыттылар. Хатта ошо эволюция барышы тураһындағы һүрәт һаман булһа күҙ алдында тора әле. Мәҡәләмде ошолайтып башлап ебәрһәм дә, мин кешенең балсыҡтанмы, ҡабырғананмы барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс ҡорғом килгәндән түгел, ә бөгөнгө балаларға ниндәй тәрбиә биреү хаҡында уйланыуҙарым менән бүлешкем килгәндән ҡулыма ҡәләм алдым.

Тәрбиәсе булмаһам да, йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе мине һәр ваҡыт борсоно. Сөнки һөнәрем буйынса, йәшерен-батырыны юҡ, төрлө йылдарҙа нәҡ ошо тәңгәлдәге "аҡ таптар" менән йыш осраштым. Эшләгән дәүерҙә бик күп үҫмерҙәр менән аралашырға, әңгәмәләшергә тура килә ине. Шуныһына иманым камил: хоҡуҡ боҙоусылар, енәйәт юлына баҫыусылар араһында күберәк имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән, тейешле тәрбиә, иғтибар күрмәгән, буш ваҡытында бер нәмә менән дә шөғөлләнмәгән балалар осрай ине.
Бөгөнгө заман мәктәбендә хеҙмәт дәрестәренә етди иғтибар булмауына, уҡытыу менән тәрбиә эшен айырып ҡарауҙарына ғәжәп итәм. Был нимә, илгә белемле, әммә тәрбиәһеҙ, әҙәпһеҙ, әхлаҡһыҙ, илен, телен һөймәгән, ҡулы бер эш белмәгән кешеләр кәрәк тигәнде аңлатамы?
Минеңсә, бөгөн бигерәк тә йәш быуынға хеҙмәт һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү беренсе урында торорға тейеш. Хеҙмәттә сынығыу алған кеше генә ныҡлы рухлы, көслө ихтыярлы булыуын Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ҡатмарлы йылдар күрһәтте бит инде. Улар бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла бөгөлөп ҡалманы. Ярай, бик яҡшы билдәләргә уҡып та сығыр бала, үҙе теләгән абруйлы уҡыу йортона инеп, белем дә алыр, ти. Әгәр ҙә ул үҙенең тыуған ерен, илен яратмаһа, күберәк эш хаҡы түләгән, еңел йәшәү шарттары вәғәҙә иткән сит илгә сығып китмәҫ тип кем әйтер? Күпме "аҡыл" ситтә бөгөн? Әгәр ҙә уларға белем биреү менән бергә, Тыуған илгә, Ватанға һөйөү тәрбиәләһәк, үҙебеҙҙең геройҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтһәк, телебеҙгә, тарихыбыҙға һаҡсыл һәм ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләһәк, уларҙың күбеһе республикабыҙҙың, илебеҙҙең социаль-иҡтисади ҡеүәтен арттырып, үҙебеҙҙә эшләр ине...
Бөгөнгө сығарылыш уҡыусыларының ҡулына сүкеш тә тота белмәй үҙ аллы тормош юлына сығыуы ҡыҙғаныс. Баланы, тәү сиратта, бындай эшкә ғаиләлә өйрәтергә тейештәр, тип әйтеүселәр булыр. Эйе, дөрөҫ, ата-әсә тәрбиәһен бер нәмә менән дә алмаштырып булмай. Әммә күп атайҙар айлап, яртышар йыллап, хатта йыл буйы балаларын кеше итәм, түләүле булһа ла юғары уҡыу йортона индерәм, тигән изге ниәт менән сит тарафтарҙа бил бөгә. Уларҙың да төп маҡсаты - улын, ҡыҙын белемле итеү, яҡшы эшкә урынлаштырыу. Шулай итеп, ғаиләлә лә тәрбиә мәсьәләһе артҡы планға күсте. Ә бит тормошта, һин ҡайҙа йәшәһәң дә - ауылдамы, ҡалаламы, кем булып эшләһәң дә - етәксеме, ғалиммы, уҡытыусымы, төрлө ваҡыт була, ҡулыңа балта ла, сүкеш тә, бысҡы ла алырға тура килә. Тик ир-егет, бигерәк тә йәштәр араһында ошо сөй ҡағыу, кран йүнәтеү, гардин элеү кеүек ябай ғына көндәлек мәшәҡәттәр ҙә ҙур проблемаға әйләнгән осраҡтар бар. Юҡҡа ғына йәмғиәттә "Муж на час" тигән хеҙмәт барлыҡҡа килмәне. Уның менән башлыса тап үрҙә әйтеп киткән ирҙәре ситтә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡулында эш ҡоралы тота белмәгән ғаилә башлыҡтары ғына ҡулланалыр, тип әйтһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ә һыуы ағып торған кранды бороп ҡуя, гардин, йоҙаҡ ҡуя белгәндәр был йомоштарҙы барыбер үҙе белгәнсә үҙе башҡарасаҡ.
Хеҙмәт тәрбиәһе етмәүе үҫеп килгән быуынды формалаштырыуҙа иң төп йүнәлештәрҙең береһе икәнен иҫбатлаған бик күп миҫал килтерергә мөмкин. Беҙҙең быуын эшләп үҫте. Класта иҙән йыуыу, таҡта һөртөү кеүек бурыстарҙы эшкә лә һанамай торғайныҡ. Хәҙер иһә быларҙың барыһы ла "балалар көсөн ҡулланыу" тип һанала икән дә. Экологик өмәләр, күмәкләп класты йыуыу, йыйыштырыу һымаҡ эштәр үҫмерҙәрҙә коллективлыҡ, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгәнен береһе лә инҡар итмәйҙер. Мин үҙем 5-се класты тамамлаған йылды каникулда беренсе тапҡыр колхоз бесәнен йыйырға сыҡтым. Өс йыл рәттән йәй көнө эшләнем. Был йылдарҙы һағынып иҫкә алам, байтаҡ тормош һабағы алдыҡ беҙ тиҫтерҙәрем менән ошо колхозға бесән әҙерләшкән ваҡытта. Эштән бер кем дә үлмәй, киреһенсә, сыныға ғына.
Бөгөн балалар баҡсаһынан, мәктәптән алып, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡағылышы булған бөтә ойошмалар, белем биреү менән бергә, балаларҙы тормошҡа әҙерләргә тейеш. Йәшерен-батырыны юҡ, яңыса программалар, технологиялар артынан ҡыуып, өҫтәүенә, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләйем тиеп, белем биреү учреждениеларында тәрбиә мәсьәләһе һуңғы осорҙа йылдан-йыл ситкә күсерелә барҙы. Мәғлүм булыуынса, уҡыусылар урта кластарҙан уҡ техник юғары уҡыу йорттарына инергә әҙерләнә башлай. Хеҙмәт һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биргән дәрестәр һанын арттырыуҙы заман үҙе талап итә. Үҫмерҙәргә ниндәй ҡылығы һәм эше өсөн яуап бирергә кәрәклеге тураһында башланғыс кластарҙа уҡ аңлатыу эшен башларға кәрәклеге лә көнүҙәк мәсьәлә. Юғиһә, беҙҙә был йәһәттән тәүге тәжрибәне бала берәй хоҡуҡ боҙғас йәки енәйәт ҡорбаны булғас ҡына ала.
Юғары трибуналарҙан, киләсәк - йәштәр ҡулында, тип әйтергә яратабыҙ. Ә киләсәгебеҙ илен һөйгән, тарихы менән ғорурланған кешеләр булғанда ғына ышаныслы. Шуға күрә уларҙы бөгөндән тәрбиәләргә, әҙәп, әхлаҡ, хеҙмәт тәрбиәһен бирергә кәрәк. Уҡып бөткәс, еңел тормош, оҙон аҡса эҙләп ситкә китмәһен өсөн...

Мират РЫҪҠОЛОВ.
Мәләүез районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 516

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru