«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТОҠ ЭСЕНДӘГЕ БЕСӘЙ" ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ
+  - 


Ҡасандыр, мәктәп йылдарында уҡ дуҫлашып, тора-бара бер-береһен өҙөлөп яратып йөрөгән таныштарымдың өйләнешеүе хаҡында ишетеп ҡыуанғайным. Бер нисә йыл торғас, ғаиләләрендә ығы-зығы башланып, ахырҙа, айырылышыуҙары хаҡында хәбәрҙар булып, уларҙы ныҡ ҡына йәлләнем.

Икеһенең дә фәҡәт ыңғай яҡтарын ғына хәтерләйем. Ҡыҙ - уҡыу алдынғыһы, өлгөлө тәртипле лә ине. Башҡалар менән дә мөләйем мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, төҫкә лә һылыу ғына. Ғөмүмән - яҡшы ҡыҙ. Егет тә алдынғы спортсы, тыныс холоҡло. Бер һүҙ менән әйткәндә - бынамын тигән! "Ир-арыҫлан" тип тә атайҙар ундай егеттәрҙе. Уларҙың шундай "эскерһеҙ мөхәббәт"енә күптәр көнләшеп ҡарай ине. Әммә… уртаҡ балалары ла булыуына ҡарамаҫтан, башҡалашҡандар. Бындай хәл бер кемде лә ғәжәпләндермәҫ, тип уйлайым, сөнки был - хәҙерге тормошобоҙҙа ифрат та ғәҙәти күренеш. Мәҡәләне уҡып ултырған һәр кеше ошоға оҡшаш бихисап миҫал килтерә аласаҡ. Ә ни өсөн "ғәҙәти" икән ул?
Берәүҙәр шунда уҡ әлеге мин әйткән айырылышыусылар тураһында: "Уларҙың ата-әсәһе кемдәр һәм ниндәйерәк кешеләр булған? Бәлки, тоҡомдары әллә ни шәптән булмағандыр?" - тип һораша башлар. Башҡа ауылдарҙан килеп, ҡала мәктәбендә уҡыған әлеге Мөғлифә, Батыр бер-береһенең ата-әсәһен бөтөнләйгә белмәй ине. ЗАГС-ҡа барырҙан бер нисә көн элек кенә таныштырҙылар. Ике яҡтың да ата-әсәһе - яғымлы ҡайны-ҡәйнәләр егеткә лә, ҡыҙға ла тәү күреүҙән оҡшаны. Буласаҡ кейәү менән килен дә ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килде. Икеһе лә һөйөү утында янған йәштәр бер-береһенең ата-әсәһе хаҡында шунан артығын белмәнеләр һәм белергә лә теләмәҫ инеләр.
Икенселәр шундай шиккә төшөр: "Бәлки, ир хәмер менән мауығып киткәндер, йә эшләмәй өйҙә ятҡандыр? Айырылышыуҙарына ошо сәбәпсе булғандыр…" Юҡ. Улай ҙа түгел. Әрме хеҙмәтен тамамлап, "ыздарауай егет" булып ҡайтҡан Батырҙың да, кәләшенең дә эшһөйәрҙәр икәнен беләм. Һәр ҡайһыһы үҙенә ҡулайлы эш табып, ярайһы ғына яҡшы аҡса эшләп, хатта тиҙ арала фатир ҙа алып, яңы тормош башланы улар. Балалары ла тыуҙы.
Өсөнсөләр иһә: "Бәлки ир ситтә "гүляйть" ҡылғандыр, ә кәләш уны көнләшкәндер?" - тиәсәк. Улайҙыр тип тә уйламайым, был хаҡта бер ни ҙә ишетелмәне. Электән белеүемсә, егет ифрат та етди булырға тейешле ине… Бына шулай: икеһе лә яҡшы, әммә, тормоштары емерелгән!
… Мин ошондай хәл-ваҡиғалар тураһында ишеткәндә йыш ҡына, ә бер-береһен алдан бөтөнләйгә тиерлек белмәгән-күрмәгән көйө ғаилә ҡорған боронғо ата-бабаларыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ нисек бергә ғүмер иткәндәр икән, тип уйлана башлайым. Башлыса башҡалар димләүе буйынса ғына танышып, никах кисендә генә осрашҡан егет менән ҡыҙ ирле-ҡатынлы булып, ҡартайғансы, хатта гүргәсә бергә булғандар ҙа баһа. Айырылышыу осраҡтары ла булмаған тиерлек! Әллә күпмешәр бала-саға ла тәрбиәләп үҫтергән-дәр. Бер-береһенә "атаһы", "әсәһе" тип хөрмәтләп өндәшкән бындай парҙарҙың күпселегенең уйына никах емереү тигән нәмә хатта инеп тә сыҡмаған. Әсәйем мәрхүмә һөйләүе буйынса, ирҙән айырылып, атай йортона кире ҡайтҡан осраҡтар әүәле булмаған тиерлек. Булһа ла булғандыр инде, әлбиттә, әммә, әлеге әйтмешләй, был ғәҙәти хәлгә әйләнмәгән! Ҡыҙына "таш булып бат", тип теләк теләп оҙатҡан ата-әсәһе. Һыуға ташланған таштың ҡабаттан йөҙөп сыҡмаҫын һәммәбеҙ яҡшы белә. Тап ана шуға оҡшатырға тырышҡан кеше борон кейәүгә оҙатҡан ҡыҙын. Кейәүҙән айырылып ҡайтыу ғәйәт ҙур хурлыҡҡа һаналған. Ҡыҙҙар-килендәр ҙә был хаҡта бик яҡшы белгән. Ошондай рух бәләкәйҙән өләсәйҙәребеҙҙең ҡанына һеңгән, күрәһең... Тағы кемдер "Был бит бик боронғо замандарҙа ғына булған", тиер. Әммә бөгөнгө көндә лә, хатта минең яҡын таныштарым араһында ла бер-береһен элек белмәгән ҡыҙҙарҙы килен, егеттәрҙе кейәү итеп алып төҙөлгән ғаиләләр күп кенә. Әллә нисәшәр бала үҫтереп, уларҙы уҡытып, бынамын иттереп, бик күптәргә өлгө булып, деү теттереп донъя көтөп ята улар. Бер уйлаһаң, ысынлап та сәйер: бөтөнләйгә белмәгән-күрмәгән кешең менән тиҙ генә таныша һалып, нисек итеп ғүмер буйы бергә йәшәмәк кәрәк? Ә мөхәббәт?.. Йырсыларыбыҙ данлап йырлаған, шағирҙарыбыҙ бөйөктәргә сөйгән "һөйөү" тигән нәмә борон бөтөнләйгә булмағанмы икән әллә? Ғөмүмән, ундай нәмә донъяла бармы? Булған хәлдә, мөхәббәтле никах менән ҡауышҡандарҙың да яртыһынан күбеһе ни өсөн ҡабаттан айырылыша һуң?.. Ысын мөхәббәт, бәлки, ғаилә ҡорғас ҡына тыуалыр?..
Ысынлап та, һигеҙенсе синыфта уҡыған ҡарпыш ҡолаҡлы малай менән бумала баш ҡыҙыҡай араһындағы бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтте нисек атарға? Үҫеп етеп, беләгендә һәм башҡа урындарында көс ташып тороуын тойған егет менән "мине өҙөп ал", тип торған бешкән сейәләй матур йөҙлө, зифа буйлы ҡыҙ араһындағы бер-береһенә ылығыуҙы мөхәббәт тип атап буламы? Шундай ҡайнар тойғо кисереүселәр "мөхәббәт берәү генә була", бәғзеләре хатта "ул - мәңгелек" тип тә ебәрә. Әгәр улай икән, ни өсөн сикһеҙ һөйөү менән янған парҙар ҡауышҡандан һуң бер-береһен яратмай, хатта күралмай башлай? Һуңынан башҡа берәүҙе табып алып, тап элекке һымаҡ уҡ: "Мин тик һине генә яратам, йәнем! Һинән башҡа һөйөр кешем юҡ, ә тегенеһе мауығыу ғына булған..." - тип, ҡасандыр кемгәлер әйткән һүҙҙәрен ҡабатлай. Әммә, оло үкенескә, бына шундай "мөхәббәтле" парҙар, оҙаҡламай бөтөнләй башҡаса "һайраша" башлай: "Былай булырыңды белмәнем, белһәм - эргәңә яҡын да юламаған булыр инем. Мин һине бүтәнсә яратмайым", - тигән һүҙҙәрҙе бер-береһенә әйтешеп, инде "атай, әсәй" тип тәтелдәп торған алтындай балаларын сыр-сыу илатып, айырылышыу яғын яйлай, ысын мөхәббәттең бөтөнләйгә булмауы хаҡында гәп һата. Әле күптән түгел генә "һөйөү утында янған" был парҙы хәҙер "башҡаланып йәшәү хәйерлерәк" тигән уй кимерә. Ә был мәлдә… Ҡасандыр, бәлки, яҡындары аша ғына танышҡан, әлеге әйткәндәй, "димләп ҡауыштырылған" икенсе пар иң беренсе нәүбәттә балаларын хәстәрләп, шул ғәзиздәренә һөйөнөп, көңгөр-ҡаңғыр итеп, артабан донъя көтә. Үҙҙәре төҙөгән ҙур, матур ғына йорттары ла балҡып тора. Танышҡан, ҡауышҡан саҡта "һөйәм" тигән һүҙҙе лә әйтешмәгән был ир менән ҡатын араһында татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрә…
Инаныуымса, бала саҡтан туғандары, ата-әсәһе, башҡа кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу рухында тәрбиәләнеп үҫкән егет, ҡыҙ ҙа, бер-береһе менән ҡауышҡандан һуң үҙҙәрен ана шундай тормошҡа көйләй. "Өйләнештең икән, хәләл ефетеңдең һәр бер яҡшы яғын ыңғай баһалап, ниндәйҙер кире яғын күрмәҫкә тырышып, уға мөмкин тиклем ярарға ынтылып йәшәргә кәрәк", тигән инаныуҙа булған был пар ғүмер буйы бергә йәшәйәсәк! Йәшлектең тиҙ генә үтеп китерен, ғүмерҙең берәү генә икәнен яҡшы аңлаған бындай кешеләр үҙҙәренең балаларын да тап ана шундай рухта тәрбиәләйәсәктәренә иманым камил.
Әлеге "былай булырыңды белмәнем…" тип әйтергә яратыусыларға ошондай һорау бирге килә: "Ә кемдең ниндәй булырын, йәғни алдағыны Алланан башҡа тағы кем белә?" "Мөхәббәтле" никах ҡораһыңмы, әллә димләшеп өйләнешәһеңме, йә, урыҫтар әйтмешләй "по расчету" тигән ысул менән ҡауышаһыңмы - барыбыҙ ҙа (егет тә, ҡыҙ ҙа) "тоҡ эсендәге бесәй"ҙе алған кеше хәлендәбеҙ ҙә баһа. Беҙҙең яҡта әйтмешләй, "кешенең эсен ярап ҡарап булмай". Тик үҙең, балаларың бәхетле булһын тиһәң, ғаилә ҡорғас та бер-береңде еңеп алыу тигән уй бер ҡасан да башыңа килергә тейеш түгел. Ир - үҙенең, ә ҡатын кеше үҙ урынын белеп, тыныс ҡына йәшәп алып китеү хәйерлерәк. Бер-берең алдында булырға тейешле яуаплылыҡ тойғоһо иң тәүге планға сығырға тейеш…
Әйткәндәй, үҙем табип кеше булараҡ, ҡайсаҡ ғаилә тормошон хирургик операция барышы менән дә сағыштырам. Унда һәр кем үҙ эшен яҡшы белә. Операция яһаусы хирург, уның ассистенты, операция туташының һәр хәрәкәте теге йәки был операцияға ярашлы, гармоник рәүештә атҡарыла. Береһе лә үҙ фунцияһын икенсегә йөкмәтергә тырышмай. Хирург ҡулын һүҙыуы була, сестра уға кәрәк инструментты шунда уҡ тоттора һала. Ә ассистент, операция яраһын кәрәгенсә киңәйтеп, пациенттың эсәк һәм башҡа ағзаларын тотошоп, операция яһаусыға яҡшыраҡ күренһен өсөн, тейешенсә яҡҡа шылдырып, уның эшен еңелләштереп тора. Хирургтың энә менән үткәргән ебен етеҙ генә хәрәкәттәр менән эләктерә һалып, уны шунда уҡ бәйләп тә ҡуя. "Һин шулайт, һин былайт", тигән һүҙҙәр ҙә булмай хатта улар араһында. Ситтән ҡарап торған кешеләргә бәғзе ваҡыт был өсәү уйнап торған һымаҡ ҡына тойола. Шул арала хирург бер-ике шаян һүҙ ҙә ҡыҫтырып ебәрергә өлгөрә әле… …Шулай ҙа, башта иҫкә алған Батыр менән Мөғлифәгә матур йәшәү өсөн нимә етешмәгәнлеген үҙем дә аныҡ ҡына итеп аңлай алманым. Тормош юлдары ифрат та ҡатмарлы шул…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 885

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru