«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ - БАШҠОРТТАР!
+  - 

Бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың ошо юлдары бөгөн ысын мәғәнәһендә милләтте асылына ҡайтарыусы оран булып яңғырай. Әйтерһең дә, йылдар аша шағир һәр беребеҙҙең күңеленә рух һалырға тырыша. Ысынлап та ошо бер юлға күпме ҡөҙрәт, көс һәм рух һеңгән һәм шулай тип ҡабатлаған һайын иңдәр турайып, умыртҡа бағанаһы нығынып, тындар иркенәйеп киткәндәй, ошо юлдар халҡыбыҙ тағы ла быуаттарҙан-быуаттарға данлы, шанлы, даланлы исемен дауам итһен өсөн нимәлер эшләргә этәргәндәй.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең беренсел профсоюз ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырған "Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар!" фәнни-белем биреү интернет-платформаһы проекты ла үҙенә мөһим һәм яуаплы бурыстар алған. Улар Башҡортостанда тыуып, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында бай мәғлүмәт, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм бөгөнгөһө хаҡында рухлы яҙмалар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, фольклоры, этнографияһы, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн видео-дәрестәр, башҡорт милли уйын ҡоралдары, биҙәүестәре һәм башҡа милли йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, арҙаҡлы шәхестәр менән онлайн осрашыуҙар тәҡдим итә. Әммә бөгөнгө мәғлүмәт быуатында иң мөһим ресурс булып нимә тора? Дөрөҫ, мәғлүмәт яҙыусылар, уны таратыусылар һәм уҡыусылар.
Ошоно күҙ уңында тотоп марттың һуңғы көнөндә юғары уҡыу йортонда республиканың милли баҫмалары баш мөхәррирҙәре һәм сит илдәрҙәге башҡорт диаспоралары вәкилдәре менән онлайн-осрашыу ойошторолдо. Сараны асып, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов интернет-платформаның эше менән таныштырып үтте, эшләнгән эштәргә байҡау яһаны. Артабан Й. Баласағун исемендәге Ҡырғыҙ милли университеты профессоры, филология фәндәре докторы, дәүләт телдәре буйынса проректор Садиҡ Тиллебаев сәләмләү һүҙҙәре менән бер рәттән, интернет-портал эшен ҡыҙыҡһынып күҙәтеүе, башҡорт теле буйынса онлайн-лекцияларҙы тыңлауы һәм телдәрҙең бик яҡын булыуы, уны бигерәк тә милли аш-һыу атамаларының бер төрлө булыуы аптыратыуын белдерҙе. "Ватандаш", "Аҡбуҙат", "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел" журналдары, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррирҙәренең сығышы сарала ҡатнашыусы Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Силәбе өлкәһе вәкилдәренең сығышы менән аралашып барҙы.
Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостан менән бәйләнештәре һәм эш тәжрибәһе тураһында һөйләне, үҙ төбәктәрендә башҡорт теле һәм мәҙәниәтен пропагандалау, республика гәзит-журналдары битендә илдәр араһындағы хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡты сағылдырған мәҡәләләрҙе күрергә, Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға теләүҙәрен белдерҙе. Бөгөн Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә башҡорт телен өйрәтеү һәм уҡытыу курстары ойошторола, эшләй. Ҡасандыр үҙе БДПУ-ла белем алып, бөгөн Ҡаҙағстанда эшләп йөрөгән Мерей Кубжан башҡорттарға башҡорт телен өйрәтеүе тураһында һөйләне. Әйткәндәй, проектты тормошҡа ашырыуҙа Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркиәнең гуманитар вуздары партнер булып тора.
Заман менән бергә атлап, башҡорт телен һәм башҡорттар тураһында мәғлүмәтте юғары технологиялар ярҙамында таратыу, башҡорт телен донъя кимәленә сығарыу йүнәлешендә яңы форматта эш башлаған проектҡа уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 502

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru