«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒЫҘ БАҪМАЛАРҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БАР ӘЛЕ
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында сираттағы "Матбуғат фестивале" үтте. Форумда студенттар республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты һәм йәнле аралашыу барышында был өлкәгә ҡағылған мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

Форумда дүрт айырым майҙансыҡ эшләне. Студенттар һәм саҡырылған ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған түңәрәк ҡорҙар эшендә ҡатнашты. "Башҡортса матбуғат" тигән ҡорҙа республиканың алдынғы матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистары милли баҫмаларҙың торошо, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләре тураһында әңгәмәләште. Әлбиттә, бөгөн төп проблемаларҙың береһе юғары квалификациялы йәш кадрҙар әҙерләү, уларҙы лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү, редакцияларҙа заманса эш төрҙәренә - интернет селтәрендә эшләргә өйрәнеү. Был йәһәттән БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты редакциялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләүҙе дауам итергә ниәтләй. Ә шулай ҙа бөгөн һәр яҡлап мәғлүмәт ишелеп торғанда кешене уйларға, фекер төйнәргә, ишеткән-белгән яңылыҡты аңлы рәүештә ҡабул итергә этәргес булған аналитик журналистиканы үҫтереү зарур һәм был турала осрашыуҙа журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай бик урынлы телгә алды. Форумды асыу тантанаһында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов та (фотола) донъя илдәрендә электрон сығанаҡтарҙы күп ҡулланыуҙан ялҡып, ҡағыҙ баҫмаларға өҫтөнлөк биреүселәр арта барыуы, әммә беҙҙә әле, киреһенсә, кешеләр "цифраға китеүе" тураһында һөйләне. Тимәк, интернеттағы сығанаҡтар менән эшләргә өйрәнеү беренсе урынға ҡуйылһа ла, киләсәкте күҙаллап, баҫма матбуғатты ла тотороҡло эшләтеү кәрәк. Был инде журналистарҙан бер юлы әллә нисә төр һөнәр үҙләштереүҙе талап итә. "Мин системалы эшләргә саҡырам, сөнки беҙҙең айырым башҡарылған яҡшы эш тәжрибәләре бар, шуларҙы берләштерергә кәрәк. Юғары белемле, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған кадрҙар әҙерләү өсөн был мөһим. Йәштәргә килгәндә, эш хаҡының кимәле һеҙҙең белем кимәленә бәйле булыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Уңышлы кеше булырға теләһәгеҙ, етди әҙерләнегеҙ, уҡығыҙ, камиллашығыҙ", - тине Марат Ғәзизов. Шулай итеп, "Матбуғат фестивале" ошо көндәрҙә уҙғарыласаҡ "Медиайыйын" милли киң мәғлүмәт саралары форумы алдынан журналистика өлкәһендәге актуаль мәсьәләләрҙе барларға ярҙам иткән сара булды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 341

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru