«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КАЛЕНДАРҘА БАШҠОРТ АТЫ КӨНӨ БУЛҺЫН!
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт аты көнөн булдырыу тураһындағы тәҡдимен мин ҡуш ҡуллап хуплайым.

Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әйтеүенсә, аттарҙың халыҡ селекцияһы юлы менән сығарылған башҡорт тоҡомо хәүеф аҫтында. Был фекер менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, беҙҙең башҡорт атын итен күберәк алыу маҡсатында ауыр кәүҙәле аттар менән аяуһыҙ ҡушыуҙары һөҙөмтәһе аяныслы булыуы ихтимал. Артабан да шулай барһа, башҡорт атының исеме тарихта ғына ҡаласағына шигем юҡ. Башҡа тоҡом аттар менән ҡушыу сәбәпле, тиҙҙән уларҙың үҙенсәлекле сифаттары юғаласаҡ.
Башҡорт аты - башҡорт донъяһының уникаль күренеше ул. Уларҙың йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөп, үҙенә аҙыҡ табып көн итеүе, ысын мәғәнәһендә, мөғжизә бит. Башҡа тоҡомло аттарҙан айырып торған сифаттары бик күп уларҙың. Мәҫәлән, йәйен бик беленмәһә лә, ҡышҡа табан улар аҙ ғына бөҙрәләнеп торған оҙон йөн менән ҡаплана. Тап ошо үҙенсәлеге, йәғни бөҙрәләнеп торған оҙон йөн башҡорт атының иң төп билдәләренең береһе тип танылған. Әммә һуңғы ваҡытта уны күрмәҫкә, айырмаҫҡа тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Ә бит тарихтан билдәле тағы бик күп ҡылыҡтары бар башҡорт атының. Борон-борондан Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән һыналған ул, һыуыҡты ла, эҫене лә яҡшы үткәргән. Ҡапыл борола алыу һәләте, етеҙлеге хәрби походтарҙа, яуҙа, һуғышта юғары баһаланыуы ла билдәле. Был ҡыйыу, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан һәм тоғро малҡайҙар өйрәтеүгә лә тиҙ бирелгән.
Бөгөн ҡайһы бер башҡорт тоҡомло тип йөрөтөлгән йылҡы малын ҡулға өйрәтеүе бик ауыр, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар, сөнки башҡа тоҡомға ҡушыу юлы менән сығарылған аттарҙың тышҡы ҡиәфәте генә уға оҡшарға мөмкин. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы, ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, киң тура арҡалы булһа ла, холҡо икенсе тоҡомдоҡон алыуы бик ихтимал.
Март башында социаль селтәрҙәрҙә, республика райондарының береһендә тибендә йөрөгән башҡорт аттарының бер нисәһе һыуыҡта туңды, тигән хәбәр таралғайны. Был хәбәргә, мәҫәлән, мин ышанманым: башҡорт аты һыуыҡ елгә бирешмәй ул. Моғайын, башҡа тоҡомло атты ҡушыу юлы менән алынған йылҡы малы булғандыр. Башҡорт аты хужаһын тыңлай, шуға ла арба егеп, йөк ташыуға ла, һыбай йөрөүгә лә тиҙ өйрәнә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йылҡысылыҡты, шул иҫәптән башҡорт атын үҫтереүгә, һаҡлауға иғтибар бирелә башланы. Был бик ваҡытлы, тип уйлайым. Сөнки бөгөн башҡорт атын юҡҡа сығарырға маташыусыларҙан бигерәк, уны үҙҙәренеке тип раҫларға тырышҡандар ҙа бар. Йәнәһе лә, тап ошо ҙур башлы, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы, ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, киң тура арҡалы, күндәм холҡло аттар бер ҡасан да башҡорттоҡо булмаған... Ҡымыҙҙы ла милли эсемлек булараҡ үҙҙәренә "кәлепләргә" генә торғандар ҙа юҡ түгел. Рәсәйҙә ҡымыҙ эсеп дауаланыу өсөн шифаханалар XIX быуатта беренсе булып башҡорт ерҙәрендә асыла башлауы, Толстой, Чехов, Аксаков кеүек билдәле урыҫ классиктарының унда дауаланыуы тураһындағы яҙмаларын бер нисек тә тарих биттәренән һыҙып ташлап булмай.
Бына ошондай "рейдерҙарса ҡул һуҙыусы"ларҙан яҡлау өсөн дә кәрәк Башҡорт аты көнөн булдырыу. Ошондай иҫтәлекле көн булдырылһа, уның сиктәрендә йылҡысылар өсөн башҡорт атын яҡлауға, һаҡлауға, үҫтереүгә арналған семинарҙар, төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар, йылҡысылыҡ аҙыҡтары һатылған күргәҙмә-йәрминкәләр ҙә ойошторолоп, матур бер байрамға әйләндереп булыр ине.

Закир ВӘЛИТОВ.
Көйөргәҙе районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru