«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҠИҠӘТ БЕР НИСӘҮ БУЛМАЙ,
+  - 



йәки Ни өсөн мин тарихи әҫәрҙәргә һаҡсыл ҡараштамын?

Быйылғы йылды "Башҡорт тарихы йылы" тип иғлан иттеләр. Һөнәре буйынса тарихтан бөтөнләйгә алыҫ торған кешегә лә үткән хәлдәрҙе белергә ынтылыусанлыҡ хастыр ул. Тарихсы булмаһам да, ошо хаҡта бер аҙ фәлсәфәләп алырға булдым әле (табип булараҡ, үҙем фәҡәт "ауырыу тарихы"н яҙыу менән генә булышҡаным бар).

Тарих тигән төшөнсә, тәү ҡарауға, һис бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел һымаҡ. Ул - үткән ваҡыт. Борон-борон замандамы ул, ярты-бер быуат тирәһе элекме, хатта былтырғы ғынамы… Халҡыбыҙҙа "Үткән эштән - төш яҡшы" тигән әйтем дә йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, үткән эштәрҙе, йәғни тарихыбыҙҙы мөмкин тиклем тәрәнерәк өйрәнеп, уны хәтерҙә тотоп, ҡасандыр ебәргән хаталарыбыҙ хаҡында фекерләп, киләсәктә ана шул етешһеҙлектәребеҙҙән ҡотолоу сараларын күреп йәшәргә тейешбеҙ, тип һанағандар бер мин генә түгелдер. Тик тарихсыларыбыҙ беҙгә үткәндәрҙе һәр саҡ дөрөҫ кенә итеп еткерһен ине, тигән теләк бар.
Элек, мин мәктәптә уҡыған осорҙа, тарих дәресен бөтә Союз балалары уҡыған программа буйынса ғына үттек. Ә башҡорт халҡының үткәнен башлыса яҙыусыларыбыҙ яҙған хикәйәләр, әҙәби китаптар аша ғына белә инек (өйҙә үҙаллы ғына "Башҡорт АССР-ы тарихы" тип аталған китапты уҡығаным бар, әммә ундай айырым дәрес булғанын хәтерләмәйем). Бихисап халыҡты берләштергән СССР тип аталған ғәйәт ҙур бер дәүләттә йәшәнек бит инде. Тарих дәресе дүртенсе синыфтан башланғаны хәтеремдә. "СССР тарихы" тип атала ине ул предмет. Унан киләһе йылына "Боронғо донъя тарихы", артабан - "Урта быуаттар тарихы", бер аҙҙан - "Яңы тарих", хатта "Иң яңы тарих" (Новейшая история) тигән дәрестәр ҙә булды. "Яңы" тигәндәй, һуңғы дәүерҙе сағылдырған өсөн дә уны шулай тип атағандарҙыр. Әммә беҙгәсә алып килеп еткерелгән ҡайһы бер тарихи ваҡиғалар хаҡында уйлана башлаһаң, был һүҙ үткәндәргә өр-яңы күҙлектән сығып, тарихты яңыртып яҙыуҙы күҙ уңында тотҡан һымағыраҡ тойола башлай. Ни өсөн?
Әле һуңғы бер быуат эсендә булған хәлдәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Уларҙы төрлөсә баһалау ғына түгел, ана шул осорҙағы күп кенә тарихи ваҡиғаларҙы ҡабаттан яҙып, хатта уларҙы ҡапма-ҡаршы сүрәттә күрһәтеү осраҡтарының шаһиты булдыҡ бит инде беҙ. Бөгөнгө көндә Ҡушма Штаттар, Европа илдәре сәйәсмәндәре тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы тарихын (улар уны "Икенсе бөтә донъя һуғышы" йә иһә "Билдәһеҙ һуғыш" тип кенә лә атай), уның асылын ысын мәғәнәһендә үҙгәртергә маташыуҙар хаҡында йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатыуҙар тигенгә түгел. Гитлер Германияһын тар-мар итеүҙәге беҙҙең илебеҙҙең төп ролен түбәнәйтергә тырышҡандар күп. Совет ғәскәрҙәре тарафынан ғәйәт ҙур юғалтыуҙар аша фашизмдан азат ителгән күп кенә илдәрҙең (Балтик буйы дәүләттәре, Польша, Көнбайыш Украина) сәйәсмәндәре үҙҙәренең хәҙерге тарихсыларын ана шуға көйләй. Беҙҙе "баҫып алыусылар" тип атарға ла тартынмайҙар. Куйбышев хәрби медицина факультетында уҡыған осорҙа беҙҙең менән әлеге Украинаның көнбайыш райондарынан килгән курсанттар ҙа бар ине. Башҡаларға һауалы ҡарашы, үҙҙәрен "әллә кем" итеп тотоуҙары, хатта һөйләшеүҙәре менән көнсығыш украиндарынан ныҡ айырылып тора ине улар. Был егеттәрҙең тел төбөнән фашистик Германияға ҡарата бер аҙ ғына ихтирам тойғоһо ла һиҙелеп ҡала ине. Һуғыш мәлендә оккупацияланған ерҙәрҙәге немецтар урынлаштырған тәртип уларға оҡшай ҙа ине, буғай… Ҡайһы берәүҙәренең фашистар тарафынан язалап үлтерелгән комсомолка Зоя Космодемьянскаяға кире ҡарашта булыуын күреп тә аптырағайным. Йәнәһе лә, урындағы күп кенә кешеләрҙең үлеменә немецтарҙың ат һарайын үртәүсе Зоя сәбәпсе булып торған. Шул ҡыҙ арҡаһында тиҫтәләгән ауыл халҡын атып, өйҙәрен яндырып, немецтар тыныс халыҡтан үс алған… Украина, Балтик буйы неофашистарының һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе лә уларҙың әлеге хөкүмәтенең быға күҙ йомоп ҡарауынан, хатта ниндәйҙер кимәлдә уларҙы хуплауынандыр ҙа. Тыңлауһыҙ бала һымаҡ, әле булһа "ут менән шаярыуҙарын" ҡуймайҙар. Бына ошо илдәрҙең сәйәсмәндәре Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы тарихты үҙгәртеп яҙырға, хатта фашистарҙың ҡара эштәрен аҡларға маташыуы бик күптәрҙе тыныс ҡына ҡалдырмай, әлбиттә.
Донъя йөҙөндә ғәйәт ҙур урын алып торған илебеҙ тарихы хаҡында айырыуса ныҡ уйландыра. Әлеге Көнбайышта ғына түгел, үҙебеҙҙә лә, сәйәси ҡоролоштоң ниндәй булыуына ҡарап, тарихыбыҙ әленән-әле "яңырып" тороуын танымаһаҡ, ғәҙел булмаҫ. Беҙ бала саҡтағы китаптарҙа "халыҡтарҙы иҙеүсе" батшаны шартлатырға маташҡан Софья Перовская, Александр Ульяновтар хаҡында "ябай халыҡ бәхете өсөн йәнен биргән ялҡынлы революционерҙар" тип яҙалар ине. Ә инде туҡһанынсы йылдар башында илебеҙҙә "үҙгәртеп ҡороу", "демократия", "плюрализм" тигән нәмәләр тыуып киткәс, уларҙы "террорсылар" тип атай башланылар. Ә беҙ, совет кешеләре, "ҡан эсеүсе" Николайҙы ҡолатыуҙы үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың атҡарған иң бөйөк эше тип һанап йөрөй торғайныҡ. Әммә батшаның, уның ғаиләһенең, хатта әле балиғ булмаған малайының да большевиктар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелеп, шахта төбөнә ташланғаны хаҡында ишеткәс, был күптәребеҙҙең башына тимер таяҡ менән һуҡҡандай булды бит! Үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендәге киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡтағы "ташҡа баҫылған" хәбәрҙе уҡығас та, илдәге миллионлаған халыҡ күп нәмәгә үҙенең элекке ҡарашын ҡапма-ҡаршы юҫыҡҡа йүнәлтте. Барыбыҙҙың да күңеленә "ер йөҙөндәге иң бөйөк кеше" булып инеп оялаған Ленин бабайға ла ана шул йылдары йөрәктәребеҙҙе тиҙ генә һыуындырҙылар. Илебеҙҙәге яңы сәйәсәт беҙгә әлеге тарихты өр-яңынан яҙып бирҙе.
Күптәрҙең, бәлки, хәтерендәлер, Бөтә Союз пионер ойошмаһы герой-пионер Павлик Морозов исемен йөрөтә торғайны. Коллективлаштырыу осоронда Совет власынан күпмелер игенен йәшереп алып ҡалған кулак олатаһын - "халыҡ дошманын" фашлап, шулар тарафынан үлтерелгән был үҫмерҙән һәммәбеҙ ҙә үрнәк алырға тырыштыҡ. Ә инде әлеге туҡһанынсы йылдарҙа ул беҙҙең күҙ алдыбыҙға "ғаиләһен астан үлтермәү ниәте менән бер-нисә тоҡ иген йәшереп алып ҡалған өсөн, властарға ошаҡлап, олатаһын һәләк иткән малай" булып килеп баҫа. Бына ошондай осраҡтарҙа, әле булһа, дөрөҫлөк ҡайҙа икәнен аңлап етеп булмай. Һәммәбеҙ ҙә элек-электән: "Ташҡа баҫылған, йәғни китапта яҙылған икән, тимәк, - был хәҡиҡәт", - тигән инаныуҙа булдыҡ бит инде. Хәҡиҡәт бер-нисәү булмай ҙа ул… Ябай халыҡ ҡайһыныһына ышанырға тейеш? Ышандыҡ, әлбиттә, ышанмаған ҡайҙа! Бөйөк партиябыҙ "һайт" тигәнгә беҙ һәр саҡ "тайт" тиеп кенә торҙоҡ…
Батшаны тәхетенән бәреп төшөрөүгә, илдә Совет власын урынлаштырыуға, шул мәлдәге юлбашсыларыбыҙға, большевиктарға, Ҡыҙыл ғәскәребеҙгә дан йырлап үҫтек. Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичты "ҡәһәрле аҡ бандиттар" үлтергән, тип яҙғастары, беҙ ҙә шундай инаныуҙа булдыҡ. Ә инде әлеге үҙгәртеп ҡороуҙар мәле тыуғас, уның аҡтар түгел, ә ҡасандыр үҙебеҙ данлап, күккә сөйгән ҡыҙылдар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелеүе хаҡында белеп тетрәндек (бала саҡта шулай ҙа, Бабичты ҡыҙылдар үлтергән, уны хатта ат ҡойроғона тағып, урам буйлап һөйрәтеп алып йөрөгәндәр, имеш, тип, бабайҙарҙың быш-быш ҡына һөйләшкеләгәнен ишетеп ҡалғаным булды. Әммә, әлеге әйтмешләй, "ташҡа яҙылмағас", быға бөтөнләйгә ышанмай инем. Хатта "ҡыҙылдар улай ҡанһыҙ булмаған", тип, ҡарттар менән йәнтәслем бәхәсләшеү теләге лә булды).
Үткән быуаттың утыҙынсы йылдарындағы бөтә Рәсәй, шул иҫәптән, Башҡортостаныбыҙҙағы меңәрләгән золом ҡорбандарын тетрәнеп иҫкә алабыҙ. "Халыҡтар атаһы" Сталиндың вафатынан алда күпселек уларҙы, ысынлап та, "халыҡ дошманы" тип һанаған да баһа! Шул осоро нахаҡҡа хөкөм ителгән бихисап яҙыусыларыбыҙ араһында булған Һәҙиә Дәүләтшинаны, төрмәнән сыҡҡас (илленсе йылдар башында), матбуғат тирәһенә яҡынлатмағандар. "Дошман" мөһөрө баҫылған шундай әҙиптәребеҙ хаҡында мәғлүмәт сараларында ул саҡта ни яҙғанын төрлөсә фаразларға ғына ҡала… Ә бит шул мәлдәге халыҡ та, нәҡ беҙҙең һымаҡ уҡ, ташҡа баҫылған һәр нәмәгә ышаныусан булған! Быныһы ла беҙҙең тарихыбыҙ. Ун етенсе йылда барлыҡҡа килгән яңы революцион хөкүмәт, партия етәкселәре һәр төрлө ысулдар менән халҡыбыҙҙың динебеҙгә булған ҡарашын да ҡырҡа кире яҡҡа йүнәлтеүгә, әллә нисә быуын кешеләренең йөрәген "иман" тип аталған иң ҡиммәт нәмәнән тайпылдырыуға сәбәпсе булған. Ошо хәлде мин ана шул осорҙоң иң аяныслыһы тип һанайым. Быуаттар буйы хаҡ диндә булған халҡыбыҙ вәкилдәренең тиҙ генә арала шайтан хөсөтөнә бирелеп, манараларын бысып ташлап, мәсеттәрҙе клубтарға әйләндереүҙәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әммә былар ҙа - булған хәл бит! Нисәмә тиҫтәләгән йылдар ауыл-ҡалаларыбыҙ Аллаһ йорттарынан - мәсеттәрҙән мәхрүм булып торҙо. Оло бәхеткә, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән, әлеге үҙгәртеп ҡороу башланып, ошо тарафта ҡасандыр ебәргән оло хатабыҙҙы танып, әкренләп кенә булһа ла халҡыбыҙ хәҡиҡәткә - элекке асылыбыҙға ҡайта башланы. Бөгөнгө көн динебеҙ тарихын, уның асылын дөрөҫ сағылдырыу, уны хаҡ сығанаҡтарҙан өйрәнеү - үҙе бер айырым мөһим мәсьәлә…
Хеҙмәт иткән осоромда бер хирург коллегамдың: "Ауырыу тарихын яҙғанда, башымдың бер яртыһы пациентымдың хәле хаҡында уйлаһа, икенсе яртыһы иптәш прокурорҙы иҫкә төшөрөп тора",- тип әйткәнен хәтерләйем. Йәғни, ауырыу тарихын тултырған ваҡытта ла аҙ ғына хата ебәреүҙән дә һаҡлана хирург халҡы. Ил тарихын яҙған кешеләрҙе башлыса үҙенең намыҫы "контролләргә" тейештер, тип һанайым. Иллә мәгәр, кемдеңдер ризаһыҙлығынан шикләнә йә, киреһенсә, унан хуплау өмөт итә икән, әлеге "кемгә" яраҡлаштырып төҙөлгән тарих, ниндәйҙер кимәлдә хәҡиҡәттән ситкә тайпылып, ахырҙа, ҙур тиражлап "ташҡа" баҫылып сығыуы ла ихтимал… Шуға күрә лә һуңғы осорҙар, теге йәки был тарихи әҫәрҙе уҡығанда, уға ифрат та һаҡ ҡарарға тырышам. Ҡасандыр булған бер ҡатлы ғына бала, үҫмер, хатта йәш сағым үтеп киткән бит инде хәҙер. Бына ошо хаҡта фекерләп алдым әле мин. Ә һеҙ ниндәйерәк уйҙаһығыҙ?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 355

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru