«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫҠ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында Ыҡ буйы башҡорттары ырыуҙары йыйыны үтте. Ыҡ башҡорттары башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай. Туймазы районында Әйле, Йылан, Ҡаңлы, Ҡатай, Ҡобау, Ҡырғыҙ, Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәй. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин белдереүенсә, "Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары ниндәйҙер уйлап сығарылған термин түгел. Был - тарихи факт. Үҙ ваҡытында, XV-XVI быуаттарҙа, улар Башҡортостандың көнсығыш райондарынан ошо ерҙәргә күсеп ултыра. Шуға күрә урындағы топонимияла көнсығыш башҡорт ырыуҙарының атамалары осрай".

Сара сиктәрендә ҡаланың 1-се гимназияһы алдында Рәсәй Федерацияһы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст асылды. Тантанала урындағы халыҡ, ветерандар, Туймазы районы хакимиәте етәкселәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың вице-спикеры, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты. Бюсты асыу хоҡуғы Эльвира Айытҡоловаға һәм Туймазы районының Ветерандар советы рәйесе Нурулла Биксуровҡа бирелде. "Бөгөнгө ваҡиға - ҙур өлгө, - тине үҙенең сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы. - Башҡа райондар өсөн өлгө, сөнки белем биреү ойошмаһы территорияһында Герой исемен мәңгеләштереү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Һеҙ ҙур эш башҡарғанһығыҙ. Был бюсты Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында асыу ҙа оло мәғәнәгә эйә. Ҙур илебеҙҙең, Башҡортостан Республикаһының исемдәре мәңгеләштерелмәгән данлы батырҙары бик күп икәнен беләбеҙ, һәм уларҙың исемен архивтарҙа эшләгәндән һуң мәңгеләштереү зарур. Шулай уҡ һәр райондың, һәр ауылдың ғорурланырлыҡ, улар өлгөһөндә үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләрлек үҙ геройы бар".
Гимназия легендар комдивҡа бюст асыу ғына түгел, уның исемендәге музей ҙа ойошторған. Белем биреү учреждениеһы директоры Румиль Әйүпов белдереүенсә, улар Хәтер вахтаһы булдырған һәм эҙәрмәндәр отрядтары менән бергә шайморатовсылар алышҡан урындарға сыға. Музейҙа ошо экспедициялар барышында табылған экспонаттар ҙа урын алған. Гимназияла ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында "Шаймуратовцы - воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии" исемле китаптың исем туйы ла үтте. Уның барышында йыйынтыҡты әҙерләп баҫтырыуҙа ярҙам күрһәткән шайморатовсылар вариҫтарына һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды, китап бүләк ителде.
Шулай уҡ Туймазы районында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булған был үҙәк ҡаланың "Родина" мәҙәниәт һарайында урынлашҡан. Ойошманың баш белгесе итеп башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ижад итеүсе рок-башҡарыусы, "Без башkортлар" хәрәкәте активисы Альберт Исмаил тәғәйенләнде. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең эш йүнәлештәренең береһе булып Ыҡ йылғаһы буйы башҡорттары тарихын өйрәнеү торасаҡ. Ырыу съезы башҡорт этно-ихатаһы, "Родина" мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды. Артабан делегаттарға "Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙарының барлыҡҡа килеүе" театрлаштырылған тамашаһы тәҡдим ителде. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин "Ыҡ йылғаһы ырыуҙарының тарихы һәм үҙенсәлеге" доклады менән сығыш яһаны. Филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевтарҙың сығышын йыйылыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр Рафаэль Ситдиҡов, Марат Ғәйнетдинов, Гөлфиә Хәмәтшина, Әнәс Сафуанов, Таһир Насибуллин, Гөлнар Сабирова Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының тарихы тураһында үҙҙәренең сығышын тәҡдим итте. Пленар ултырыш һуңында Ыҡ буйы ырыуҙары советына ағзалар билдәләнде, уның рәйесе итеп Альберт Исмаил һайланды.
Иҫәп буйынса ун беренсе йыйын булған Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары ҡоро ла алдағылары кеүек үҙ маҡсатына өлгәште, халыҡты дәртләндерҙе, сәмләндерҙе, бер күскә тупланы, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Шәрифә САЛАУАТОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 377

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru