«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘКТӘ ЛӘ БЕҘҘЕҢ МАЙҘАН БУЛҺЫН "АРТ-ҠОРОЛТАЙ"
+  - 


14 майҙа Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан мәҙәниәте тормошона айырым бер дәүер башы булып инер "Арт-Ҡоролтай-2021" сараһы үтте. Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барған пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары Ольга Казакова, Ольга Ярилова, Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, CIOFF президенты Филипп Боссан, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. "Артабан ҡайҙа табан йүнәлеш алыу һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында фекер алышыу өсөн бөгөн беҙ йылына бер тапҡыр Башҡортостанда, тап Өфөлә, төрлө дәүләттәр һәм Рәсәй субъекттары вәкилдәре менән осрашыу йолаһына нигеҙ һалабыҙ", - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шулай итеп, беҙҙә өр-яңы башҡорт мәҙәниәте форумы асылды. Форумдың атамаһы бик уңышлы, ҡолаҡҡа ятышлы икәнен күптәр билдәләне. Ул һуңғы осорҙа йәнләнеп киткән мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын барлап, бөтә ил алдына теҙеп ҡуйҙы һәм бынан һуң да беҙ ошо яулаған үрҙәрҙе, алға алған маҡсаттарҙы дауам итергә тейешбеҙ, тигән төп лозунг менән һуғарылды.
Уның сиктәрендә ойошторолған бер нисә форсайт-сессияларҙа ҡатнашыусы белгестәр мәҙәни донъябыҙға һәр яҡлап байҡау-ҡараш ташланы. Улар бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендәге алдынғы эш пландары, яңы һәм элекке ысулдарҙы уңышлы файҙаланырға өйрәнеү тураһында фекер алышты. Был мәҙәни йыйын-форум бынан һуң йыл һайын уҙғарыла торған ғәмәли майҙан, мәҙәниәт өлкәһендәге иң хәл иткес аҙымдарҙы, үҙгәреш-үҫеш тәртибен тотоусы ҡарарҙарҙы бергәләп ҡабул итеү һәм бойомға ашырыу юлдарын күрһәтеү үҙәге буласаҡ, тип билдәләнде. Унда профессиональ оҫталыҡ серҙәре, иң уңышлы практик асыштар һәм ижади эксперименттар иғтибар үҙәгенә ҡуйыласаҡ. Форум эшендә профессиональ спикерҙар, сәнғәт маһирҙары, хөкүмәт органдары вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эше белгестәре һәм мәҙәни үҫеш менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешеләр ҡатнаша аласаҡ.



Быйылғы Арт-Ҡоролтай июлдә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланды. Был тарихи ваҡиғаға 50 көн ҡала. Ошо сәғәт һуғыуын сағылдырған арт-объект асылып, был иҫтәлекле мәлде Бөтә донъя фольклориадаһының илсеһе, тигән юғары дәрәжәгә лайыҡ булған билдәле йырсы, рус халыҡ ижадын үҫтереүгә бөтә көсөн һалған һәм был йәһәттән күптәргә өлгө булған Надежда Бабкина етәкселегендәге концерт сәләмләне.
Форсайт-сессияларҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге әҙерләгәне "Төбәктәр тәжрибәһе. Матди булмаған мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү" тип аталды. Үҙәктең генераль директоры Артур Әлибәков йыйынға үҙенең бик күп фекерҙәштәрен һәм коллегаларын саҡырғайны. В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй Халыҡ ижады йорто етәксеһе Тамара Пуртова "Арт-Ҡоролтай" эшенә уңыштар юраны һәм: "Бары тик һәр бер халыҡты һәм уның мәҙәниәтен һаҡлап ҡына бөтә Рәсәйҙең йөҙөн һәм рухын ҡотҡарып буласаҡ", - тип бик хаҡлы билдәләне.
"Арт-Ҡоролтай" Бөтә донъя Фольклориадаһының ойоштороу комитеты менән дә тығыҙ бәйләнештә булыуын аңғартты. Испаниянан килгән Филипп Боссан әфәнде - был ваҡ мәшәҡәтле оло форумды етәкләүсе. Арымай-талмай һәр йыл һайын илдәр һәм ҡитғалар буйлап мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыусы үҙәктәрҙе тоташтырып йөрөй ул. Боссан әфәнде Фольклориада йыйынына килергә тейешле илленән ашыу илдең делегациялары, уларҙың әҙерлеге - һәммәһен дә бәйнә-бәйнә һөйөнсөләп, таныштырып үтте.
Артур Әлибәковтың телмәре иһә халыҡ ижады оҫталары сығышы менән аралаш барҙы. Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан оло сәсәниәбеҙ Хәнифә Әүбәкирова сығышы уның боронғоса "тәритләү", "туҡырлап бейеү", "һамаҡлап әйтеү" кеүек жанрҙар ҡатнашмаһынан торған уникаль фольклор күренеше булып яңғыраны. Уның саялығына, оҫталығына, үҙ-үҙен һис аямай, һаман да төҫ ташламай, тауыш һалмай халыҡ ижадын пропагандалауға арнауына һоҡланып бөткөһөҙ.
Халыҡ ижады үҙәге директорының сығышын "Урал батыр" эпосынан өҙөк башҡарыусы Илһам Байбулдин күтәреп ебәрҙе. Илһам - Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленең гран-при бүләген яулап, бөтә ил алдында аҡ кейеҙгә баҫҡан халыҡ сәсәне. Оло исемдәр яулаған уникаль башҡарыусы, ҡурайсы, өҙләүсе, думбырасы, йыраусы. Уның ҡунаҡтар алдында күкрәккә һалып өҙләп, иртәк-эпос моңон сығарыуына бик рәхмәтле булынды.
Рәйес Низаметдинов та арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Ҡурайсы, бейеүсе һәм бейеү һалыусы, ҡумыҙсы егетебеҙ әлеге көндә башҡорт милли кейемдәре буйынса ла бик ентекле эш алып бара. Ул ҡатнашыусылар иғтибарына үҙе теккән баш кейемдәрен тәҡдим итте, шунан башҡорт ҡурайын үләндән яһап, уйнап күрһәтте, ағас шпондан эшләнгән өлгөләр хаҡында бәйән итте. Артабан форум ҡунаҡтарына һүҙ бирелде. Силәбе өлкә халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Оксана Громова һүҙ алды. Был яҡтарҙа бүленеп ҡалған башҡорт ерҙәрендә йәшәгән ырыуҙарҙың, милләттәштәребеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙә тотҡан урыны ни хәтле мөһим, тәрән йөкмәткеле һәм кисекмәҫтән һаҡлауға-яҡлауға мохтаж икәнен беләбеҙ. Шуға күрә был ҡунаҡтың сығышында беҙҙең милләттәштәр, ҡан ҡәрҙәштәрҙең быуаттар буйы һаҡлаған мираҫы, уларҙы өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тураһында ишетергә теләп, бөтә зал тын ҡалды... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше төбәктәрҙән килгән етәкселәр үҙҙәренең тарихи аҫаба ерҙәрендә йәшәп ятыусы халҡыбыҙҙың һаман да үҙ милли төҫөн, ауыҙ-тел ижады, эпик мираҫы, кейем һәм көнкүреш ҡаҙаныштарын һаҡлап килеүе хаҡында бер кәлимә лә һүҙ әйтмәне. Ә бит иң тәүҙә ошо хаҡта ишетергә теләк бар ине. Әммә... Беҙҙең башҡорт мәҙәни мираҫы бары тик беҙҙең үҙебеҙгә генә кәрәк, ә тарихи ватаныбыҙҙың бөтә байлығына хужа булған төбәк етәкселәре бындай мираҫҡа бөтөнләй күҙ йома икәне тағы бер тапҡыр раҫланды.
Ҡыҫҡаһы, "Арт-Ҡоролтай" эше башланды, ваҡыт сәғәте телдәре Фольклориада көндәренә яҡыная. Ләкин форумдың эше киләсәктә бик күп буласаҡ әле. Уның уй-ниәттәре, эш пландары бик тәрән, һәр беребеҙҙең тормошона, йәшәү принциптарына, гражданлыҡ бурыстарына ла барып тоташа. Ҡағыҙҙа һәм хыялда ғына ҡалмаһын "Арт-Ҡоролтай". Ул беҙҙеке һәм беҙҙең яңы яҡты юл, эшлекле, рухлы, булдыҡлы майҙан булып торһон. Алдағы көндә бөтә Башҡортостан һәм Рәсәй халҡын яңы мәҙәни асыштар, төплө һәм файҙалы ҡарарҙар, ентекле эш уңыштары менән ҡыуандырырға яҙһын.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 376

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru