Миңә 85 йәш, шулай булһа ла күп йылдар инде"Киске Өфө"нән айырыла алмайым: шәп гәзит! Әле бына уның 15-се һанында Хәлил Һөйөндөковтың "Һыуһаҡ" бабай кем ул, йәки Диуаналарға мәрхәмәтле булайыҡ!" тигән мәҡәләһен уҡығас, үҙемдең бала сағым иҫкә төшөп китте.
Беҙҙең Ишбулды ауылында ла (Йылайыр районы) шул бабай йөрөнө бит ул. Минең иҫләүемсә, был Бөйөк Ватан һуғышы башланған йыл ҡыш булды. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә ине, Йылайыр йылғаһы буйында ултыра, бер генә урамдан торҙо. Атайҙар, ағайҙар һуғышҡа китеп бөткәйне. Ауылда төп көс булып ике ҡарт та, үҫмерҙәр генә ҡалды. Ана шул үҫмерҙәрҙең икәүһе (уларға ни бары 10-11 йәш булғандыр) бер көн ике ҡанатлы бәләкәй кәшәүәй санаға бесән түшәп, шунда бер бабайҙы ултыртып, урам буйлап һөйрәп йөрөнөләр. Был бабай санала китеп барғанында бер туҡтамай "Һыуһаҡ, һыуһаҡ, һыуһаҡ!" тип ҡабатлап барҙы. Ашарына булған кешеләр уны өйҙәренә индереп, сәй эсереп сығарҙылар. Әсәйем мәрхүмә лә самауырын ҡуйып, бутҡа бешерҙе, ҡурмас ҡурҙы. Уның: "Сауап булыр, Хызыр Ильястыр был, бәлки",- тип һөйләнгәне иҫемдә. Бабайҙы һыйлап, малайҙарға ҡурмас биреп сығырҙы әсәйем.
Был, әйтеүемсә, һуғыш башланған ғына йыл булғандыр, тием, сөнки кешелә ризыҡ бар ине әле. Һуғыштың ҡалған йылдары аслыҡ көслө булды бит, ул саҡ кешелә, бәлки, был бабай ҡайғыһы ла булмаҫ ине. Бабайҙың кейеме хас та гәзиттә һүрәтләнгәнсә ине. Теүәтәйе өҫтөнән кейгән ҡама бүреге бигерәк тә иҫтә ҡалған. Әсәйем һөйләүенсә, беҙҙә уны ҡорайыш тиҙәр, бындай бүректе хәлле кешеләр генә кейгән. Кәпәстең сите ҡиммәтле тире менән ҡаймаланған ине. Өҫтөндәге бишмәте иҫкерәк, йыртылған ерҙәре бар. Биленә кәзә ҡылынан һуғылған шарф быуған. Ә бына аяҡ кейеме иҫемдә ҡалмаған. "Һыуһаҡ" бабайҙы санала һөйрәп йөрөткән үҫмерҙәр һуғыштан һуң әлеге көндә Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, ә ул ваҡытта фронтовик балаларын уҡытҡан өлкә башҡорт интернат-мәктәбен тамамлап, институт бөтөрөп, диплом алғас, ауылыбыҙға эшкә ҡайттылар. Уларҙың береһе - Игликов Әмир Ғатау улы булып, икенсеһе Нәҙерғолов Айытбай Хөсәйен улы ине. Әмир ағай 30 йыл буйы совхоз директоры булып, ә Айытбай ағай тәүҙә уҡытыусы, аҙаҡ партком секретары булып эшләнеләр. Әлеге көндә улар, үкенескә күрә, беҙҙең менән юҡ инде... Теге саҡ "Һыуһаҡ" бабай уларға фатиха биргән: "Ҙурайғас, уҡып сығып, икегеҙ ҙә түрә булырһығыҙ?" - тигән, тиҙәр. Әсәйемә лә бит рәхмәттәрен уҡып: "Оҙаҡ йәшәрһең, үҙ көсөң менән донъя көтөп торорһоң",- тигән һәм шулай булып сыҡты ла. "Һыуһаҡ" бабай әллә күрәҙәсе булдымы икән, тип уйлайым мин хәҙер йыш ҡына.
Шәмсинур НӘҘЕРҒОЛОВА.
Йылыйыр районы Юлдыбай ауылы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА