«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
+  - 

Байрамдарға бай майҙың был аҙнаһында уҡыусы балалар тормошондағы иң күркәм ваҡиғаларҙың береһе - Һуңғы ҡыңғырау байрамы уҙҙы. Ул белем усаҡтарында бөтә эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторолдо.

Быйыл Башҡортостандың ҡала һәм райондарында барлығы 18 651 ун беренсе синыф уҡыусыһы һәм 42 243 туғыҙынсылар мәктәп тамамланы. Улар өсөн быйыл да "Яҙғы бал" кеүек күп кешеләр ҡатнашлығындағы дөйөм саралар ойошторолманы. Хатта һуңғы ҡыңғырау сыңын ишетеп, балаһын тәбрикләү форсаты ла тик коронавирустан вакцина эшләтеүе тураһында йәки антиматдәләре барлығын раҫлаған белешмәләре булған ата-әсәләргә генә татыны. Әммә һәр белем усағы ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары өсөн матур байрам кәйефе тыуҙырырға тырышты һәм күптәр сараларҙы мәктәп эргәһендәге асыҡ һауала үткәрҙе.
Өфөлә лә балалар үҙҙәре әҙерләгән йыр-бейеү, шиғри күстәнәстәрҙән торған күркәм тамашалар төш уҙғансы тирә-яҡҡа яңғырап ишетелеп торҙо. Баш ҡаланың 10 меңдән ашыу 9-сы һәм 5 меңдән ашыу 11-се синыф уҡыусылары өсөн генә түгел, быларҙы күрмәһә лә ишетеп торған баш ҡала халҡының да күңеленә тәьҫир итмәй ҡалманы бай йөкмәткеле был тантаналар. Кемдәр ситтән генә булһа ла ҡарап, балаларҙың елкенеп вальс бейеүен, моңло йырҙар, аһәңле шиғырҙар башҡарыуын күҙәтте. Ә уҡыусылар үҙҙәре был байрамды тулҡынланып көтөп алыуы, уны үткәрмәй ҡуймаһындар тип борсолоуы хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында быйыл барлығы 119 сығарылыш уҡыусыһы, шуларҙың 74-е - ун беренселәр. Ә бына М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында улар - 52 кеше. Баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында 82 уҡыусы 9-сы синыфты, 79-ы ун беренсене, ә Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында 111 бала туғыҙынсыны һәм 34 уҡыусы ун беренсене тамамлаған. Әйткәндәй, Өфөләге 162-се "Смарт" полилингваль күп профилле мәктәп быйыл тәүге 68 "ҡошсоғон" үҙаллы тормошҡа оҙатты, уларҙың 34-е - 11-се синыфтар.
Бына шулай күркәм саралар бер көн эсендә гөрләп үтеп тә китте. Хәҙер туғыҙынсыларға Төп дәүләт имтиханын, ә 11-се синыфты тамамлаусыларға Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыраһы ҡалды. Әйткәндәй, һуңғыһы быйыл 31 майҙан 2 июлгә тиклем белемен тик юғары уҡыу йорттарында дауам итергә теләүселәр өсөн генә үткәрелә, башҡалар математика һәм рус теленән дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырасаҡ. Быйыл Башҡортостанда йәмғеһе 19 347 кеше БДИ тапшыра, шуларҙың 17 814-е быйылғы сығарылыш уҡыусылары, 184-е колледж студенттары, 9-ы унынсы синыф уҡыусыһы. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл рус телен һайлаусылар иң күбе - 18 455 кеше, профиль математиканы 11 165 һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙе 6 920 уҡыусы һайлаған.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 745

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru