Бөрйән районының Әбделмәмбәт, халыҡса әйткәндә, Ҡыпсаҡ ауылы спортсылары тураһында республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә йыш ишетеп торабыҙ. Уларҙың еңеүҙәре май айында ғына ла бер-нисәү булып китте.
Мәҫәлән, әле күптән түгел генә Курск ҡалаһында уҡыусылар араһында уҙған физкультура-олимпиадаһында Батырша Боҫҡонов ҡатнашҡан. Уға тиклем был егет республика кимәлендәге олимпиадала ла призер булған. Күптән түгел генә грэпплинг буйынса Башҡортостан кубогына уҙғарылған көс һынашыуҙа Гүзәл Сәйфетдинова беренселек яулаған. Унда ҡатнашҡан Илсиә Әхмәтова менән Батырйән Хурманшин да уңышлы сығыш яһаған. Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатында панкратион буйынса көсөн һынап ҡараған Иштуған Шәмиғолов та һынатмаған һәм ошо көндәрҙә, йәғни 22 майҙа ғына ул Ҡаҙан ҡалаһындағы Халыҡ-ара турнирҙа грэпплинг көрәш төрө буйынса 4-се урынға сыҡҡан. Ошо уҡ айҙа гер күтәреү буйынса республика беренселегендә район командаһында сығыш яһаған Әбделмәмбәт ҡыҙҙары гел призлы урындарҙы яулай. Шулай уҡ еңел атлетика буйынса уҙған район кимәлендәге ярышта ла был ауыл балалары абруйлы икенсе урынды эләктереп ҡайта.
- Беҙҙең ауыл халҡы борон-борондан рухлы, көрәшсе, яугир булыуы менән дан тотҡан. Ошо тәбиғи үҙенсәлектәре уларға спорт уйындарында ла яҡшы булышлыҡ итә. Мәктәп уҡыусылары электән дә спортта көслө булды һәм бөгөн беҙҙә тотош ауыл сәләмәтлек яҡлы, - тип һөйләй Әбделмәмбәт мәктәбенең данлыҡлы физкультура уҡытыусыһы Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов. - Йәштәрҙе аҙнаһына өс тапҡыр тренерыбыҙ Абдулҡадир Нурғәлин Белорет ҡалаһынан килеп шөғөлләндерә. Ул Иҫке Собханғол һәм Әбделмәмбәт ауылдарындағы "Яугир" көрәш үҙәге етәксеһе лә. Унан тыш, үҙебеҙҙәге Нур Усманов менән Иштуған Шәмиғолов быға тиклем дә эш алып барҙы һәм әле лә бик әүҙемдәр. Стадиондың, спорт залының бер генә көн буш торғаны ла юҡ. Ҡыш буйына саңғысыларҙың төп командаһында ғына 25 бала туҡтауһыҙ зона һәм республика бәйгеләрендә призлы урындарҙы яулап килде. Ҡиммәтле спорт кейемдәрен дә, саңғыларҙы ла уларға ата-әсәләре алды, балаларҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ йөрөттөк, ярыштарға әҙерләнек. Халыҡ шундай аңлы, алдынғы ҡарашлы беҙҙә...
Әбделмәмбәт ауылында йәштәр генә түгел, 60-70 йәшлек саңғысылар ҙа, йүгереүселәр ҙә, гер күтәреүселәр ҙә бар икән. Бында иртәле-кисле йүгереп йөрөүселәр, башҡа спорт төрҙәрендә күнекмәләр үтеүселәр берәүҙе лә аптыратмай. Бәләкәйҙәр - йәштәрҙән, йәштәр ололарҙан үрнәк алып йәшәйҙәр шулай.
- Республика Башлығы беҙҙең спортсы ауылға иркен спорт залы вәғәҙә иткәйне, шуны сабырлыҡ менән көтәбеҙ, булырына ышанабыҙ һәм ул ваҡытта тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, көслө спортсылар тәрбиәләп сығарырбыҙ, - тип тамамлай һүҙен Зиннур Боҫҡонов. Әлеге ваҡытта улар Волга буйы федераль округының (ПФО) Рәсәй ярыштарына әҙерләнә. Уңыштар теләп ҡалабыҙ Бөрйәндең батыр ул-ҡыҙҙарына!
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|