«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУЛ УҢЫШ АЛЫРҒА ТЕЛӘҺӘГЕҘ...
+  - 

Йәшелсә, емеш-еләк ағастары һәм ҡыуаҡтарын үҫтереү, уларҙан мул уңыш алыу һауа торошонан, ваҡытында һыу һибеп, утап тороуҙан тыш, фәнни ҡараш та талап итә. Баҡсасылар июндә ниндәй эштәрҙе мотлаҡ башҡарырға тейеш? Ошо һорау менән һәүәҫкәр баҡсасы Рәшиҙә Арыҫланбәковаға мөрәжәғәт иттек.

- Эйе, дөрөҫ, сәскән, ултыртҡан йәшелсәләрҙән, емеш ағастарынан мул уңыш алыу баҡсасынан уңғанлыҡ ҡына түгел, ә баҡсасылыҡ тураһында белем һәм тәжрибә лә талап итә. Бына, мәҫәлән, күптәр май айында ҡыҙыу-ҡыҙыу эшләп, барыһын ултыртып бөтә лә, июндә бөтөнләй дилбегәһен бушата. Тап ошо ваҡытта сүп үләндәре, уныһынан да бигерәк төрлө ҡорт-фәлән баҫып ала башлай. Шуға күрә, ултыртып бөттөм дә, эш бөттө тип, артыҡ үҙегеҙгә ял бирергә ярамай. Өҫтәүенә йылы һәм дым тиҙ генә төрлө инфекция сығанағы булған микроорганизмдар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Шуның өсөн ваҡытында тейешле саралар күреү мөһим.
Әгәр яҙ көнө емеш ҡыуаҡтарындағы туңған, һынған ботаҡтарҙы ҡырҡырға форсатығыҙ булмаһа, иң ҡулай мәл етте. Йәш үҫентеләрен ҡалдырып, ҡороғандарын киҫеп алығыҙ. Уларҙы күбәйтергә уйлаһағыҙ, сыбыҡса ялғап үҫтерегеҙ, был ысул емеш ҡыуағын үрсетеүҙең иң ябайы.
Ҡурай еләге 1 метр бейеклеккә етһә, ботаҡланып үҫһен өсөн осон ҡырҡырға онотмағыҙ. Шулай иткәндә, ул август буйы емеш бирә ала, еләге лә эрерәк була. Шулай уҡ тиреҫ менән ашлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Уны 1 квадрат метрға 2-3 килограм нисбәтендә һалығыҙ. Сабылған йәки йолҡонған сүп үләне лә - бына тигән ашлама. Ҡурай еләге ҡоролоҡто ла, артыҡ дымды ла яратмай. Һыу күп булһа, ул серей, бәҫәрә башлай. Унан ҡотолоу өсөн ҡыуаҡ тирәләй көл һибегеҙ, ә япрағын Фитоспорин, Циркон менән эшкәртегеҙ.
Июндә ҡырау булыуы ла мөмкин. Шуға күрә һыуыҡ төндө ҡаршы алырға әҙер булығыҙ. Йыш ҡына баҡсасылар йәшелсә үрсетмәләрен генә ҡаплай, ғәмәлдә, емеш ҡыуаҡтары ла һыуыҡҡа бирешеүсән. Яба торған материалдарығыҙ етмәһә, һалҡын һыу һибегеҙ, был алым да ҡыуаҡтарҙы ҡырауҙан һаҡлай.
Шулай уҡ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә онотмағыҙ. Алма, груша, ҡарағат, крыжовниктарығыҙҙы ентекләп ҡарағыҙ: үрмәксе ауы, йомарланған япраҡтар, төрлө бөжәктәр йомортҡалары юҡмы? Булһа, таҙартығыҙ. Бәшмәк ауырыуын иҫкәртеү өсөн ағас-ҡыуаҡтарҙы 1 процентлы бор шыйыҡсаһы менән эшкәртегеҙ.
Йәш баҡсасыларҙың иғтибарын тағы шуға йәлеп иткем килә: йәй башында ағас-ҡыуаҡтарға мотлаҡ һыу һибергә кәрәк. Һибер алдынан төбөн йомшартығыҙ, мульча һалығыҙ. Был процедуралар шулай уҡ сүп үләне үҫеүенән, ерҙең ныҡ кибеүенән дә һаҡлай. Емеш ҡыуаҡтарына һәм ағастарына сәскә атҡан ваҡытта айырыуса һыу күп кәрәк. Шулай уҡ еләктәре эреләнгән мәлдә лә һыу һибергә онотмағыҙ.
Прививкаға ла етди иғтибар бирергә кәрәк. Әгәр яҙ көнө эшләнгән булһа, хәҙер уны дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Ҡыуаҡты ентекләп ҡарағыҙ, үҫеп китә алмағандарын алып ташлағыҙ, юғиһә, үҫемлектең көсөн алып ултырасаҡ. Прививка урынынан аҫтараҡ барлыҡҡа килгән үҫентеләрҙе ҡырҡып алығыҙ. Йәш үренде йәки шытым тиҙ оҙонайып китһә, осон семтеп өҙөп алығыҙ. Прививкаға бәйле июндә тағы бер проблема булыуы ихтимал. Бәйләгән йәки беркеткән урын тиҙ үҫһә йәки йыуанайһа, ҡалынайған урынға тиклем ҡайырын киҫегеҙ, ә прививка урынын пленка менән бәйләгеҙ.
Был эштәрҙең бер ниндәй ауырлығы юҡ. Барыһын да бер системаға һалып башҡарырға ғына кәрәк. Бер өйрәнеп алһаң, хатта төрлө эксперименттар эшләге килә. Иң мөһиме, мәлде ҡулдан ысҡындырмағыҙ, сөнки йыл да тиерлек емеш ағастары, ҡыуаҡтар бер үк ваҡытта сәскәгә тумалана, уны ҡоя, емешләнә. Үҙегеҙсә баҡсасы календары алып барһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 588

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru