Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ҺАУМЫ, ҺАУМЫ, ӘКИӘТ!
|
Ошо көндәрҙә Өфөнөң И. Якутов исемендәге паркында кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн күркәм байрам сараһы - "Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Бала күңелендә туған телгә, халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләгән, рухын байытҡан конкурс быйыл Бөтә донъя фольклориадаһына бағышланды.
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы бынан теүәл 12 йыл элек ҡала башҡорттарын кескәйҙән туған телен белеп үҫергә дәртләндереү, башҡорт мәғариф учреждениеларында эш һөҙөмтәһен сағылдырыр ижади майҙансыҡ булдырыу маҡсатында баш ҡаланың вайымлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән барлыҡҡа килгәйне. Тәүге йылдарҙан уҡ ул ысын мәғәнәһендә башҡорт теле байрамына әүерелде - балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары төрлө халыҡтар әкиәттәрен саф башҡортса башҡара ине. Бына хәҙер, ярыш төбәк-ара кимәлгә күтәрелгәс, ойоштороусылар һәр кемгә үҙ туған телендә әкиәт һөйләү, уны сәхнәләштереү форсатын биргән. Шуға быйыл балалар башҡорт теленән башҡа, Рәсәй халыҡтарының башҡа телдәрендә сығыш яһаған. Баһалама ағзалары барлығы 347 видеояҙма ҡараған. Конкурста Башҡортостандан ғына түгел, оло илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә балалар "Яңғыҙ башҡарыусылар", "Әкиәтте сәхнәләштереү", "Мультипликацион һәм анимацион фильм" номинацияларында ихлас ҡатнашҡан.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Әбйәлил районы Амангилде ауылы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әзизә Даушева шағирә Гүзәл Ситдиҡованың "Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ" тигән шиғри әкиәтен бик оҫта һөйләп, Гран-при яуланы. Ә бына мәктәп уҡыусылары араһында ошо уҡ наградаға Өфөнөң 28-се коррекцион мәктәп-интернатынан Анна Гусева лайыҡ булды. "Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында Федоровка районы Федоровка ауылының "Ҡыңғырау" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Шишмә районы Әлкә ауылынан Р. Абзалов исемендәге мәктәп уҡыусылары еңеүсе тип табылды. Улар тамашаны рус телендә ҡуйҙы. Йәнһүрәттәр төшөрөү оҫталығы буйынса номинацияла беренсе урынды Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Ләйлә Сынбулатова (етәксеһе Н. Йәнтүрина) алды. Ҡыҙыҡай икенсе класта уҡый, ул аппликация, пластилин ҡулланып, урыҫ халыҡ әкиәте "Тирмәкәй" йәнһүрәтен эшләгән.
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" төбәк-ара конкурсында Өфө ҡалаһының мәғариф учреждениелары ла һынатманы. Баш ҡала балалары башҡортса әкиәттәр һөйләп ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Шуларҙың береһе Өфөнөң 282-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Зөлхизә Юлдашбаева. Ул "Эш табылды" башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп, беренсе урын яуланы. "Зөлхизә ҡыҙым "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Тәүҙә район, һуңынан ҡала кимәлендә лә беренсе урындарҙы яулағайны, әле Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бөтә ғәм алдында бүләкләнеп, осоноп ҡайтты. Балаларҙың күңелдәрен үҫтергән ойоштороусыларға ла, 282-се балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Гөлгөнә Ниғмәтоваға ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ ҙа ошо балалар баҡсаһына йөрөй. Дүрт йәшлек Зөлхизә бында эшләп килгән башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнә, кесебеҙ Заһиҙә дөйөм төркөмдә. Шуныһы яҡшы: башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре балалар баҡсаһының барлыҡ сараларында ла башҡорт милли кейемен кейеп, башҡортса йырлап-бейеп, шиғырҙар һөйләп ҡатнаша. Бынан тыш, балаларҙы башҡорт мөхитенә ылыҡтырыу өсөн "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы кеүек сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуҙарын хуплап ҡына торабыҙ", - тине еңеүсе ҡыҙҙың атаһы Илмир Юлдашбаев. Әйткәндәй, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының ҡала этабында Гран-приға лайыҡ булған Өфөнөң 75-се "Аҡбуҙат" Башҡорт балалар баҡсаһынан 5 йәшлек Алтынай Хәлилова был юлы "Мультипликацион һәм анимацион фильм" номинацияһында беренсе урын яуланы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы паркта махсус майҙансыҡта балаларға башҡорт милли кейемендә фотоға төшөү, "Телемде яратам, башҡортса һөйләшәм!" флешмобында ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙе, төрлө уйындар һәм викториналар ойошторҙо. Ошонда уҡ ойошма эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы ағзалары белем биреү усаҡтарында туған телде өйрәнеүгә ғаризалар яҙыу тәртибе тураһында ла аңлатыу эше алып барҙы.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 448
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|