Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ТЫРЫШҠАНДЫ УҢЫШ, ЕҢЕҮ, БАҺАЛАУ КӨТӘ
|
Мәктәп уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙы дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әле республикала имтиханын 100 балға тапшырған 84 уҡыусы булыуы билдәле. Шул иҫәптән Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлназ Ишемғужина ике предмет - рус теле һәм химия буйынса иң юғары баһаға өлгәшкән. Уның синыфташы Гөлназ Байғужина география фәненән, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан Юлиә Хәлилова рус теле буйынса шулай уҡ 100 балл йыйған.
Ә беҙ ике фәнде берҙәй яҡшы белгән Гөлназ Ишемғужина менән һөйләшеп алдыҡ. Ул Бөрйән районы ҡыҙы, 7-се синыфҡа тиклем Иҫке Монасип ауылы мәктәбендә уҡыған. Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ул үҙен тик "бишле"гә өлгәшеүсе аҡыллы, тырыш уҡыусы итеп таныта. Белем усағында ғына түгел, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө олимпиадаларҙа ла еңеүҙәр яулай. Мәҫәлән, 9-сы синыфта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһының еңеүсеһе була, быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты олимпиадаһында, Башҡорт дәүләт медицина университетының химия һәм биология предметтары буйынса олимпиадаларында беренсе урындарҙы яулай.
- Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләндем, гимназияла уҡытыусылар менән дә, үҙаллы ла күп шөғөлләндем. Үҙемә марафондар ойоштора торғайным: йә ай дауамында 100 мәсьәләне сисергә, йә көн һайын инша яҙырға маҡсат ҡуям, - тип һөйләй Гөлназ. - Химия фәне бик күптән ҡыҙыҡһындыра, шуға уның буйынса юғары һөҙөмтәгә өлгәшеремдә шик юҡ ине, ә бына рус теленә быйыл 11-се класҡа килгәс кенә ныҡлап иғтибар бүлә башланым. Түләүһеҙ курстар үттем, быға тиклем белгәндәремде ҡабатлап сыҡтым. Шулай уҡ биология буйынса ла имтихан тапшырҙым, әлегә һөҙөмтәләрен көтәм. Теүәл фәндәрҙән төндәр буйы йоҡламай әҙерләнеп, иртәнсәк дәрестәргә барыуы ауырлаша башлағас, көнөмдөң һәр сәғәтен планлаштырыуҙы ғәҙәт итеп алдым. Ваҡытында йоҡларға ятып, ваҡытында тороп, бер минутты ла бушҡа уҙғармаҫҡа тырыштым. Шул да миңә 100 балл йыйырға ярҙам иткәндер. Химия буйынса уҡытыусым Гөлнара Рамаҙанова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Зифа Искәндәроваға оло рәхмәтемде белдерәм. Әлбиттә, атай-әсәйем минең өсөн төп терәк булды. Атайым Рәмил Рәхимйән улы шәхси эшҡыуар, әсәйем Лилиә Самат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Беҙ ғаиләлә өс бала, ағайҙарым да атайыбыҙҙың юлын ҡыуалар. Ә мин, билдәле инде, киләсәктә табип һөнәрен үҙләштереү теләге менән янам. Аныҡлап әйткәндә, теш табибы булырға хыялланам һәм әлегә И.М. Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты менән Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарымды тапшырырға ниәтләйем. Ҡайҙа уҡырға инеп китермен, белмәйем. Шулай ҙа Башҡортостанда ҡалырмын ул.
Берҙәм дәүләт имтиханына килгәндә, ул уҡыусының яуаплылыҡ кимәлен һынай, ә белем кимәлен тулыһынса тикшерә алмай, - тип дауам итте Гөлназ. - Әммә һиңә белгән һорауҙар эләкһен өсөн дә тырышып әҙерләнергә кәрәк. Ихтыярлы, сыҙамлы булырға һәм шул уҡ ваҡытта артыҡ көйәләнмәү ҙә мөһим. Ваҡыты-ваҡыты менән уҡыуҙан баш күтәреп, яратҡан шөғөлөңә иғтибар бүлергә лә онотмаҫҡа кәрәк. Мин бейейем, еңел атлетика менән шөғөлләнәм, тегеү менән ҡыҙыҡһынам, "Йәншишмә" гәзите һәм "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһемен дә. Ҡайһы бер тиҫтерҙәрем имтихан һөҙөмтәләрен бик ауыр кисерә. Шулай ҙа 11-се класс тамамлар алдынан был имтихандарҙы тапшырасаҡты аңлайһың һәм үҙеңде ҡулға алаһың. Юғары белем алыу ҡыҙыҡһындырмай икән, был имтихандар талап ителмәгән һөнәрҙәрҙе үҙләштереү ҙә бер ҙә насар түгел: һәр кемдең ҡулынан килгән, күңеле ятҡан шөғөлө була...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ә беҙ ошо көндәрҙә мәктәп ҡыңғырауы сыңын һуңғы тапҡыр тыңлаған республиканың 19 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыларына аҡ юлдар теләйбеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ниндәй булһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһендәр ине, тибеҙ. Сөнки "тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тип юҡҡа ғына әйтелмәгән.
Сәриә АРИПОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 314
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|