«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БИТЛЕК КЕЙЕП ЙОҠЛАРҒАМЫ?
+  - 


Май, июнь айҙарында һауа торошо беҙҙе былай ҙа ҡыуандырманы, өҫтәүенә, Өфө халҡы тап ошо мәлдәрҙә һулар һауаға интегеп, зар-интизар булды. Һауа инһен өсөн тәҙрәләрҙе асыр хәл дә юҡ: өйгә һаҫыҡ, зәһәр еҫ тула, химиямы был, канализация "хушбуйымы" - эт белә. Рәсми органдарҙан был хаҡта бер ниндәй белдереү-фәлән дә булманы тәү осор. Яман еҫ айырыуса Өфөнөң төньяҡ биҫтәһе Черниковкала, унан ҡала бөтөн райондарҙан да түбәнерәк уйһыулыҡта ятҡан Сипайловола ныҡ беленде: көкөрт ҡатышмаһына тартым, шул уҡ ваҡытта әсе төтөн һөрөмөн хәтерләткән һауанан ҡасыр урын юҡ, тәҙрәләрҙе шыплап ябып ҡуйырға тура килә.

Ярай, был бер йә ни бары ике-өс көн генә барһа, ә бит хәҙер бындай хәл ике ай буйына дауам итә. Һауаның бысраныуына тәүҙә Яңы Черкассы сүп-сар полигонындағы янғын сәбәпсе тип аңлатылһа, Өфөнөң ҡайһы бер сәнәғәт предприятиелары ла ошо янғын төтөнөнә "ышыҡланып", үҙ эштәрен башҡара башланы, буғай, сөнки ябай сүп-сар, пластмасса, башҡа төрлө ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары янған еҫте заводтарҙан сығарып ташланған химик берләшмәләр еҫенән айырырға була. Бының өсөн "спец" булыу ҙа кәрәкмәй - Өфөлә бындай шарттарҙа тәүге көн йәшәмәйбеҙ һәм ҡаланың эре сәнәғәт предприятиелары, нефть заводтары, йылылыҡ-энергетика компаниялары бүлеп сығарған еҫтәрҙе һуларға ла, танырға ла өйрәнеп бөткәнбеҙ инде күптән. Был тағы шунан да күренә: сүп-сар янғыны көнө буйы быҫҡып ятһа ла, ул әллә ни артыҡ һиҙелмәй, ә әлеге заводтар еҫе айырыуса кис һәм төн ялға ҡаршы - шәмбе-йәкшәмбе көндәре көсәйә. Был ваҡыттарҙа көндөҙ һауала "эленеп торған" томан һәм һөрөм болотон (смог) күрмәү мөмкин түгел.
Ҡайһы бер әсе теллеләр, химик еҫтәрҙең кис, төн һәм ял көндәренә тап килеүен ҙур чиновниктарҙың Өфөнән ситтә, тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан коттедждарына ялға ҡайтып китеүҙәрен файҙаланып эшләнә, тип тә төрттөрөп алғыланы. Шулаймы-түгелме, ләкин саф һауаға интегеүсе әлеге райондар халҡы май айынан бирле ялыу артынан ялыу яуҙырһа ла, байтаҡ ваҡыт был мәсьәләгә иғтибар биреп еткерелмәне. Ниһайәт, икенсе ай буйы дауам иткән был хәл буйынса БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы әйләнә-тирә мөхитте бысратыусы сәбәптәрҙе атаны: Өфө нефть эшкәртеү заводтары, йылылыҡ-энергетика компаниялары бүлеп сығарған зарарлы химик ҡалдыҡтар, канализация таҙартыу ҡоролмалары һәм әлеге Черкассы сүп-сар полигонындағы янғын эҙемтәләре. Әйләнә-тирә мөхиттәге еҫ һәм зарарлы матдәләрҙең таралып, осоп китә алмауына елһеҙ (штиль) һәм эҫе һауа торошо ла булышлыҡ итә, әлбиттә.
Баш ҡалала май баштарынан күҙәтелгән һәм халыҡтан туҡтауһыҙ яуып торған ялыуҙарға яуап биреп, Роспотребнадзор республика идаралығы 27 майҙан алып һауаның бысраныу кимәле көн һайын тикшерелеп барыуы хаҡында хәбәр итте һәм дәғүәләрҙең нигеҙле булыуын раҫланы. Мәҫәлән, "Тирә-яҡ мөхиттең гидрометеорология һәм мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы" отчетында 18 һәм 23 июндә һауала көкөрт водородының 1,2-2,4 тапҡырға, изопропилбензолдың 1,2 тапҡырға норманан артыҡ булыуы теркәлгән, ә инде көкөрт водороды 18,25, 27 майҙа уҡ 1,4-2,9 ПДК-ға юғары булыуы күҙәтелгән. Май һәм июнь айҙарының төрлө көндәрендә атмосферала шулай уҡ фенол, водород хлориды, этилбензол һәм башҡа матдәләрҙең норманан артыҡ булыуы асыҡланған.
Ниһайәт, ике ай тигәндә, баш ҡалалағы экологик хәл менән республика властары ла ныҡлап шөғөлләнергә булды. 25 июнь Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Республика менән идара итеү үҙәге һәм "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы Өфө халҡы мөрәжәғәттәре буйынса онлайн-брифинг үткәрҙе. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков Яңы Черкассылағы полигонда сыҡҡан янғын эҙемтәһе менән бер рәттән, һауаны бысратыусы зарарлы ҡалдыҡтар сығанағы тип ҡаланың төньяҡ районындағы сәнәғәт предприятиеларын атаны. Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, сүп-сар полигонындағы янғын һүндерелде, уның сәбәптәре асыҡлана, тине. БР экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Урал Искәндәров, үткән айҙа министрлыҡҡа Өфөләге экологик хәл буйынса 200-ҙән ашыу дәғүә килде, тине. Әйләнә-тирә мөхиттең бысраныу факттары буйынса Росприроднадзорға 18 хат әҙерләп ебәрелеүе тураһында әйтте, сөнки сәнәғәт предприятиеларында тикшереүҙәр алып барыуға ошо ведомствоның ғына хоҡуғы бар.
"Өфө халҡы ай ярым элек үк власть органдарына мөрәжәғәт итә башлай, ләкин ни өсөн тикшереү эштәре һуңлап башҡарыла?" - тигән һорауға Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығының начальник урынбаҫары Светлана Хәлимова аңлатмаһы аптыратып ҡуйҙы: "Ялыу, сигнал алыу менән предприятиеға килеп тикшереү үткәрә башларға ярамай, бындай сараларға әҙерләнеү өсөн беҙгә 20 көн бирелә", - тине ул. Егерме көн! Икенсе төрлө әйткәндә, был чиновниктар бюрократияһы, ҡағыҙ ығы-зығыһы, прокуратура менән килешеү, өҫтәүенә, тикшереләсәк предприятиены бер тәүлек алдан иҫкәртеү эштәрен үҙ эсенә ала икән... Ә был ваҡыт экологияны бысратыусы сығанаҡтар файҙаһына эшләмәй тип кем әйтер? Айға яҡын был ваҡыт эсендә ғәйепле предприятиелар иркенләп "эҙ яҙҙыра", яуаплылыҡтан ҡотолоу сараларын күрә ала. Республика Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтмешләй, һауа - ул тиҙ осоусан мөхит, шуның өсөн 10 минут эсендә лә норманан артыҡ бысраныуҙарҙы теркәп өлгөрөүе ҡыйын. Ҡыҫҡаһы, брифинг барышында ҡатнашҡан Светлана Хәлимованың сығышы былай тип тамамлана: "Беҙ, әлбиттә, билдәләнгән тәртиптә һәр материал буйынса административ яуаплылыҡ саралары күрҙек". Был дөйөм йөмлә артында ғәйепле кемдәр һәм ниндәй предприятиелар "йәшеренгән" - улар хаҡында ләм-мим. Күрәһең, һауаға сығарып ташланған зыяндың норманан 2,5 тапҡырға артыҡ булыуы кемдәр өсөндөр ғәҙәти хәл тип ҡабул ителәлер. Етмәһә, БР һаулыҡ һаҡлау министрының ышаныслы итеп: "Хәүеф юҡ. 25 июнгә Өфө халҡы был мәсьәлә буйынса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына мөрәжәғәт итмәгән, "ашығыс ярҙам" саҡыртмаған, бер кем дә дауаханаға һалынмаған",- тип белдереүе лә, йомшаҡ итеп әйткәндә, күңелдә ризаһыҙлыҡ юшҡыны ҡалдырҙы...
Экология һаҡсылары ике ай буйына ғәйепле предприятиеларҙы асыҡлай алмай яфалана икән, тимәк, бынауындай эҫе көн һәм тынсыу төндәрҙә ярға ташланған балыҡ ише һауаға мохтаж булып, йоҡлай алмай интеккән халыҡҡа, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдары сирлеләргә ни эшләргә ҡала? Башҡа сара юҡ икән, һаулыҡ һаҡлау министры халыҡҡа үҙ өйөңдә төнөн битлек кейеп йоҡларға кәңәш бирер ине, исмаһам...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru