«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠТАРҒА БҮЛӘККӘ ОТКРЫТКАЛАР
+  - 

Дизайнер Арыҫлан Бикбайҙың Башҡортостанды, башҡорт халҡын, үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, тарихты сағылдырған иҫтәлекле әйберҙәр етештереүсе шәхси "Bikbayman" студияһы ла бар. Уның менән ошо ижади эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләштек.

- Оҙаҡ йылдар дизайнер, рәссам булып эшләнем мин. Элегерәк төрлө сараларҙа ҡатнашыусыларға тәҡдим итерлек йүнле сувенир-маҙарҙар булманы. Ә бит беҙҙең мәҙәни мираҫыбыҙ сикһеҙ бай. Шуға, яйлап орнаменттарға тотондом, уларҙы ҡулланылышта уңайлы итер өсөн цифрлаштыра башланым. Шул ваҡытта башҡортса открыткалар эшләү мөһимлеге тураһында ла уйлап йөрөлдө, сөнки улар бөтөнләй тиерлек юҡ ине бит һатыуҙа. Яйлап ҡатыным Айгөл менән ошо ниәтте бойомға ашырҙыҡ, кешеләрҙең ыңғай баһаһын ишетеп, үҙебеҙҙең студияны ла асып ебәрҙек. Хәҙер 3-4 йыл тирәһе шөғөлләнәбеҙ, открыткаларҙан тыш, значок, магнит, брелок кеүек башҡа ваҡ сувенир продукцияларын да етештерәбеҙ. Әле башҡортса яҙыулы, үҙебеҙҙең милли атрибутика менән футболкалар етештереүҙе яйға һалырға дәртләнеп йөрөйбөҙ.
Был эшкә тотоноп китеүе бик үк еңел булманы. Теләк, эш тәжрибәһе һәм яңы идеяларҙан тыш, ниндәйҙер кимәлдә финанс белем дә кәрәк. Беҙ быға яңы өйрәнеп кенә киләбеҙ әле. Шулай ҙа йөрьәт итеп тотонған кешеләргә шуны кәңәш итер инем: үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай. Мөмкин тиклем сит яҡтарға сығып, төрлө фестивалдәрҙә, йәрминкәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу, ижадташтар менән танышыу, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу бик кәрәк. Сөнки йөрөгән таш шымара, ти. Яңы әйберҙәргә лә күҙ төшә, бер-береңдән дә өйрәнәһең, үҙеңде һәм төбәкте лә танытаһың. Беҙ мөмкин тиклем ситкә сығып йөрөргә тырышабыҙ һәм конкурстарҙа ла ҡатнашып торабыҙ. Мәҫәлән, былтыр Бөтә Рәсәй "Туристик сувенир" конкурсында ҡатнашып, "Эконом класс. Ҡала сувениры" номинацияһында Гран-при яуланыҡ.
Иҫтәлекле әйберҙәрҙе халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мираҫынан илһам алып ижад итәбеҙ. Уны заманса, креатив, матур итеп күрһәтеү зарур. Ошо маҡсатта әлеге мәлдә Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әүҙем әҙерлек бара. Сарала һәр ҡатнашыусыға таратып бирелә торған йыйылма әҙерләп тапшырҙыҡ. Матур ҡағыҙға төрөлгән башҡорт тематикаһындағы значок, магнит һәм открыткалар ҡунаҡтар менән Ер шарының төрлө мөйөштәренә китәсәк. Әйткәндәй, открыткаларҙың уң яғында милли рухтағы һүрәт төшөрөлһә, һул яғына донъя картаһында Мәскәү ҡалаһын һәм Башҡортостан менән баш ҡалабыҙ Өфөнөң урынын билдәләп ҡуйҙыҡ. Сөнки быға тиклем сәйәхәт иткән дуҫтарыбыҙ юл йөрөгәндә сит ил кешеләрен халҡыбыҙ менән таныштырып йөрөү маҡсатында беҙҙең открыткаларҙы ала ине. Шунда бер ҡыҙыҡ видеояҙма килеп төштө: дуҫтар ниндәйҙер французға Башҡортостандың ҡайҙа урынлашыуын аңлатып маташа, ә ул Рәсәйҙе һәм уның картаһын күҙ алдына килтерә алмай хитлана. Беҙҙең ҡайҙан, кем булыуыбыҙ тураһында мәғлүмәт биреүҙе еңелләштерҙек хәҙер. Фольклориада көндәрендә яңы биҙәлешле әйберҙәр ҙә һатыуҙа буласаҡ һәм беҙҙең открыткаларҙы шунда уҡ адресатты юллау мөмкинлеге бирелә. Тик сара маршруты буйынса райондарға сығып йөрөй алмайбыҙ, шуныһы йәл, әлбиттә. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы төп майҙанда ғына һатыу итеү нөктәһе ойошторабыҙ. Милли батырыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтеп китмәй булмай: башҡа халыҡтар уны ихтилал етәксеһе генә түгел, шиғри күңелле, күп ҡырлы шәхес тип тә таныһын өсөн яңы идеябыҙҙы тормошҡа ашырырға ниәт итеп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҙур сараға өлгөртә алманыҡ.
Йомғаҡлап, шуны әйтер инем. Халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мираҫын һаҡлап ҡалыу өсөн әүҙемерәк булырға кәрәк бөгөн. Башта уны дөрөҫ сағылдыра алыу маҡсатында тарихты, мәҙәниәтте, этнографияны тәрән өйрәнеү мөһим. Белемһеҙ, тота килеп нимәлер эшләй башлап та булмай. Ә инде ижад кешеһенә был өлкәлә кинәнеп эшләү өсөн материал етерлек. Шул уҡ башҡорт милли кейем комплекстарын алғанда ла иҫ киткес күп төрлө бит улар. Беҙ әле уларҙың төп ете төрөн билдәләп, шуны үҫтереп маташабыҙ, ә унан тыш әллә күпме үҙенсәлектәре бар кейемдәребеҙҙең. Уларҙағы биҙәктәр, биҙәүестәр, аксессуарҙар, һәр ырыуҙың үҙенә генә хас билдәләре - барыһы ла киләсәктә донъя кимәлендә башҡорттарҙы танытҡан брендтарға әүерелергә хоҡуҡлы.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 310

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru