«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ҠОТОН АРТТЫРА...
+  - 

Район ауылдары буйлап йөрөгәндә, бөгөнгө ҡиммәтселек заманына ҡарамай, халыҡтың дәртләнеп донъя көтөүен күреп, күңел кинәнә. Халыҡтың уңғанлығы бигерәк тә йәй көнө ихаталар гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта күренә. Ауыл урамдарына йәнә матур биҙәкле тәҙрә ҡапҡаслы йорттар, ҡапҡалар, уның тышындағы фигуралы ултырғыстар йәм бирә.

Ә бына Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында юлдан килеүселәрҙе тау битләүендәге Башҡортостан һәм Рәсәй флагтары, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев, 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы Емельян Пугачев һындары, саҡ ҡына уңғараҡ тимерҙән эшләнгән пушка ҡаршы ала. Кешеләрҙең улар янында төшкән фотоларын йыш ҡына "Бәйләнештә" социаль селтәрендә осратырға мөмкин. Быларҙың барыһын да ауыл старостаһы Ғәйнулла Рахманғолов эшләгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына былтыр үҙенең йорто алдына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы легендар Т-34 танкын ҡороп ултыртҡайны. Унда шулай уҡ балалар өсөн карусель, самолет урынлашҡан.
Яңыраҡ иһә Һуҡайлы йылғаһы күперен сыҡҡас, 100 метр тирәһе һулаҡайҙа, Аҡбуҙат һыны пәйҙә булды. Ул өс метр бейеклектәге бағанаға беркетелгән.
- Башҡорт мифологияһындағы ошо кешегә ауыр ваҡытта ярҙам иткән, ҡанатлы, ерҙә лә, күктә лә йөрөй алған илаһи ат образын эшләү идеяһы Бөрйән районына Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтҡас барлыҡҡа килде, - ти уның авторы. - Эшемдең һөҙөмтәһен күреү, тыуған ауылым мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү мөмкинлеге булыуына, әлбиттә, мин бик шатмын. Алдағы көндәрҙә оҙаҡ йылдар Ергән ауылы эргәһендәге юл буйына тыуған районымдың, ауылымдың беренсе тракторсылары иҫтәлегенә ҡуйылған, бөгөн ҡаланың Геройҙар аллеяһынан урын алған тракторҙың һынын эшләп, урамға ултыртырға ниәтләйем.
Эпостарҙа күктә тыуып, күктә үҫкән, ҡылдары тылсымға эйә булған, ҡайһы бер халыҡ ижады өлгөләрендә һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан тип тасуирланған Аҡбуҙат образы - Ғәйнулла Рахманғоловтың етенсе ижади эше. Быуаттар буйына йылҡысылыҡ менән ғүмер иткән башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ат образы ҙур урын биләй. Ышаныуҙар буйынса, ат мал ҡото, йорт-ҡура ырыҫы тип тә иҫәпләнә. Һуҡайлы ярындағы Аҡбуҙат та Дәүләтҡол ауылы халҡын, ғөмүмән, ошо тирәләге тораҡ пункттарҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап торһон, тип юрайыҡ. Юрағандар юш килә бит ул.

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 453

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru