«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ АТЫБЫҘ ҺӘЙКӘЛ БУЛЫП ҠАЛҠТЫ
+  - 

Тотош Ер шарының 37 иленән меңдән ашыу артистарын Рәсәй уртаһына йыйып алған VI Бөтә донъя фольклориадаһы саралары сиктәрендә мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙа телгә алынған, үҙенә тотош эпос бағышланған, улай ғына ла түгел, үҙенә эйәреп артынан өйөр-өйөр йылҡы сыҡҡан Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә эпосыбыҙ геройы буҙ толпарға - Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды.

Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәренең фольклор ансамбле сығышы менән башланған сараға Абдрафиҡ хәҙрәт "әл-Фәтиха" һәм " Әл-Ихлас" сүрәләрен уҡып, доға бағышлап фатиха биргәс, асыҡ һауалағы сәхнә түренә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF президенты Филипп Боссан, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һәм башҡа ҡунаҡтар күтәрелде.
Әминә Ивнәй ҡыҙы: "Был изге ерҙәр " Урал батыр" эпосы менән бәйле. Донъя кимәлендәге ҡиммәткә эйә ошо рухи хазинаны беҙ киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй еткерергә бурыслы. Бөрйән районы хакимиәтенә, ошо эштең башында торған Данир Ғәйнуллинға, башҡорт халҡының хыялын үҙ ҡулдары менән бойомға ашырған скульптор Өлфәт Ҡобағошовҡа рәхмәт.
Аҡбуҙат - ҡанатлы, рухлы, һәр саҡ иреккә, ғәҙеллеккә ынтылған башҡорт халҡының образы. Бөгөн республикала барған бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыу - икеләтә байрам, икеләтә ҡыуаныс", -тине.
CIOFF президенты Филипп Боссан үҙ сығышында: "Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Әминә ханыма, Бөрйән районы хакимиәтенә рәхмәт - беҙҙе йылы ҡаршы алдылар. Донъя кимәлендәге ошондай саралар милләт, ил-ара татыулыҡҡа, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау юҫығында уңыштарға килтерә. Ошондай сарала ҡатнашыуыма шатмын һәм уны үҙемә мәртәбә һанайым", - тине.
Артабан мөҙҙәт Бөрйән районының иң йәш сәсәндәренә - " Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе малай-ҡыҙҙарға етте. Районда "Урал батыр" эпосын ятлау буйынса уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар конкурсын башлаусы һәм ойоштороусы Роза Ғүмәрова етәкселегендә кескенә Айназ Ғиззәтуллин, Зөһрә һәм Асия Манаповалар, Айдинә Кәримовалар килештереп, ролгә инеп тороп героик эпосыбыҙҙан өҙөктәр ятлап ишеттерҙе.
Ат - башҡорттоң ғүмерлек һәм быуаттар һуҙымында һыналған тоғро юлдашы. Атһыҙ башҡорт - ҡанатһыҙ ҡош кеүек ул. Башҡорт саҡ тәпәй баҫҡан улын да атҡа мендергән - ошонан башланған да инде ир-егетлек. Әтек ауылының аҫыл зат вәкилдәре - ат йәнле Баймөхәмәтовтар килгән ҡунаҡтарға, йыйылған халыҡҡа матур йола - тамаша күрһәтте. Районда йәйен - һыбай, ҡыш - саналы аттарҙа ярышып ал бирмәгән Инсур Баймөхәмәтов 4 йәшлек улы Илханды үрәпсеп-бейеп торған атына атландырҙы. " Ҡарасәс" халыҡ фольклор төркөмө ағинәйҙәре атҡа атланған уланға бата-теләк әйтеп фатихаланы...
Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов барса халыҡты оло байрам айҡанлы тәбрикләне: "Аҡбуҙат һәйкәле районыбыҙға туристарҙы йәлеп итеп тороусы объект булһын, героик эпостарыбыҙҙың үлемһеҙ геройҙары шулай рухыбыҙҙы күтәреп, күңелебеҙгә сәм, ғәм өҫтәп торһон, эпос һүҙҙәре менән әйткәндә, күңелебеҙҙән яҡшылыҡ китмәһен", - тине һәм ошо данлы һәйкәлдең скульпторы Өлфәт Ҡобағошовҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Өлфәт Миниәхмәт улын Өфөнән килгән "Аҡбуҙат" гандболсылары ла бүләкләне. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.Байғусҡаров, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның сығышы рух күтәренкелеге өҫтәне. Лариса Хашим ҡыҙының "Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ" тигән шиғырын уҡып ишеттереүе иңдәрҙә Аҡбуҙ ҡанатын үҫтереп ебәргәндәй булды.
Эпостарыбыҙҙа сәсәндәр теле менән данланған, халҡыбыҙҙың рух аты булған Аҡбуҙат һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төшкәс, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө, Өфөнән килгән бейеүсе ҡыҙҙар йыр-бейеү менән сәхнәне бер итте.
Эйе, күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ти халыҡ. Эпостарыбыҙ геройы, башҡорттоң ҡанатлы дуҫы, яуҙа - яуҙаш, дандаш, тыныс тормошта - тоғро ярҙамсы, хәрәкәт итеүҙең дан сараһы, рухыбыҙҙы күтәрмәләп, сәмебеҙҙе уятып, күңелебеҙҙе дәртләндереп тороусы мифик образ - Аҡбуҙат халыҡ хыялы, скульптор эшмәкәрлеге һынланышында буҙ ат булып Йылҡысыҡҡанкүл ярына мәңгелеккә баҫты... Беҙҙең героик үткәнебеҙгә, эпослы халҡыбыҙға, һынмаҫ рухыбыҙға һәйкәл-ҡалҡан булып...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.08.21 | Ҡаралған: 325

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru