«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДҠА ҒАШИҠТАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ ЙӨРӘК ТАУЫШЫН ТЫҢЛАЙ БЕЛӘ
+  - 


Психологтарҙың күбеһе тиерлек бәхетле булыр өсөн ғаиләңде, эшеңде, туғандарыңды айырып ҡарарға кәңәш итә. Йәнәһе лә, ишегеңде ябып сығыу менән эшеңде онот. Ә эштә балаларың, икенсе яртың, яҡын кешеләреңде уйлама. Ысынында, кеше үҙен бәхетле тойор өсөн үҙен уратып алған бөтә нәмә - ғаилә ағзалары, һөнәри эшмәкәрлеге, яҡындары, яратҡан шөғөлдәре бер тулҡында һәм һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тейеш. Быйыл Башҡорт ғаиләһе көнө сиктәрендә үткәрелгән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021" асыҡ республика конкурсында "Ғаилә ижады" номинацияһында икенсе урын яулаған Әҙһәм Исҡужин исемендәге Балалар музыка мәктәбе педагогтары Гөлсәсәк һәм Заһир ШӘҺӘРҒАЗИНдар менән әңгәмәләшкәндән һуң был фекер тағы ла нығынды. "Ғаилә, эш, балалар, туғандар бер-береһе менән шул тиклем ныҡ бәйләнгән. Уларҙың береһен генә лә өҫтөнөрәк күреп, икенсеһенә иғтибарҙы кәметеү ҙә кеше тормошон түңәрәк иткән бар өлкәләргә лә үҙгәреш индерә", - ти мәҡәләбеҙ геройҙары.
Баш ҡалала йәшәгән был музыкаль ғаиләлә һәр ваҡыт бер-береңә ышаныу, ярҙам итеү, яратыу һәм бер-береңде хәстәрләү мөхите урынлашҡан. Һәм бында барыһы ла үҙенең һөйөклө кеше икәнен, күңел офоҡтарын киңәйтеүсе йылы һүҙҙәр әйтеүсе яҡындары барлығын белә. Бәхетле атай-әсәй эш сәғәттәре тамамланыу менән күҙҙәренә ҡарап торған, йылы һүҙен, йылы ҡарашын көткән балалары янына ашыға... Шәһәрғазиндар "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына татыулыҡ, берҙәмлек серҙәре тураһында һөйләй.



Был донъяла һәр кемдең күктәр тарафынан яратылған үҙ яртыһы була. Мәле еткәс, бәндә шул икенсе яртыһын эҙләй башлай. Таба алһа ғына бәхетле була, тиҙәр. Ә һеҙ бер-берегеҙҙе "икенсе яртым" тип әйтә алаһығыҙмы?

Гөлсәсәк:
Бер-беребеҙҙе күреү менән сат йәбештек (көлә). Беренсе осрашыуыбыҙ 2001 йылда Сибай сәнғәт мәктәбендә уҡып йөрөгәндә булды. Заһир унда эшләй ине. Студенттарҙың "Ете ырыу" ансамбленә йөрөгәндә таныштыҡ беҙ. Ул флейтала уйнай ине, мин - думбырасы.
Ошо осрашыуҙан алда ғына башҡа тиҫтерҙәремдән айырмалы, гел көнкүреш тауарҙары, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары магазинына ингем килә. Унда матур һауыт-һаба, түшәк йыйылмаларын иҫем китеп ҡарайым, аҡса булғанда оҡшағандарын һатып алам. Шунда бер апай: "Гөлсәсәк, һиңә кейәүгә сығырға ваҡыт", - тип уйынлы-ысынлы әйткәйне. Ысынлап та, үҙем дә һиҙмәҫтән, күңелем менән үҙемдең ғаилә усағын яғыуға тартылып йөрөгән булғанмындыр инде.
Заһир: Минең дә ғаиләле булғым килеп йөрөгән ваҡыт ине. Әммә әлегә күңел ятҡан кешене генә осратмағанмындыр инде. Гөлсәсәкте күреү менән уның үҙемдең яртым икәнен аңланым. Үҙе матур, үҙе тәрбиәле. Уның менән һөйләшеүе, тормоштоң бөтә өлкәһенә ҡағылышлы темаларға әңгәмә ҡороуы шул тиклем еңел ине. Осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй торғайны. Быға тиклем бер-береһен белмәгән ике кешенең һүҙҙәре, уйҙары берегеүен, уртаҡ фекерҙәр булыуын "бер-береңдең яртыһы" тип аңларға булһа, беҙ үҙебеҙҙең икенсе яртыбыҙҙы тапҡанбыҙ тип әйтергә була инде.
Дуҫлашып йөрөгәндә бер осрашыу хәл иткес булды. Замана ҡыҙҙары һәм егеттәре мөнәсәбәттәре тураһында әңгәмәләшә инек. Гөлсәсәктең: "Хәҙерге ҡыҙҙар байға сығып, бер нәмә лә эшләмәй генә йәшәү тураһында хыяллана, ә минеңсә, бергәләп тапҡан, бергәләп өлгәшкән нәмәләр ҡәҙерлерәк", - тип әйтеүе миңә бик оҡшаны һәм ғүмер буйы ошондай кешене эҙләгәнемде аңланым.
Гөлсәсәк: Холҡобоҙҙағы һәйбәт һыҙаттарҙы тиҙ күрҙек, шуға ла бер-беребеҙҙе һынап күп йөрөмәнек. Уртаҡ уйҙар, маҡсаттар күп булыуы беҙҙең араны ҡыҫҡа ваҡытта нығытты. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, дөрөҫөрәге, мин уҡып бөткән йылды өйләнештек һәм Сибай сәнғәт мәктәбендә бергә эшләй башланыҡ.

Кем ғөрөф-ғәҙәткә ышана, ысынлап та, юрағаны юш килә. Хыял менән дә шулай, тиҙәр. Хыялың, ниттәрең бойомға ашыуына ышанһаң, мотлаҡ бойомға аша...

Заһир:
Теләкте лә дөрөҫ теләргә кәрәк. Ә хыял - ул маҡсат. Уның тормошҡа ашыуын теләһәң, уға ынтылырға кәрәк. Өйләнеп, бергә йәшәй башлаған йәштәрҙең иң изге теләге, әлбиттә, үҙеңдең ҡыйығыңды булдырыу. Беҙ ҙә торлаҡлы булыуҙың төрлө варианттарын өйрәндек, уртаға һалып төрлөсә кәңәшләштек тә йәш ғаиләләр өсөн программала ҡатнашып, тиҙҙән ҙур яңы йорттан фатир алдыҡ.
Гөлсәсәк: Хыялды ысын итеп йәшәү өсөн һәр кемдән ихтыяр көсө, эшһөйәрлек, ныҡышмалыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, бер-береңде дәртләндереү, ярҙам итеү талап ителә. Икебеҙ ҙә тик кенә ятып, бер ни ҡыбырҙатмай хыялланып, матур тормошҡа, әҙерҙән-бәҙергә өмөт иткән, кемдер килтереп бирер тип ултырған заттарҙан түгелбеҙ. Тормош ҡороу менән ең һыҙғандыҡ. Донъяны алып барыу өсөн икебеҙ ҙә бер рәттән иртәнән кискә тиклем эшләһәк тә, ғаилә усағын йылы тотоуға, ғаилә ҡотон булдырыуға берҙәй тырыштыҡ, бергә көс һалдыҡ. Тәмләп, яратып башҡарған эш кенә уңышлы килеп сығыуын бәләкәйҙән белеп үҫкәнгә, мин дә, Заһир ҙа, өйҙә булһынмы, эш урынындамы - бөтә нәмәгә ижади ҡараныҡ.
Заһир: Иң мөһиме - яратҡан эшебеҙ булыуы. Күңелең, йәнең теләгән эш менән булыу бер ҡасан да арытмай, ялҡытмай. Киреһенсә, яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып, үргә атларға этәргес бирә. Килеп тыуған проблемаларҙы ла, ҡаршылыҡтарҙы ла еңелерәк үтәһең. Эшебеҙгә ни тиклем мөкиббән булһаҡ та, ғаилә, балалар барыбер беренсе урында булды.

Һәр дәүер, һәр быуын тарих алдында һынау тота. Үҙе өсөн дә. Ғаиләһе өсөн дә. Хатта иле өсөн дә. Һеҙ - дүрт балаға ғүмер бүләк иткән әсәй-атай. Донъяла барған глобалләшеү заманында бала тәрбиәләүе, уларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереүе, нимә генә тимәһендәр, ярайһы ҙур мәсьәлә. Балалар тәрбиәләгәндә уларҙа, тәү сиратта, ниндәй сифаттар күрергә теләйһегеҙ? Гәзит уҡыусылар менән тәрбиә алымдарығыҙ тураһында таныштырып үтегеҙ әле.

Заһир:
Иң беренсе, балаларыбыҙ үҙҙәрен яуаплы тойоп үҫеүҙәрен теләйем. Ҡылған ҡылығы, әйткән һүҙе, эшләгән эше өсөн. Яҡындары, дуҫтары өсөн. Бөгөнгө йәштәргә ошо сифат бик етешмәй. Шулай уҡ балаларыбыҙҙың хәҙерге заман ҡалаһының этнос бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерерлек камил үҫешкән башҡорт рухлы шәхестәр булыуын күргем килә. Баланың ҙурайғас ниндәй кеше булып китеүендә ғаиләнең роле бик ҙур. Ниндәй мөхиттә үҫәһең, шундай шәхес булып формалашаһың. Шуға күрә улыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙға иң яҡшы тәрбиә мөхите булдырырға тырышабыҙ. Шулай итегеҙ, былай эшләгеҙ, тип түгел, ә үҙебеҙҙең өлгөлә тәрбиәләйбеҙ. Кешелеклек сифаттарының күбеһе атай-әсәйҙән килә, ә бала уны күреп үҫә, күргәнен, ишеткәнен тормошта һынай. Быуындар бәйләнеше шунан башлана. Шуға ла мин эшһөйәрлек, әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ, кешелеклелек кеүек сифаттарҙы мәңгелек ҡиммәттәргә тиңләйем. Балаларыбыҙҙың туған телен, тарихын, мәҙәниәтен белгән, улар менән ғорурланған кешеләр булып, Ватанына файҙалы ул һәм ҡыҙҙар булып үҫеүен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк: Бала тәрбиәләү һәр заманда ла еңел булмаған. Был мәсьәлә ата-әсәнән ҙур аҡыл, сабырлыҡ талап итә. Үҫмерҙәрҙе бөгөн урамға саҡырған бик күп кире күренештәр бар. Ана шуларға ылығып китмәһен өсөн уларҙың буш ваҡытын файҙалы шөғөлдәр менән үткәреүенә ҙур иғтибар биреү мөһим. Аҡса юҡлыҡҡа, мөмкинлектәр сикле булыуға һылтанырға ярамай. Баланы тапҡас, уны төрлө яҡлап үҫтереүгә, аяғында ныҡлы баҫып торған кеше итеп тәрбиәләргә кәрәк. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тигәндәре бик дөрөҫ. Беҙҙең ғаилә һәр сабыйға тәғәйенләнгән ярҙамды алып тора. Беренсе бала тыуғас, ипотекаға алған фатирҙың 8 квадрат метры өсөн дәүләт түләне. Икенсе балаға Әсәлек капиталы алдыҡ. Өсөнсөһөнә бушлай ер участкаһы бирелде. Дүртенсеһе донъяға килгәс, Путин ярҙамын тойҙоҡ.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип әйтәһегеҙ инде. Улайһа, күрәҙәлек ҡылырға мөмкинме? Һеҙ икегеҙ ҙә йыр-моңға ғашиҡ, башҡорт йыр сәнғәтен белгән, илһөйәр, телһөйәр ғаиләлә үҫкәнһегеҙ...

Гөлсәсәк:
Дөрөҫ, беҙ икебеҙ ҙә бала саҡтан әсәй-атайыбыҙҙан башҡорт йырын-моңон тыңлап, халҡыбыҙҙың тылсымлы, шифалы ижад өлгөләрен йөрәгебеҙгә һеңдереп үҫкән кешеләрбеҙ. Мин сығышым менән Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ҡыҙымын. Үҙемде белә-белгәндән атайым Урал Хәсән улы гармунда һыҙҙыра ине, матур йырланы. Әсәйем мандолинала уйнаны, ҡалаҡ һуҡты. Уны шулай уҡ оҫта таҡмаҡсы, бейеүсе лә тип хәтерләйҙәр.
Ҡайным менән ҡәйнәм дә - башҡорт музыка сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр ине. Әбйәлил районы Ишҡол ауылында ҡәйнәм Хафиза Әхиәр ҡыҙы музыка дәресенән уҡытты, ҡайным Рәхимйән Ситдиҡ улы матур йырлай торғайны.
Заһир: Хәҙер балаларыбыҙ беҙҙең юлдан атлай. Өлкән ҡыҙыбыҙ Заһиҙә сәнғәт училищеһында музыка теорияһы бүлегендә думбыра класында уҡый. Фатима Мостафина исемендәге 20-се урта мәктәптең 6-сы класын тамамлаған Нурмөхәмәт улыбыҙ балалар музыка мәктәбендә флейта һәм фортепьяно класында белем ала. Гөлнәзирәбеҙ урта махсус музыка колледжында виолончелдә уйнарға өйрәнә. Мин үҙем дә ошо белем биреү учреждениеһын тамамлағайным. Мәҙинәбеҙгә әлегә ике йәш. Ул да апайҙары-ағалары юлынан китһә, беҙҙең бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ. Музыкаға, ижадҡа ғашиҡ кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай ул. Ундайҙар үҙҙәренең йөрәк тауышын, күңел саҡырыуын тыңлай белә. Ә был һәләт иһә үҙеңде табырға, булмышыңды тиҙерәк аңларға булышлыҡ итә. Йыр-моң, бигерәк тә үҙ халҡының, туған музыкаһын яратҡандар, белгәндәр нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тормошҡа балаларса ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм һөйөү менән ҡарай. Улар көн һайын үҙҙәре өсөн яңы бер нәмә аса.

Һеҙҙең икегеҙҙе лә йә ғаилә ансамбле, йә үҙегеҙ етәкләгән ижади коллективтар, йә уҡытҡан уҡыусыларығыҙ менән баш ҡала сәхнәләрендә төрлө кимәлдәге тантаналарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә йыш күрергә мөмкин. Был саралар һеҙгә нимә бирә?

Гөлсәсәк:
Балалар менән конкурстарҙа ҡатнашыу, дөйөм эш менән булыу беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынайта, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңларға, үҙебеҙҙең һәм ҡыҙҙарыбыҙ, улыбыҙҙың нимәгә һәләтле икәнлеген күрһәтергә ярҙам итә. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ беҙҙең һәр беребеҙҙең тырыш хеҙмәте ул. Ғаилә ансамблебеҙ, шулай уҡ педагогтар ҡатнашлығындағы "Аманат", "Гөлбостан" , "Уралтау", "Тамъян" ансамбле менән дә төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, тантаналарҙа, байрамдарҙа сығыш яһайбыҙ. Унда беҙ фәҡәт үҙебеҙҙең ғаиләне генә түгел, ә тотош башҡорт ғаиләһе бына нисек булған, бар һәм буласаҡ тигән уйҙан сығып, уға бик етди ҡарайбыҙ. Музыкаль яҡтан ғына түгел, ә милли кухнябыҙҙы, милли сифаттарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үҙ эсенә алған дөйөм башҡорт донъяһын сағылдырабыҙ.

Балаға исем һайлау белеү үҙе бер аҡыл булһа, исемде аҡлау - ҙур ғәмәл. Улығыҙға, ҡыҙҙарығыҙға халҡыбыҙҙың боронғо исемдәрен ҡушҡанһығыҙ. Исемдәрҙе кем һайланы?

Гөлсәсәк:
Тәүге ҡыҙыбыҙ тыуғас, атаһының исеменә оҡшаһын тип, Заһиҙә тип ҡушырға мин тәҡдим иттем. Улыбыҙҙың исеме Нурмөхәмәт төшкә инде. Ғөмүмән, балаларға исемдәрҙе бергә һайланыҡ. Гөлнәзирәне "гөл"дән башланһын тинек. Мәҙинәгә исем һайлағанда мәғәнәһенә иғтибар иттек: намыҫлы, ғәҙел, матур тигәнде аңлата. Исем кешене матурламай, ә кеше исемде матурлай. Әлегә балаларыбыҙ үҙенең исемен уҡыуҙағы тырышлығы, төрлө кимәлдәге конкурстарҙағы уңыштары менән аҡлай.

Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең, тигән әйтемебеҙ бар. Бөгөн беҙ шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Бер көн артта ҡалһаң, биш көн түгел, аҙна-ун көн йүгерһәң дә ҡыуып етеп булмаҫ төҫлө. Яңылыҡҡа, камиллыҡҡа нисек ынтылаһығыҙ?

Заһир:
Тормоштан артта ҡалырға ярамай. Бөгөнгө заман мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Һөнәри эшмәкәрлегебеҙ, шулай уҡ белем биреү өлкәһендәге бар яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән танышып барырға тырышабыҙ. Гөлсәсәк әйтеп китеүенсә, конкурстарҙа ҡатнашыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бындай саралар беҙҙең кеүек кисен генә осрашҡан ғаилә ағзаларын нығыраҡ берләштерә. Ғөмүмән, балаларыбыҙ бәләкәйҙән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тормош менән сәхнәне тиң күреп үҫте, тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Гөлсәсәк: Яратҡан шөғөлдәр булыуы ла камиллыҡҡа ынтылырға булышлыҡ итә. Күңел һөйгән эш менән булыу беҙҙең ғаилә өсөн яҡшы кәйеф, сәләмәтлек сығанағы ла, тип уйлайым. Мин үҙем саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, ҡулыма бәйләмемде алам. Был шөғөлгә 9 йәштә өйрәнгәйнем, 11 йәштә төрлө биҙәктәр уйлап сығарып, заказға ла, бүләккә лә бәйләй торғайным. Ә хәҙер ҡыҙҙарым да бәйләй, хатта улым да ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнде. Һуңғы ваҡытта милли биҙәүестәр, ҡашмау тегәм. Эшебеҙ ҙә, хоббиҙарыбыҙ ҙа беҙҙең бергә үрелеп бара, бер-береһен тулыландыра, камиллаштыра. Уларҙа ғаиләбеҙҙең эске донъяһын да, күңел талпыныштарын да күрергә мөмкин.

Шулай итеп, күктәр инселәгән икенсе яртыһын тапҡандар ғына бәхетле була тигәйнек. Эйе, бәхетле була, әгәр ҙә үҙе эргәһендәге бөтә нәмә бер тулҡында һәм хәрәкәттә булһа. Гөлсәсәк һәм Заһир Шәһәрғазиндарҙыҡы кеүек...

Лена АБДРАХМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 424

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru