«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА УТ-ЯЛҠЫН ТУРАҺЫНДА
+  - 


Ошо көндәрҙә төрлө райондарға янғын һүндерешергә саҡырыуҙар, утты контролдә тотошорға ярҙам һорап ауаз һалыуҙар берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр. Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы, ел көсәйеүе һәм башҡа беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында янғын төрлө тарафтарға таралыуҙы дауам итә.

Социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә республиканың төрлө райондарында йәшәүсе таныштар менән дә халыҡты миктәткән янғындар тураһында фекер алышабыҙ. Бер ир-егеттең яҙған фекеренә туҡталырға булдым. Ошонда бер аҙ сер бар кеүек: "Ныҡ ҡоро бит быйыл. Үлән дары кеүек яна ла китә. Урмандарҙа халык күп, ашай-эсә-тарта. Күп кәрәкмәй янғын сығарырға. Элек мал күп ине, ҡоро үлән ҡалмай, мал ашап бөтөрә ине. Хәҙер үлән ҡурай бейеклек. Шуға янғындар бик күп. Йылдан-йыл күберәк буласаҡ улар Рәсәйҙә..."
Бөрйәндә тыуып-үҫеп, яҙҙан көҙгә тиклем урман эштәрендә эшләп үҫкән быуын вәкиле булараҡ, тәүҙә был фекерҙе бик үк ҡабул итмәнем. Яҙ урманда утын әҙерләгәндә, йә булмаһа, колхоз малына меңәрләгән пар миндек бәйләгәндә, сыбыҡ-сабыҡ-сатыр яндыра инек тә! Беҙ үҫкәндә һәр ғаилә, хатта яңғыҙ әбей-һәбей ҙә, кәзә көтөп булһа ла малһыҙ торманы. Июлдең яртыһынан август аҙаҡтарына тиклем Бөрйән халҡы бесән әҙерләү менән мәшғүл ине. Ауыл урамдары тып-тын ҡалып, аты-техникаһы булған бар ғәм - ҡайһыһы ҡуна ятып, ҡайһыһы көнөнә йөрөп эшләп, урманда булыр ине. Баҙал буйҙарында, алыҫтағы Мәсем тауҙарында, төнгөлөккә айыуҙан һаҡланып ҙур-ҙур усаҡтар яғып ятып йоҡлар инек ҡыуышта. Иртәнге һыуһынға бесән сабырға киткәндә лә ут яғып, төшкөлөккә ит бешерергә ҡаҙан аҫып ҡуйып кителә ине... Нисек тә янғын сығарып йөрөмәнеләр ҙә баһа бесәнселәр! Һаҡланыу сараларын күргәнбеҙҙер, тәбиғәттә йәшәгәндә һәр нәмәлә сама белгәнбеҙҙер, күрәһең... Хеҙмәтсән халыҡтың мал-тыуар өсөн йәнен фиҙа ҡылып бесән әҙерләүенә күрә, Аллаһ Тәғәләнең Үҙенең ҡурсалауы шул булғандыр, бәлки? Хатта ныҡ ҡоро килгән 1975 йылда ла урмандарҙа янғын сығыу осрағын хәтерләмәйемсе. Тимәк, ялан-ҡырҙарҙа мал көткәндә усаҡ яғып, урмандарҙы кипкән үлән, сатыр-соторҙан, кибеп ятҡан ағастарҙан таҙартып йәшәгәнбеҙ ҙә баһа быға тиклем!
Шулай ҙа үрҙәге фекерҙең төбөндә тағы бер кинәйә бар: ситтән килгән, урманды тик ял итеү урыны тип кенә ҡарап, ашап-эсеп-тартып йөрөгән кешеләр менән шул ерлектә йәшәгән, еренә һаҡсыл ҡараған кеше араһында айырма ҙур шул! "Ут төшкән ерендә яныр", ти. Бына шундай ҡулланыусы маҡсаты менән генә килгән-киткәндәрҙең артынан тоҡана инде ул янғын. Һуңғы ваҡытта махсус үрт һалыусылар тураһында имеш-мимештәр күбәйеүе лә һиҫкәндерә. "Яҡшы кеше йөрөгән ерен маҡтап йөрөр, яман кеше йөрөгән ерен үртәп йөрөр", "Бөтөшө яман ҡамышты һыу эсендә ут алыр, йөрөшө яман егетте ил эсендә яу алыр" тигән әйтемдәр ҙә ҡалдырған беҙҙең халыҡ... Был осраҡ та тигенгә түгел, тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә, булмышыбыҙға битарафлығыбыҙ, ғәмһеҙлегебеҙ өсөн язалыр бындай ҡазалар. Һуғыш осорҙарында ла бындай янғындар булмаған, әллә ысынлап та һуғышһыҙ яулайҙар түгелме беҙҙе, йәмәғәт, ир-улдарыбыҙ ҡырҙа, сит ерҙәрҙә вахтала саҡта? Ысынлап та, Бөрйәнебеҙҙең һуңғы йылдарҙа үтә лә саманан ашып киткән туристар ағымына, уларҙың урманды, йылға буйҙарын тәләфләүенә ҡаршы торорлоҡ көсө лә, тәжрибәһе юҡ бит. Ошо хәлгә бәйле бер миҫал. 2007-2008 йылдарҙа Грецияла йәшәп, ошондай уҡ фажиғәғә тарыған ил тураһында яҙмалар алып барғайным. Йәй буйы ут эсендә йәшәгән был илгә ҡарата шундай йәлләү тойғоһо барлыҡҡа килгәйне үҙемдә - нисек инде, бөтөн яҡтан 9 диңгеҙ менән уратып алынған ил янғындарҙан бушамай? Яуап шул уҡ: туристарҙан бушамай был ил. Баяғы "ашап-эсеп-тартып" тигән әҙәмдәрҙән.
"Кем итәгенә ут төшһә, шуныҡы яна" тигәндәй, беҙгә лә шундай көн килде, ахры. Ял көндәре еттеме, машиналы халыҡ урманға ял итергә ашыға. Усағын һүндерһә лә, ҡый-шаҡырын - быяла-пластик-целлофан-консерваларын ҡалдырып китә, донъяны сүпкә батырыуҙа үҙенең өлөшөн индерә.
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһы быуын аҡлаған,
Ҡайһы уны таплаған...
Урал батырҙың беҙгә төбәп ҡалдырған киҫәтеүен тотмай, байманлыҡта йәшәп, Ер-Әсәнең үҙенең дә тере һәм йәнле икәнен онотҡан быуын беҙ инде ул! Ерҙе туйындырған һыу сығанаҡтарын бысратыу, ағастарын ҡырып, эсәр һыуыбыҙҙан яҙыу - үҙебеҙгә тәғәйен урын-еребеҙҙең ҡәҙерен, баһаһын онотторор ошо гонаһлы эштәр ҡылған өсөн бергәләп ғәҙел яза күрәбеҙ. Күҙ менән ҡаш араһында ҡупҡан ел-дауыл ғәрәсәтенә лә, янғындарға, ҡурҡыныс сир-зәхмәтенә лә, һыуһыҙлыҡ-ҡоролоҡ менән һынауҙарҙарына ла дусар булдыҡ. Ошо золомдар күреүҙә бер-береңде ғәйепләү, башҡанан сәбәп эҙләп, үҙ-ара битәрләшеү нисек баҫып алды интернет селтәрҙәрен! Был инде тағы ла олораҡ гонаһ, сөнки быныһы тел-уй кимәлендә донъяны бысратыу, энергетик хәлебеҙҙе, рухи халәтебеҙҙе ватыу-емереү, кешелектең аңын юҡҡа сығарыуға өлгәшеү. "Ҡауҙан ут яныр, дауҙан йорт яныр", ти мәҡәл. Әммә бындай ваҡиғаларҙан һуң ҡырын эш ҡылыусыларға барыбер язаһы төшмәй ҡалмаҫ, "Ҡыйыҡ ағас та төҙ яна", ти тағы бер мәҡәл. Гонаһтар өсөн аласаҡ тамуҡ уты тураһында түгелме ни был иҫкәртеүҙең мәғәнәһе?
Ә әлегә был ҡазаларҙың эҙемтәһен ошо ерлектә ғүмер кисергән халыҡ тигеҙ күтәрә: янғанды ямап булмай. Янғынды сығарыуы анһат, һүндереүе ҡыйын. Күпме көс, ваҡыт сарыф ителә "яр аҫтынан сыҡҡан яу"ға ҡаршы! Иҫкә төшөрәйек: май айында уҡ ҡоролоҡҡа ҡаршы дин әһелдәре, ағинәйҙәр инициативаһы менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеү ниәтенән ҡорбан салдырыуҙар, доға ҡылыу, теләк әйтеүҙәр башҡарылды. Шул сәбәпле шифалы ямғырҙары ваҡытында яуып, еләк-емеше лә уңды, бал ҡорттары ла табышһыҙ ҡалманы. Ә халыҡ тәүбәһен тиҙ онотто. Ҡыйын саҡта Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрәбеҙ ҙә ул, бәлә-ҡаза үтһә, тағы байманлыҡҡа сумып, иман төшөнсәләрен онотабыҙ. Кәйеф-сафа ҡороу үтә лә саманан ашып китә бит хәҙерге заманда. Ниндәй генә байрамдар юҡ, тик байрам итеү ҙә, ял итеү өсөн генә йәшәйбеҙ кеүек. Янғындар күпләп таралыу ошо сәбәпле иҫкәртеү, һынау ғына бит һуң!
"Яңғыҙ торонбаш ялынһаң да янмаҫ", "Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас далала ла һүнмәҫ" тигән мәҡәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнәйек. Әлеге мәлдә ут - беҙгә дошман, уға көсәйергә, шашынырға сәбәп ҡылмайыҡ, яңғыҙ торонбаш хәленә ҡалдырайыҡ, үҙебеҙ ойошоп көсәйәйек. Күмәкләгән - яу ҡайтарған! Бергәләшеп был афәтте йырып сығыр өсөн, тупланайыҡ, ойошайыҡ, йәмәғәт! Әммә барыбыҙ өсөн дә кешелек йәмғиәтендә үҙебеҙҙе башҡалар менән яраштырыр һәм шул нигеҙҙә донъяны бер самала көйләп тотор төп шарт - тәүҙә үҙеңдән башҡаға яҡшылыҡ ҡылыу. Фәҡәт ошо идея менән генә тарҡаулыҡтан арынып берләшер бер милләт эсендәге вәкилдәр, ә унан һуң донъяуи халыҡтар. Шунан һуң ғына яуап көнөндә яҡты булыр йөҙөбөҙ. "Һәр кемдең тотҡан йүнәлеше бар. Изге эш менән бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһы һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡаршыһына килтерер" (Әл-Бәҡара сүрәһе, 148-се аят). Был ниәтте тормошҡа ашырыр юл бер генә. Шуны беҙгә васыят иткән Урал атабыҙ:
Күккә лә осор - яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ - яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ.
Урал батырҙың ошо ерҙең ҡотон, бәрәкәтен һаҡлау тураһында һәр беребеҙгә төбәп ҡалдырған мөрәжәғәтен иҫебеҙҙән, аңыбыҙҙан юйырға хаҡыбыҙ юҡ икәнен төшөнәйек:
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ;
Данлы батыр булығыҙ!

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 524

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru