«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРКӨТ САҢҠЫЛДАЙ - ОЯҺЫ ЯНАЛЫР...
+  - 

Тауға менеп еткәс, яттым. Яурынды муҡсаның сепрәк һабы һыҡты. Кейем тирҙән лыс һыу. Кирза итектәрҙе сисеп, ҡанланып ҡырылған бармаҡтарҙы ыуып алдым. Аяҡтар талған. Салҡан ятып, күккә ҡараһам, унда төтөн аҡ томан булып һауаны япҡан, ҡояш та саҡ-саҡ ҡыҙарып күренә биреп ҡала. Тын алыуы ауыр, һыу эске килеп кенә тора.

Төтөн пәрҙәһен йыртып, юлдашым - Сибай егете Илгиз килеп сыҡты. Уның арҡаһында һыуы бушаған һыу һиптергес һауыт-тоҡ. Мин уға эсер һыуымды бирҙем дә, үлән буйлап ҡарышлап яҡынлап килгән утҡа ҡаршы киттем. Әммә йөкмәп килгән һыуым тиҙ генә бөттө һәм ҡабаттан шишмәгә йүгерҙем. Унда һыуҙы улаҡтан ғына тултырырға була һәм... сират. Ҡыҙҙар һыуҙы фильтр аша үткәреп бирә. Таҙартылмаған һыу һиптергестәребеҙҙе сафтан сығара ла ҡуя. Шул сәбәпле бөтөн ошо шарттарҙы үтәргә мәжбүрбеҙ.
Сираттағы тапҡыр үрмәләгәндән һуң, тауҙы ҡалдырып, төшөргә бойороҡ булды. Бында ут менән көрәшеү урынһыҙ ине. Ялпылдап килгән ерән аждаһаға ҡаршы ҡул һиптергестәре менән генә ҡаршы тороу мөмкин түгел. Күңелде көсһөҙлөк һәм әсенеү тойғоһо иҙә...
Яңы план өлгөрҙө: утты йырын аша сығармаҫҡа, артта - ауыл. Күҙ алдында янған һәм уға ярҙам итер өсөн бер нәмә лә эшләп булмаған тауға ҡарап-ҡарап алабыҙ. Шул ваҡыт тауҙың бер яҡ һыртынан ауыл егеттәре килеп сыҡты. Улар икенсе яҡтан һүндереп киләләр икән. Беҙҙең ун биш ирекмәндән генә торған отрядҡа йән инде, беҙ ҙә егеттәргә ярҙамға ташландыҡ. Артыбыҙҙан өс йәш ҡыҙ бала эйәрҙе. Тауға менгәс тә үләндәрҙе һүндереүгә йәбештек, ут ағастарға үрмәләй, уларҙың ҡайһы яғынан буйлап менеп киткәнен дә аңғармай ҡалаһың, дөрләй ҙә башлай. Ағас тоҡанһа, яҡын барып булмай, бит яна, тын алыу ауыр. Арҡалағы һыу ҙа аҙға ғына етә. Һыу артынан йүгереп төшөп килеүгә инде бая беҙ ҡотҡарып маташҡан ағастар ялпылдап яна... Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, аҙымлап, ағастан-ағасҡа, утты сигендерәбеҙ. Ниндәйҙер ваҡыттан тауҙы баҫып алабыҙ. Ул арала намаҙ ваҡыты еткән. Хәле булғандар шунда намаҙға баҫа. Минең ундай көс юҡ, арып ҡолаған еремдә Аллаһҡа ялбарам - ямғыр һорайым.
Артабанғы тау үрендә ут айырыуса ҡотора. Өҫтә бөркөт саңҡылдай. Күрәһең, ояһы шундалыр. Унда ярҙам итә алмаҫыбыҙҙы аңлайбыҙ һәм әсенешеп ҡарап ҡына торабыҙ. "Эх, бында самолет кәрәк ине", ти егеттәр. Һәм, ысынлап та, төтөн араһынан бер вертолет килеп сыға ла, шул тирәлә өйөрөлгәс, китеп олаға. Моғайын, берәй министр йә чиновник булғандыр...
Кискә беҙҙе алыштырыуға ике-өс кенә кеше килде. Уларҙа тик көрәктәр генә ине. Үҙемдең тәүге көнгө хәлемде иҫләп, береһенә һыу һиптергесемде бирҙем. Тау араһында көрәк менән таш туҡмап йөрөү эш түгел.
Базаға (Урыҫбай ауылы) килгәс, ашап, йыуынып алдыҡ. Унда төп көстәрҙең күрше ауыл янындағы янғынға ебәрелгәнен белдек. Беҙҙең отрядта 20-30-ар кешенән торған төркөмдәр булһа ла, улар төрлө ерҙәрҙә йөрөгәс, утты ҡамап һүндереү форсаты булманы. Төндә теге тауҙарҙа ҡабаттан ут тоҡанды...
Ирекмәндәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен әрләй. Эштәренә яуапһыҙ ҡарайҙар, бурыстарын үтәмәйҙәр, тиҙәр. Минеңсә, ул бахырҙар бөтөнләй арығайны. Йөҙҙәренә ҡараным: уҫалдар, йонсоғандар... Шулай ҙа кейемдәре беҙҙекенә ҡарағанда күпкә таҙараҡ...
Янғында ирекмән булып йөрөп, төрлө халыҡты күрҙем. Күптәр ойошмаларҙан килгән. Кемдәрҙер ярһып йөрөп утҡа ҡаршы көрәшә, йөрәге сыҙамай. Кемдәрҙелер ҡыуып алып килгәндәр, кемдәрҙер фотоға төшөү һәм интернетҡа отчет һалыу өсөн генә йөрөй. Кемдәргәлер ошо бәлә өҫтөндә "герой" булыу кәрәк, етәкселәргә "халыҡ яҡлы" икәнен күрһәтеү мөһим. Шәхсән үҙем тыуған яғым алдындағы бурысымды үтәү өсөн килдем. Бөтөнләй был яҡтарҙан булмаһам да. Минең менән янғында йөрөгәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙе ашатҡан, эсергән халыҡҡа ла рәхмәт. Ошо урында тарихты яҡшы белгән уҡытыусымдың һүҙҙәрен ҡабатлағым килә: Мәскәү ярҙам итмәҫ, үҙебеҙ, тик үҙебеҙ еңеп сығайыҡ был бәләләрҙе. Был беҙҙең тыуған яҡ!

Фаил ВӘЛИЕВ.
Мишкә районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 616

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru