«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СОҠОР ЯМАП...
+  - 

Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Николай Гоголь бынан ике быуаттан ашыу элек үк үлемһеҙ фекер әйтеп ҡалдырған: "Рәсәйҙә ике бәлә бар - ахмаҡтар һәм юлдар".

Беренсеһенән ҡотолоу юлдарын хатта замана медицинаһы ла әлегә тиклем уйлап тапмаған. Шуға күрә ул турала беҙ ҙә һүҙ ҡуйыртып тормайыҡ. Ә бына икенсеһенә килгәндә, көн һайын соҡор-саҡырҙан саң йота-йота йөрөгәндә ошо әҙиптең әйткәне гел генә иҫкә төшә.
Рәсәйҙәге юл проблемаһын сит илдәрҙә лә һәйбәт беләләр, күрәһең, хатта был хаҡта көләмәс тә уйлап сығарғандар бит. Мәҫәлән, япондар "урыҫтар юл төҙөмәҫ өсөн УАЗик машинаһын уйлап тапҡан", ти икән. Хәҡиҡәт шул: беҙҙә яңы төҙөлгән юлдар ҡыш сығып бөтмәй емерелә башлай. Бына шунда башлана ла инде тик беҙҙең илдә генә була торған "соҡор ремонты" тигән эштәр. Әлбиттә, ул юлсыларҙы эшһеҙ ҡалдырмау мөмкинлеге бирә. Ошо алым менән күпме юл ремонтланғанын аныҡ ҡына бер кем дә иҫәпләй ҙә алмай. Ә сифат ике аяғына ла аҡһай. Бына шулай сифатҡа иғтибар итмәй, күләм артынан ҡыуып эшләнеләр элек тә, әле лә. Совет осоронда Литва ССР-ында булырға тура килде. Юлдарҙың тигеҙлегенә, уларҙың ситенә сәселгән үләндең матурлығына һоҡланып ҡайттым ул тарафтан. Бер илдә йәшәһәк тә, Рәсәйҙә ул осорҙа ла юлдар әлеге кеүек соҡор ҙа саҡыр ине. Сифат үҙ бурысыңа ҡараштан тора ул инде.
Проблема ҡайҙан килеп сыға һуң? Норма буйынса асфальт составында бер аҙ ҡом, балсыҡ булырға тейеш. Таштың да фракцияһы 10-12 мм. Ә беҙҙә уны Ағиҙелдән нисек ҡаҙып алалар, шул көйө битум менән бутайҙар ҙа, юлға һалалар. Яҙ етеү менән ошо күп миҡдарҙағы балсыҡтан, ҡомдан торған "асфальт"тың араһына ҡар һыуы инеп тула, төндә боҙ туңа... һәм соҡор ремонтына урын әҙер була. Битум да ҡышҡы һәм йәйге була. Һәр береһе дүртешәр төркөмдән тора. Бына ошоларҙы иҫәпкә алып һалынған асфальт бер ҡышҡа ғына түгел, ә 25 йылға етеүе көн кеүек асыҡ. Әммә...

Сәйфулла ӘМИРОВ. Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 465

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru