«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТАТАЙ ҺАБАҠТАРЫ ОНОТОЛМАЙ!
+  - 


Өс ҡустым менән ауылға ҡунаҡҡа килдек. Ҡунаҡҡа тигәс тә, ҡунаҡҡа түгел инде. Атай менән әсәй ҡалдырып китте беҙҙе. Ә үҙҙәре ҡайҙалыр тайҙылар. Әллә Анталияға, әллә Ассыға. Тәүгеһе Төркиәлә, ә һуңғыһы Белорет районында урынлашҡан. Ә бына беҙҙе Баймаҡтағы Сыңғыҙ ауылында ҡалдырып киттеләр. Ҡустым әйтмешләй, бесәй балаларын ҡалдырған һымаҡ килеп сыҡты. Елкәнән тотоп, берәм-һәрәм машинанан төшөрөп, сумка-фәләнде тотторҙолар ҙа, ҡартатай-ҡартәсәй (әсәйем яғында олатай-өләсәй тейҙәр) менән ашыҡ-бошоҡ һөйләштеләр ҙә, китеп тә барҙылар. Улар кире уйлап ҡына ҡуймаһын, тип ашыҡтылар, буғай. Тыңлағыҙ, шаярмағыҙ, эш боҙмағыҙ, фәлән дә фәсмәтән, тигән һүҙҙәре генә һауала эленеп тороп ҡалды. Беҙ дүрт малай бер урында тапанышып, аптырашып тороп ҡалдыҡ.

Үҙебеҙ менән таныштырып үтәйем әле. Мин Хаммат булам. Миңә ун ике йәш. Ҡустымдың исеме Самат. Теге ике ҡусты минең бер туған түгел. Улар атайымдың бер туған ҡустыһының "бөркөттәре". Беҙгә ике туған була улар. Исемдәре Булат һәм Ибраһим. Шуныһы ҡыҙыҡ, ауыл малайҙары беҙгә үҙ исемебеҙ менән өндәшмәне. Беҙгә ҡушамат тағып бөттөләр. Икенсе көнөнә үк тигәндәй Самат ҡусты Самокатҡа әйләнде. Булат ҡустыға килешле генә Болт ҡушаматы тағылды. Ибраһим ҡустының исеме бер аҙ ҡыҫҡартылды. Ул хәҙер Ибрай. Ваҡыты менән Ибрашка тип тә ҡуялар. Ә бына миңә ҡушамат таба алмай бер булдылар... тип маҡтанып булмай. Ауыр булһа ла әйтергә тура килә инде. Мин Хамматтан Хоботҡа әйләндем. Тәүҙәрәк бер аҙ үпкәләп тә йөрөлдө. Әммә тиҙ өйрәндек. Баҡтиһәң, ауыл малайҙары ла мулла ҡушҡан исемдәр менән йөрөмәй икән. Һәр береһенең үҙ ҡушаматы булып сыҡты.
Былары, әлбиттә, аҙаҡ булды. Ә әле беҙ тапанышып урамда торабыҙ. Ярай әле ҡартәсәй ихлас. Ике ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп, беҙҙең эргәгә йүгереп килеп тә етте. Һәр беребеҙҙең арҡаһынан яратып-һөйөп сыҡты. "Собханалла-собханалла, күҙ теймәһен, ҡалай үҫеп, ҡалай ҙурайып киткәнһегеҙ, арҡағыҙҙан һөйөргә буй ҙа етмәй", - тип ах та ух килде. Ситкәрәк китеп, бот сабып беҙгә һоҡланып торҙо. Унан тағы йүгереп килеп, арҡаларҙан һөйөп-яратып алды. Шунан саҡ иҫенә килде. "Бәй, нишләп былайтып урамда торабыҙ. Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, әйҙәгеҙ өйгә", - тип өйгә ҡыҫтаны. Ә бына ҡартатай бер аҙ ҡырыҫыраҡ икән. Ҡул биреп кенә күрешеп сыҡты. Усы ҙур, ҡаты, ҡытыршы. Унан ниндәйҙер ҡатылыҡ, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер йылылыҡ килә. Ошо устары менән арҡанан бер яратып алһасы. Моғайын, ҡулы төшөп ҡалмаҫ ине. Юҡ, улайтманы ҡартатай. Ҙур-ҡаты ҡулдары менән беҙҙең бәләкәс-йомшаҡ ҡулдарҙы ҡыҫты ла - вәссәләм.
Беҙ бер-беребеҙҙе этә-төртә ҡыйыуһыҙ ғына өйгә инәбеҙ. Ҡартатай менән ҡартәсәй ике яҡлы өйҙә йәшәй икән. Өйҙәре, үҙҙәре әйтмешләй, алты мөйөшлө. Нишләп улай атайҙарҙыр инде. Миңә ҡалһа, өйҙөң мөйөшө һигеҙ. Ингән яҡта дүрт мөйөш, төп яҡта дүрт мөйөш. Һигеҙ мөйөш килеп сыға. Бер ҙә алты түгел. Был турала "һорашып-аңлатып" алырға уй бар ине. Ҡартатайҙың уйсан ҡараштарын күреп, тыйылып ҡалынды. Шуныһы күҙгә ташлана: өйҙә өҫтәл-ултырғыс юҡ кимәлендә. Төп яҡта ла, был яҡта ла ҡалын таҡтанан эшләнгән ҡаты урындыҡ.
Шул арала: "Юлда асығып-сарсап килгәнһегеҙҙер инде, ә мин һеҙҙе һүҙ менән әүрәтеп тик йөрөйөм", - тип ҡартәсәй алғы яҡтағы урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ебәрҙе. Күп тә үтмәй, уға боҫрап самауыр ҙа килеп ултырҙы. Ашъяулыҡтың ҡап уртаһына тәмле еҫтәр сығарып, картуфлы түңәрәк таба урын алды. Урындыҡтың түр яғынан ҡартатай ултырҙы. Ул аяҡтарын йәтеш кенә бөкләп ултырҙы ла, нимәлер уҡып, битен һыйпап ҡуйҙы. Беҙ бар хәлебеҙсә ҡартатай һымаҡ ултырырға тырыштыҡ. Әммә булдырып булманы. Былай ултырһаң да уңайһыҙ, тегеләй ултырһаң да уңайһыҙ. Бөксәңлеге сығып, нисек етте шулай ултырып сәй эстек. Тамаҡ туйҙы, уның ыңғайына йоҡо ла баҫты. Быны күреп-һиҙеп торған ҡартәсәй өтәләнеп төп яҡҡа сығып китте. Күп тә үтмәй, унан килеп сыҡты ла: "Балаҡайҙар, урын һалдым. Ятығыҙ, ял итегеҙ. Туйғансы йоҡлағыҙ. Иртәнге сәйгә үҙем уятырмын", - тине. Ҡартәсәйгә ҡарап, уға бер аҙ аптырап ҡуйылды - үтә тиҙ һалды түгелме ул урынды! Әллә алдан уҡ урын һалып ҡуйҙымы икән? Күмәкләшеп, төп яҡҡа сығабыҙ. Ҡустылар менән йылмайышып ҡуябыҙ. Баҡтиһәң, ҡартәсәйҙең урын һалыуы бик ябай икән. Урындыҡҡа түшәлгән кейеҙ башына оҙон толоп һалынған. Быныһы "оҙон" яҫтыҡ була инде. Һәм күмәгебеҙгә оҙон бер юрған. Шуның менән урын һалыу - вәссәләм. Былай бер ҙә йоҡлаған юҡ ине әле. Алдан уҡ әйтеп ҡуяйым әле, былай йоҡлау уңайлы икән. Ҡартәсәй әйтмешләй, тәгәрәп йөрөп йоҡлайһың. Күп тә үтмәй, беҙ әүен баҙарына киттек. Тәүге көн ошолай тамамланды.
Икенсе көнөнә таң менән уяндым. Стеналағы ҙур түңәрәк сәғәткә күҙ һалам. Һигеҙ тулып килә. Торорға ваҡыт, ҡустыларҙы ла уятырға кәрәк. Кешелә көн буйына йоҡлап ятып булмай ҙа инде. Әллә нимә уйларҙар. Ҡустыларҙы төрткөсләй генә башлағайным, ҡартәсәсәй түрбаштан өтәләнеп килеп тә сыҡты. "Йоҡлаһындар, балам, йоҡлаһындар. Уятма. Үҙең дә йоҡла. Һеҙ бит йыл буйы уҡып арығанһығыҙ. Ял итегеҙ, йоҡлағыҙ", - тигәс, кире яттым. Тора-бара ойоп киткәнмен. Икенсе уянғанда ун бер тулып килә ине. Бына хәҙер ҡустыларҙы ла уятырға була. Беҙҙең тороуҙы ҡартәсәй тәмле сәй менән көтөп торған икән. Рәхәтләнеп сәй эсеп алдыҡ. Хәҙер ни эшләргә? Ҡартәсәй беҙҙе көсләп йылға буйына ебәрҙе: "Барығыҙ, барығыҙ һыу буйына. Һаҡмар буйын күреп килегеҙ, малайҙар менән танышығыҙ, ҡыҫҡаһы, ял итегеҙ". Аптырап, Һаҡмар буйына юл тоттоҡ. Ул ауыл эсенән ағып үтә, ә балалар ауылдан ситтәрәк урынында һыу инә икән. Унда бер килке малай-ҡыҙҙарҙың һыу ингәнен ҡарап торҙоҡ. Тора-бара беҙ ҙә һыуға төштөк. Йылы ғына икән былай. Һыу инеп алған булдыҡ, ҡомда бер килке уйнап ултырҙыҡ. Ауыл малайҙарының береһе, һеҙҙең телегеҙ бармы ул, тип һорағас, Булат ҡусты телен күрһәтеп, уларҙы көлдөрөп алды. Ҡыҫҡаһы, аҙна-ун көн үтеүгә, беҙ ауыл малайҙары менән тулыһынса танышып-дуҫлашып, улар менән бергә һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, ҡап-ҡара малайҙарға әйләнеп бөттөк. Көндәр бер-береһенән әллә ни айырылмай тиерлек үтә торҙо. Бындай яллы рәхәт тормошҡа беҙ тиҙ өйрәндек. Сәғәт ун бергә хәтлем йоҡлайбыҙ, дүрткә хәтлем йылға буйындабыҙ, өйгә ҡайтып сәй эсеп, әҙерәк ял итеп алабыҙ ҙа тағы йылға буйына сабабыҙ. Ә бына ваҡыты менән малайҙар йылға буйында булмай ҙа ҡуя. Нимә эшләйҙәрҙер инде? Быны мин аҙаҡ ҡына аңланым...
Бына ошондай яллы тормош кинәт бер көн үҙгәрҙе. Ҡартәсәйҙең күрше ауылда йәшәгән ҡыҙы әллә бәпәй алырға киткән, әллә бәпәй алып ҡайтҡан. Ҡыҫҡаһы, ҡартәсәй шуларҙың донъяһын ҡарашырға китте. "Балаларҙы матур итеп ҡара, асыҡтырма, ваҡытында ашат, иртә уятма, туйғансы йоҡлаһындар, улар ял итергә килгән", - тип, ҡартәсәй ҡартатайға тылҡып-тылҡып китте. Уныһы ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп, баш ҡағып ризалашып торҙо. Әммә тормош ҡартәсәй уйлағанса ғына барманы. Өс-дүрт көндән ҡайтырмын, тигән ҡартәсәй өс аҙна үтеүгә саҡ ҡайтып йығылды. Минең өсөн ҡартәсәйһеҙ үткән ошо өс аҙна тотош тормош һабағы булды, буғай...
Ә әлегә беҙ моңһоу ғына ҡартәсәйҙе оҙатып ҡалдыҡ. Ул күҙҙән юғалыу менән донъя етемһерәп ҡалғандай тойолдо. Күңелһеҙ генә киске сәй эсеп алдыҡ та йоҡларға яттыҡ. Ҡартатай ауыҙ сите менән көлөмһөрәп, беҙгә һынамсыл ҡарап торҙо ла, "Иртәнге сәй теүәл һигеҙҙә", тип алғы яҡҡа сығып китте. "Нисек инде һигеҙҙә?" тип, мин аптырап ҡуйҙым. Ҡустылар миңә, мин уларға һырына биреп йоҡлап киттек.
Иртәнсәк, әлбиттә, беҙ ун берҙәр тирәһендә торҙоҡ. Әммә наҙлы тауыш менән уятыусы, өгөтләп сәйгә саҡырыусы кеше юҡ. Нишләйһең, үҙебеҙ яйлап торҙоҡ. Сәй эсергә, тип алғы яҡҡа үттек. Әммә... ашъяулыҡ йәйелмәгән, самауыр юҡ, ҡыҫҡаһы, бер нәмә лә юҡ. Был ни ғәләмәт тағы? Аптырап, ишек алдына сығам. Ҡартатай баҡса яғында нимәлер эшләп йөрөй.
- Ҡартатай, беҙ торҙоҡ!
Ул ҡулындағы көрәген кәртәләү буйына һөйәй һәм һәлмәк аҙымдары менән миңә табан ыңғайлай.
- Һаумы, улым. Торғанһығыҙ икән. Асыҡҡанһығыҙҙыр инде. Иртәнге сәй юҡ бит әле. Мин һигеҙгә әҙерләгәйнем. Нишләптер һеҙ торманығыҙ...
Әй, әттәгенәһе, һаулыҡ һорашыр кәрәк тә инде. Һаулыҡ һорашыу ауылда ҡыҙыҡ былай. Көнөнә биш тапҡыр осрашһалар, биш тапҡыр, ун тапҡыр осрашһалар, ун тапҡыр һаулыҡ һорашалар. Етмәһә, ҡул биреп. Иртәгә һаулыҡ һорашырға онотмаҫ кәрәк. Ә иртәнге сәй ысынлап булмаҫ микән? Мин өмөтлө ҡараштарымды ҡартатайға төбәйем. Шунан төңөлөп ҡуям. Иртәнге сәй булмай! Ярай, юҡ икән, юҡ. Ҡайғырырға кәрәкмәй. Төшкөһөн ныҡлап ашарбыҙ әле. Ә хәҙер Һаҡмар буйына! Беҙ күмәкләп йылға буйына ҡарай сабабыҙ. Ҡартатайҙың ҡысҡыра биреберәк әйткән һүҙҙәре бер ҡолаҡтан инде, икенсеһенән сыҡты, тигәндәй.
- Төшкө сәй теүәл икелә!
Ә беҙ, ғәҙәттәгесә, дүрт тулып үткәс ҡайттыҡ. Ғәләмәт асыҡтырҙы. Былай асыҡҡан-һыуһаған юҡ ине әле. Әммә ашъяулыҡ йәйелмәгән, самауыр боҫрап ултырмай. Ҡартатай баҡсала нимәлер эшләп йөрөй. Мин өмөтлө тауыш менән уға ҡысҡырам. - Ҡартатай, беҙ ҡайттыҡ!
Ул көрәген ҡуйып, беҙгә табан ыңғайлай.
- Эй, балаҡайҙарым ҡайтҡан да инде (тауышы ихлас та һымаҡ, шул уҡ ваҡытта мыҫҡыллы ла һымаҡ). Асығып ҡына бөткәнһегеҙҙер инде (эскә йылы йүгерә). Мин һеҙҙе теүәл икелә ун минут буйына көтөп ултырҙым. Ҡайтманығыҙ шул (уның тауышында үкенес тойғолары сағылып ҡала). Хәҙер һеҙгә киске сәйҙе көтөргә тура килә инде, ә ул туғыҙҙа ғына. Хәл юҡ, түҙәһегеҙ инде... - Беҙ аптырап, ергә ултырабыҙ, дөрөҫөрәге, ултыра төшәбеҙ. Тәүге уй - ҡасан ғына ҡартәсәй ҡайта инде! Исмаһам, туйғансы ашап алыр инек. Икенсе уй - әлегә нисек булһа ла тамаҡҡа ҡапҡылап алырға кәрәк. Астан үлеп булмай ҙа инде. Минең уйҙарҙы һиҙгән һымаҡ, ҡустылар ипләп кенә өйгә инеп сыға. Әммә уларҙың тауыш бошонҡо.
- Өйҙә бер нәмә лә юҡ. Ҡартатай бар нәмәне йәшергән!
Булмаҫ, тип уйлап ҡуям мин. Үҙем инеп китәм. Үәт әй, ысынлап та өйҙә бер нәмә лә юҡ. Кейеҙ аҫтында буш кәнфит тышы ғына ята. Тимәк, ҡартатай икмәк-фәләнде йәшергән. Ә ҡайҙа? Моғайын, аласыҡҡалыр. Миңә ҡалһа, башҡа йәшерерлек урын юҡ. Өйҙән сығып, аласыҡҡа күҙ һалам. Әммә уның ишегендә эт башындай (юҡ, ат башындай) йоҙаҡ тора. Күҙҙәр йоҙаҡты күрә, ә мейе ҡартатайҙың ҡылығын аңламай - аҙыҡ йәшерә торған замана түгел дә инде! Етмәһә, ейәндәрҙән! Ҡартәсәй генә ҡайтһын әле! Шул арала Ибраһим ҡусты аласыҡтың бер аҙ бушай төшкән таҡтаһын шәйләп ала. Уны шаҡара биреп, ҡулын тығырға маташа. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, хәҙер беҙ уны күмәкләп шаҡарһаҡ... Әммә беҙҙе, моғайын, ҡартатай ситтән күҙәтеп торғандыр. Шул арала ул сүкеш-сөйөн тотоп, беҙҙең эргәгә килеп тә етә.
- Эй, ошо донъяны... Әҙерәк кенә ҡарамаһаң, емерелергә генә тора. Ярай әле уландарым маладис. Бигерәк ярҙамсылдар...
Ул шулай һөйләнән-һөйләнә, беҙ аҡтара башлаған таҡтаны ҡатып ҡуя. Башҡаларын тарта биреп, уларҙың ныҡлығын самалай. Ышанысһыҙҙарын өҫтәмә нығытып ҡуя. Шунан ул ҡабаланмай ғына баҡса яғына йүнәлә. Беҙ аптырашып тороп ҡалабыҙ. Мин шул саҡ ныҡлы ҡарарға киләм.
- Кискеһен үс итеп ашамайбыҙ!
Әйтерһең дә, минең һүҙҙәр бушлыҡҡа оса. Асыҡтырған да, һыуһатҡан да. Нисек инде ашамайһың да, нисек инде сәй эсмәйһең! Ныҡлы ҡарар иртәнге томан һымаҡ таралып, үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Нисек етте шулай киске туғыҙҙы еткерҙек. Һыу инеү ҡайғыһы китте. Ә шулай ҙа ҡартатай маладис. Теүәл әйткән ваҡытына ашъяулыҡ йәйҙе. Беҙ шунда уҡ тыпырлашып уның тирәләй ултыра һалдыҡ. Уның нимәлер уҡып, бит һыйпағанын саҡ көтөп алдыҡ та, кемуҙарҙан ҡабаланып ашай башланыҡ. Картуф бер аҙ тоҙлораҡ икәнен туя төшкәс кенә аңланыҡ, буғай. Ҡаймаҡ һөртөлгән, уның өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибелгән икмәк бигерәк тәмле булды. Әммә ҡартатай артығын бирмәне. Булғанын ныҡлап сәйнәп ашағыҙ, тине лә ҡуйҙы. Тамаҡ туйғас, йоҡо баҫты. Нисек етте шулай урындыҡҡа сығып тәгәрәнек. Ҡартатайҙың тауышы тоноҡ ҡына булып ишетелеп ҡалды.
- Иртәнге сәй һигеҙҙә!
Әммә беҙ иртәнге сәйҙән тағы ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Ни бары бер сәғәткә. Әммә беҙ иртәнге сәйгә өмөт итмәнек. Булмаҫы билдәле бит инде. Дүртәүләшеп тышҡа сығабыҙ. Ҡартатай баҡса яғында эшләп йөрөй ине.
- Һаумы, ҡартатай.
Беҙ ҡул биреп күрешәбеҙ. Ҡартатай картуф күмә икән. Ул беҙгә лә тәпкеләр әҙерләп ҡуйған, имеш. Икәүһен күршеләрҙән алып торған.
- Уландар, һәр берегеҙгә икешәр рәт. Күмеп бөткәс, миңә күрһәтәгеҙ.
Үҙебеҙгә ҡалһа, хатта матур итеп күмдек. Әммә ҡартатай һәр төптө ентекле ҡарап сыҡты. Насар күмелгәндәрен киренән күмдерҙе. Ҡара әле, эш мәлендә ваҡыт ҡалай тиҙ үтә икән. Шул арала ваҡыт ун бер ҙә булып киткән. - Бына хәҙер һыу инеп килһәгеҙ ҙә була. Төшкө сәй икелә!
Баҡтиһәң, башҡа малайҙар ҙа ошо мәлгә һыу инергә килә икән. Тәмләп һыу индек тә өйгә табан саптыҡ - төш мәле етеп килә бит! Беҙ теүәл икелә шөрөлдәтеп сәй эсеп ултыра инек. Ҡартатай әтмәләгән бутҡа ла апаруҡ тәмле булды. Төштән кире ятып булманы. Ҡартатай беҙгә эш әҙерләп ҡуйған икән.
- Уландар, картуф күмергә! Хәҙер дүртешәр рәт!
Эштән һуң йүгереп кенә барып һыу инеп килдек. Хәҙер беҙҙең көндәр ошолай һәүетемсә генә үтә торҙо. Ә эштәр бигерәк күп булып сыҡты.
- Быҙауҙы эҙләп алып ҡайтырға!
- Ҡаҙҙарҙы һыуға ҡыуырға!
- Түтәлгә һыу ҡойорға!
- Ҡый үләндәрен йолҡорға!
- Тауыҡтарға ем һалырға!
- Йомортҡалар йыйып алырға!
- Ҡаҙҙарҙы кире ҡыуып алып ҡайтырға!
- Иҙәнде һеперергә!
- Һарайҙы таҙартырға!
- Һәм башҡаһы, һәм башҡаһы, һәм башҡаһы!
Ошо эштәрҙе эшләп йөрөгән мәлдә бая һыу инеп йөрөгән малайҙар осрай. Уларҙың ҡайһыһы быҙау ҡыуып алып ҡайтып бара, кемеһе ҡаҙҙарҙы йылғаға ҡыуа. Шул арала кис була. Көтөү ҡайта. Беҙ ҡартатай менән ҡапҡаны асып, һыйырҙы ҡаршы алабыҙ. Ярай әле уныһы, исмаһам, тура ҡайта. Ҡайтмай ыҙалатҡан һыйырҙар ҙа була икән. Шул арала күрше апай һыйырҙы һауып сыға. Хәҙер беҙ сәй мәлендә лә кемуҙарҙан йүгереп йөрөп ҡартатайға ярҙамлашабыҙ. Кемдер самауырға һыу алып килә, кемдер усаҡҡа ут яға. Аҙаҡ күмәкләшеп ултырып сәй эсәбеҙ. Әйтмәһәм дә булалыр инде, теүәл үҙ ваҡыттарында. Кис йоҡлап киткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ҡартатай беҙҙе кисен арҡанан яратып ала. Уның яратыуы бөтөнләй башҡа икән. Бер көн мин әйтә ҡуйҙым:
- Ҡартатай, мине иртәнсәк һыйыр ҡыуған мәлдә уятырһың әле...
Икенсе көн ул мине бик иртә, таңғы алтыла уятты. Көтөүҙе әйтәм, бигерәк иртә, томан таралмаған мәлдә үк китә икән. Былай иртә ғүмерҙә лә торған юҡ ине. Беҙ күрше апайҙың һыйыр һауғанын тыныс ҡына көтөп торҙоҡ. Аҙаҡ һыйырҙы һәм тананы көтөүгә бергә ҡыуырға киттек. Ара-тирә таныш малайҙар осрай. Ҡулды бер аҙ өҫкә күтәрә биреп, уларҙың сәләмдәрен ала барам. Ошо көндән башлап миңә һыйырҙы көтөүгә ҡыуыу бурысы йөкмәтелеп ҡуйылды.
Ошолай һәүетемсә генә йәшәп ятҡан мәлдә ҡартәсәй ҡайтып төштө. Бер нисә көн үткәс, ул бер ҡартатайға, бер беҙгә ҡарап, бот сабып аптыраны - нишләттең һин балаларҙы? Әрләнеңме! Фәлән дә фәсмәтән! Аҙаҡ әйтеп ҡуйҙы: - Ҡартатайығыҙға рәхмәт инде. Бынамын тигән ейәндәр тәрбиәләп ҡуйған. Ошолай егәрле генә булығыҙ инде.

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 1635

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru