«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МЕНӘН ДҮРТ СӘҒӘТ
+  - 


8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БЮТ, "Башкортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", UTV телеканалдары, шулай уҡ үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре аша дүрт сәғәт дауамында тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирҙе. Һорауҙар тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә, шул уҡ ваҡытта бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләргә лә ҡағылды. Мәҫәлән, пандемия, битлек режимының үтәлеше һүлпәнәйеүе, ғөмүмән, тажзәхмәт сире тураһында һорауҙар тәү сиратта яңғыраны.

Тажзәхмәт. "Беҙ пандемия шарттарында йыл ярым тирәһе йәшәйбеҙ. Халыҡ арыны. Шуға күрә, артыҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн был мәсьәләгә бик һаҡ ҡарайбыҙ. Әлеге мәлдә COVID-19 менән көрәштең иң төп ҡоралы - вакцинация. Шуға төп иғтибар прививка кампанияһына бирелә. Әлегә беҙҙә хәл тотороҡло, ауырыусылар һаны кинәт үҫмәй, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн 1,2 миллион кеше прививка эшләткән, ләкин был һанды 1,8 миллионға еткерергә кәрәк. Артабан 80 процентҡа сығыу зарур, сөнки "дельта"-штамм бик агрессив һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килтерергә кәрәк. Әле көн һайын 8 мең кеше прививка эшләтә. Вакцинация - бөгөн тыныс тормош режимына күсеүҙең берҙән-бер ысулы".

Эске туризм. Республика Башлығы фекеренсә, бөгөн төбәк үҙенең туристик маршруттарын интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пропагандалауҙа артта ҡала. "Мин республика буйынса күп йөрөйөм, ҡайһы бер урындарҙа хатта туҡтап ял итеү, йә ҡул йыуыу урындары ла булмауын күрәм. Шуға күрә юл буйы сервисын үҫтереүгә иғтибар бүлдек, тотош программа ҡабул иттек. Алдағы ике йылда был йүнәлештә һиҙелерлек үҙгәрештәр күрербеҙ, бик күп кафе, кемпинг, заправкалар, бәҙрәфтәр барлыҡҡа килер, тип уйлайым. 2020-2024 йылдарҙа Башҡортостанда автомобиль юлдары буйында 1000 яңы объект төҙөү планлаштырыла", - тине ул.
Республика етәксеһе белдереүенсә, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның геопарктар системаһын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта "Янғантау" геопаркы был халыҡ-ара статусҡа эйә, уға "Торатау" геопаркы ла дәғүә итә.
Киң масштаблы саралар. Пандемия осоронда Бөтә донъя фольклориадаһы, Спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя беренселеге, "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын үткәреү буйынса һорауға Радий Хәбиров түбәндәгесә яуап бирҙе: "Был ваҡиғаларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тарихына һәм Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр осраҡта ла зыян менән файҙа араһында баланс эҙләнек. Уларҙың файҙаһы күберәк. Бик күп актуаль мәсьәләләргә күҙебеҙ асылды". Әйткәндәй, саралар барышында барлыҡ һаҡланыу саралары ҡаты күҙәтелә.

Шәхси контроль. Ниһайәт, күптән көтөлгән һорау ҙа яңғыраны эфирҙа: ни өсөн Радий Хәбиров шәхсән үҙе айырым ведомстволар һәм уларҙың етәкселәре яуаплы булған тар мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә? Уйлап ҡараһаң, республика Башлығының эше ҙурыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ проблемаларҙы хәл итеү, ведомстволар эшмәкәрлегенән бер нисә аҙымға алдараҡ барыу булырға тейеш. "Системаны көйләү, аныҡ һәм һөҙөмтәле эшләү өсөн барыһына ла үҙеңә төшөнөргә кәрәк, - тине ул. - Был, ысынлап та, еңел түгел, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Ҙур республика етәксеһе булараҡ, минең бурысым - аналитикаға, күләмле проекттарға, федераль үҙәк менән эшләүгә, халыҡ менән аралашыуға күберәк иғтибар бүлеү. Хәҙер Хөкүмәткә, муниципалитеттарға яңы кешеләр килде. Тиҙҙән яйлап ҡына был мәшәҡәттән арынырмын һәм иғтибарымды күберәк стратегик мәсьәләләргә бирермен, тип уйлайым".

Баш ҡала транспорты. Баш ҡала халҡы ҡала транспорты эшен ойоштороу мәсьәләһенә, аныҡлап әйткәндә, водителдәрҙең "Алға" картаһы менән түләүҙәрҙе ҡабул итергә теләмәй, ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе талап итеүҙәренә, маршруттарҙың булмауына зарланды. "Әлеге ваҡытта "Башавтотранс" төп транспорт булып нығына, әммә тотош ҡаланы дәүләт транспорты менән генә тәьмин итеп бөтөп булмай. Эре шәхси компаниялар иһә дәүләт тәҡдим иткән шарттарҙа хеҙмәттәшлек итергә теләмәй. Әле ҡулаҡсаны "һоро зонанан" сығарыуға, йәғни шәхси компанияларҙа эшләүселәрҙең һалым түләүенә өлгәшергә тырышабыҙ. Шуның өсөн "Алға" транспорт картаһы индерелде лә инде. Йыл һуңына тиклем баш ҡаланан барлыҡ иҫке "ПАЗ"-дарҙы алып бөтәсәкбеҙ. Хәл итәһе мәсьәләләр күп, әммә быларҙың осона сығырбыҙ, халыҡ транспорт тәьминәтенә әҙерәк зарланыр, тип ышанам", - тине Радий Фәрит улы.

Ҡала парктарын төҙөкләндереү. Радий Хәбиров өфөләрҙең ҡала парктарын төҙөкләндереү буйынса социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәләрендә ойошторған тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Барлығы 61 мең самаһы граждан ҡайһы парк зонаһын алдан төҙөкләндереү буйынса үҙ фекерен белдергән. "Беҙ Нефтехимиктар паркының проектын эшләй башлайбыҙ, - тине Радий Фәрит улы, иң күп тауыш йыйған территорияны билдәләп. - Унда киләһе йылда эш башлап, ике йылдан халыҡҡа матур, яҡшы парк тапшырасаҡбыҙ". Шулай уҡ 2022-2024 йылдарҙа Дим районының Үҙәк паркы, Йылы күл территорияһы, Урмансылар паркы икенсе һулышын аласаҡ һәм 22 районда үҙәк майҙандар төҙөкләндереләсәк.

БСК, Ҡуштау. Төбәктең "Башҡортостан сода компанияһы" акцияһының контроль пакеттарына эйә булыуы буйынса һорауға Радий Хәбиров: "Росимущество менән 11,7 процент+1 акцияны Башҡортостан Хөкүмәтенең контролендә булған структураларҙың ышаныслы идаралыҡтарына биреү тураһында килешеү төҙөнөк. Икенсе этап - Рәсәй Хөкүмәте менән был предприятиеның эшен ойоштороу тәртибе тураһында килешеү төҙөү. Республика идара итеүҙе, сеймал менән тәьминәтте, башҡа оператив мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бынан тыш, рекордлы етештереү һәм финанс күрһәткестәре тураһында һөйләй алабыҙ. Мәҫәлән, йылдың тәүге яртыһында килем 43 процентҡа артып, 8,6 миллиард һум тәшкил итте. Акционерҙар йыйылышынан һуң предприятиеның социаль һәм экологик яуаплылығын асыҡлаясаҡбыҙ", - тип белдерҙе.
Радий Фәрит улы тағы бер тапҡыр БСК-ның артабанғы яҙмышы ниндәй булырға тейешлеге тураһында фекер Ҡуштауҙа халыҡ менән осрашыуҙан һуң барлыҡҡа килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Мин шул саҡта хата яһауымды һәм баһаларымдың дөрөҫ булмауын аңларға тейеш инем. Президенттың ярҙамы менән был хәлдән сыҡтыҡ. Ә бына йәмғиәткә һалынған яраларҙы дауаларға кәрәк".

Ҡоролоҡ, янғындар. Быйылғы ҡоролоҡ йылында Башҡортостанды урман янғындары ла ҡаҡшатты. Урындағы халыҡ, республика ирекмәндәре унда әүҙем ҡатнашты, әммә урман ситен һөрөп сығыу өсөн ҙур техника булмауы ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән республика Башлығы 1 ноябргә төбәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең яңы стратегияһы булдырыласағын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта янғындар ваҡытында "Газпром нефтехим Салават", "БСК", Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты кеүек эре предприятиеларҙың ҙур техникаһы йәлеп ителәсәге тураһында ҡарар ҡабул ителгән, сөнки райондар үҙ балансында ауыр техниканы тота алмай. "Эксперттар баһалауынса, тәбиғәт янғындары артасаҡ. Уларға бөгөндән әҙер булырға кәрәк. Беҙ урманлы райондарҙа "Лесохранитель" мониторинг системаһының өс комплексын ҡуйҙыҡ, улар ситтән тороп урман янғындарын күҙәтә ала. Ростех дәүләт корпорацияһы менән үҙебеҙҙә сығарылған КА-32 янғын-ҡотҡарыу вертолетын алыу тураһында килештек", - ти Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, янғындан һәм ҡоролоҡтан миктәгән Урал аръяғы, атап әйткәндә Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондарына бюджеттан 75 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Рәсәй Президенты менән мөнәсәбәт. Августа ил президенты Башҡортостанда Австрияның "Ласселсбергер" холдингының "Цемикс" ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын сығарыу буйынса заводтың беренсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашып, Радий Хәбиров менән осрашҡайны. "Президенттың республикаға яҡшы мөнәсәбәте - тәү сиратта ул Башҡортостан халҡына яҡшы мөнәсәбәт. Бөтә донъя санкциялар менән янағанда, аяғында ныҡлы торған Австрия бизнесмены республикаға 8 миллиард һалды, тағы ла 15 миллиард һалырға йыйына. Президент менән осрашҡандан һуң ике-өс аҙна үткәс беҙ студенттар кампусы төҙөү буйынса ҡарар алабыҙ. Уны ҡала уртаһында төҙөйәсәкбеҙ. Студенттар уҡыу корпустарына, лабораторияларға, мәҙәни һәм спорт биналарына яҡын йәшәргә тейеш", - ти республика Башлығы һәм үҙенең ысын путинист булыуын белдерә.

Ғөмүмән, тура эфирҙа тормоштоң барлыҡ өлкәләре буйынса ла, республика Башлығына шәхси ҡағылышлы ла һорауҙар яңғыраны. Улар Республика менән идара итеү үҙәгендә тупланып барҙы һәм хатта эфирға сыҡмағандары ла яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр: эфирҙа яңғыраған һорауҙарға яуаптарҙың барыһын да гәзит биттәренә индереп булмай. Әммә мәҡәлә башында атап үтелгән телеканалдарҙың рәсми сайтындағы яҙма менән теләгән ваҡытта таныша алаһығыҙ. Десертҡа иһә барыһын да ҡыҙыҡһындырған һорау: "Хәбировты кем алмаштырыр?" Радий Хәбиров был мәсьәләнең үҙ ихтыярында булмауын, ә халыҡ һәм ил Президенты хәл итеүен белдерҙе. Шулай ҙа уның ҡатын-ҡыҙ булыу мөмкинлеген дә йәшермәне. "Бөгөн беҙҙең ике районда хакимиәт башлыҡтары ҡатын-ҡыҙ, һәм бик "боевойҙар", - тине ул. Хәйер, алдан ҡысҡырмайыҡ, һәр нәмәне ваҡыт хәл итә. Һәр хәлдә, изге урын буш булмаҫ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 286

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru