«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕНЕРАЛДЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫНДА
+  - 

Благовар районында мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға булды - унда данлыҡлы яҡташыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған шәжәрә байрамы, фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Мәғлүм булыуынса, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1915 йылда 146-сы хәрби батальондың, 1916 йылда 152-се запастағы полктың командиры булып хеҙмәт иткән. 1917 йылғы Октябрь революцияһы менән бергә Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, 1918 йылда Башҡорт корпусының командиры булып торған.
Сара батырҙың тыуған еренән - Өйҙөрәкбаш ауылынан башланды. Унда генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатовтың бюсына сәскәләр һалынды.
Бюст 2018 йылда асылған. Бығаса Благовар районы башҡорттары урындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә генерал Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл асырға тип төрлө даирәләргә мөрәжәғәт иткән. Ниһайәт, Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән осорҙа был бәрәкәтле ерҙә күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл барлыҡҡа килгән. Билдәле булыуынса, бюст халыҡ йыйған аҡсаға эшләнгән. Авторы - ошо ауылда тыуып үҫкән скульптор Рәфис Зәйнетдинов. Һәйкәл генералдың һаҡланып ҡалған берҙән-бер фотоһы буйынса ҡойолған.
Артабан сара Языково ауылында, район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Фойела урындағы әүҙемселәр, тамырҙары менән төптән ҡыҙыҡһыныусылар шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторғайны. Кешеләрҙең быуындары тарихы, тамырҙары менән төплө ҡыҙыҡһынғаны күренеп тора: шәжәрәләр бай, күп яҡлы һәм ихлас эшләнгән. Һис шикһеҙ, барыһында ла данлыҡлы генералдың шәжәрәһе ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы - ул киң һәм мәғлүмәтле нәҫел документы булып тора.
Фәнни-ғәмәли конференция барышында йыйылыусылар Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповтың, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге баш ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужиндың, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сайетбатталовтың сығыштарын тыңланы. Сарала данлыҡлы генералдың тоҡомдары - Өйҙөрәкбаш ауылында йәшәүсе Зәйнәб Ишбулатова һәм "Ағиҙел-Инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Филүс Ишбулатов та ҡатнашҡайны. Филүс Хәмит улы - Өфө ҡала Советы депутаты, ул баш ҡала урамдарының береһенә арҙаҡлы милләттәшебеҙ Хажиәхмәт Ишбулатовтың исемен биреү башланғысын тәҡдим итеүсе лә.
Зәйнәб Ишбулатова генералдың данлыҡлы исеме тыуған яғына оҙон йылдар аша әйләнеп ҡайтыуы хаҡында һөйләне. "Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Ишбулатовтарҙың күбеһе репрессияларға эләккән. Шуға ла уның менән туғанлыҡ ептәре бәйләүе тураһында, бәлки, күптәр өндәшмәүҙе хуп күргәндер. Йылдар үтте һәм, ниһайәт, тарихи ғәҙеллек тантана итте. Минең атайым, 37 йыл ауылыбыҙ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Хәтмулла Ишбулатов данлыҡлы генерал хаҡында мәғлүмәттәрҙе үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ йыя башлағайны. Яҙмыш уны осраҡлы ғына Хажиәхмәт Ишбулатовтың өлкән улы Сәйетгәрәйҙең ҡатыны Татьяна Никитична менән осраштырған. Ҡатын ғаилә тарихы, генералдың балалары хаҡына һөйләгән. Бына шулай генерал хаҡында тәүге мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән, әйткәндәй, ошо сәйәхәттән атайым уның берҙән-бер фотоһын да алып ҡайтҡан", - тип һөйләне Зәйнәб Хәтмулла ҡыҙы.
Фәнни -ғәмәли конференция һөҙөмтәләре буйынса Языково ауылына ингән урында Х. Ишбулатовҡа бағышланған мәғлүмәти стенд (баннер) ҡуйырға, был ауылда бер урамға генералдың исемен бирергә, мәктәп уҡыусылары араһында "Ишбулатов уҡыуҙары" үткәрергә ҡарар ителде.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 352

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru