«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ ДӨРӨҪЛӨКТӨ ИЛ КОНСТИТУЦИЯҺЫ ЯҠЛАЙ!
+  - 


Тарих ҡабатлана, тиҙәр... Ысынлап та, ул ниндәйҙер бер арауыҡта ҡабатланып тора. Хәҙер инде уның фарсмы, трагедиямы икәнен дә аңлап булмай. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев шәхесенә лә ваҡыт-ваҡыт яҫҡынып тороусылар бар. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә өфөләрҙең ҡайһы бер экскурсоводтарға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән фекерҙәре төп тема булып тора. Уларҙа барлыҡ теләүселәрҙе бушлай курстарҙа уҡытып, Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаевтың исемен бысратып, шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың геройҙары юҡ, тип белдергән баш ҡала экскурсоводтарының ҡайһы берҙәре тураһында һүҙ бара.

Был ваҡиға Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың да иғтибарынан ситтә ҡалманы һәм ул үҙенең аккаунттарында түбәндәгеләрҙе белдерҙе: "Социаль селтәрҙәрҙең башҡорт сегментында экскурсоводтарҙы уҡытыу һәм республиканың милли геройы Салауат Юлаевҡа ҡарата интерпретациялар буйынса әүҙем фекер алышыу бара. Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Эльмира Туканова менән беҙ был ваҡиғаны тикшерәбеҙ. Атап кителгән экскурсоводтар менән профилактик әңгәмәләр үткәрелергә тейеш. Бындай хәл киләсәктә ҡабатланмаһын өсөн экскурсоводтарҙы уҡытырға, лекторий үткәрергә һәм йәмғиәттең был эшенә профессионал тарихсыларҙы - Рәсәй тарихи йәмғиәтен һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтен йәлеп итергә ҡарар иттек.
Дөйөм алғанда, экскурсоводтарҙың белем кимәле республика өсөн генә түгел, ил өсөн дә көнүҙәк. Тап шуға күрә күптән түгел экскурсоводтарҙы мотлаҡ дәүләт аттестациялауы тураһында федераль закон ҡабул ителде һәм 2022 йылдан республика территорияһында аттестацияны Туризм буйынса дәүләт комитеты үткәрәсәк, уға ярашлы республика тарихы буйынса экскурсия материалдары эшләнәсәк.
Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы шуны әйтер инем: ул социаль ғәҙеллек өсөн көрәштә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи шәхес һәм уға ниндәйҙер яла яғырға маташыуҙарҙың бер ниндәй аныҡ ерлеге юҡ. Тап ошо көслө шәхес етәкселеге аҫтында башҡорттар, урыҫ крәҫтиәндәре, шулай уҡ Волга буйы һәм Уралда йәшәгән башҡа милләт халыҡтары берләшкән. Дөрөҫ, Крәҫтиәндәр һуғышы ( боламы ул әллә восстаниемы - бынан уның асылы үҙгәрмәй) - ул конфликт, ләкин совет тарих фәне конфликтлы сюжеттарҙы күпселектә тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәтте һәм хатта улай ғына ла түгел, ҡайһы бер тарихи шәхестәрҙе халыҡтар дуҫлығын нығытыу һәм ил берҙәмлеге хаҡына хеҙмәт итеүсе символ булараҡ күтәрҙе.
Бында Салауат Юлаев образын миҫал итеп әйтеп китергә мөмкин. Ул СССР тарҡалған ваҡыттарҙан алып төрлөсә яла яғыуҙарға дусар ителә. Башҡорт һәм рус халҡы берҙәмлеген кәүҙәләндергән был героик шәхесте хәҙер ошо ике халыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйыусы итеп күрһәтергә маташалар. Шул уҡ ваҡытта был интерпретацияларҙың айышына төшөнөү кәрәк, уны Салауат Юлаев образын боҙоп күрһәтеү өсөн файҙаланыуға юл ҡуйырға ярамай. Салауат Юлаев, асылда, халыҡтар дуҫлығын юғары баһалаған һәм уның үлемһеҙ образы бөгөн дә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыуға хеҙмәт итә".
Тарихсы, журналист, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Салауат Хәмиҙуллин иһә был ваҡиғаны абсурд һәм провокацион белдереү тип баһалай һәм уларға комментарий бирергә кәрәкмәй, ти. "Улар тап ошоно фекер алышыуға сығарыуға иҫәп тота һәм беҙ ирекһеҙҙән дөрөҫ булмаған мәғлүмәт һәм ғәйбәт таратыуҙа ҡатнашыусы булабыҙ. Әгәр ҙә кемгәлер был мәсьәлә ысынлап та ҡыҙыҡлы икән, уларға Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев яҙған барлыҡ текстарҙы анализлаған Өфө тарихсыһы И.М. Гвоздикованың фундаменталь тикшеренеүҙәрен уҡырға кәрәк. Унда уның һорау алыуҙарҙа ниндәй күрһәтмәләр биргәне, кемгә һәм нимә тураһында хаттар яҙғаны ентекле яҙылған. Атап үтелгән "экскурсоводтар"ға килгәндә, улар үҙҙәренең наҙанлығы һәм компетентһыҙлығы менән тотош йәмғиәтте оятҡа ҡалдыра. Ул ғына ла түгел, уларҙың ғәмәлдәре билдәле "Уфагубъ" экстремистик төркөмө ысулдарын хәтерләтә. Әйткәндәй, мин үҙем шундай "белгестең" экскурсанттарға, Ағиҙел йылғаһы унда Бела исемле ҡыҙ батып үлгән өсөн Белая тип атала, тип һөйләгәненә шаһит булдым. Әгәр шундай экскурсоводтарға артабан да үҙ "эшмәкәрлектәрен" дауам итергә юл ҡуйғанда, республиканың һәм уның баш ҡалаһының ниндәй ыңғай имиджы тураһында һөйләргә мөмкин? Өфө ҡаланың иҫтәлекле урындарын белгән ысын эрудициялы белгестәргә эйә булырға лайыҡлы".
Әйткәндәй, 2003 йылда Башҡортостандан Палдискиға беренсе тапҡыр "Салауат эҙҙәре буйлап" журналистар экспедицияһы ойошторолдо. Уның составында төрлө милләт вәкилдәре булды. Тәғәйен урынға барып етеп, һәйкәлдең тирә-яғын байҡап, күҙҙәрҙән үҙенән-үҙе аҡҡан йәштәрҙе һөртөп тә өлгөрмәнек, эргәбеҙгә өлкәндәр ҙә, бала-саға ла йыйылып китте. "Ошо урындан үткән саҡта күҙ йәштәремде тыя алмайым, йөрәк һыҡтай. Рәхмәт, онотмай килеп, батырығыҙҙы хөрмәтләгәнгә", - тине бер урыҫ теле уҡытыусыһы. Ғөмүмән, кем менән генә һөйләшергә тура килмәһен, барыһы ла Салауат исемен оло хөрмәт менән телгә ала. Малай-шалай иһә: "Әлбиттә, Салауат Юлаевтың кем икәнен беләбеҙ. Ул - башҡорт халҡының милли геройы. Оккупанттарға ҡаршы көрәшкән. Мәктәптә беҙгә уҡытыусылар һөйләй", - тип эскерһеҙ яуаплай. Ҡандарында булған бойондороҡһоҙлоҡ йәш балаларҙа шулай сағыла - азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәште улар оккупанттарға ҡаршы көрәш тип күҙаллай. Ирҙәрҙең бер сәбәпһеҙ илағанын да мин ошонда күрҙем. Хәйер, унда сәбәп тә кәрәкмәй - Салауаттың һуңғы төйәге, әйтерһең дә, һәр кемде яңынан тыуҙыра - күҙ асып йомғансы икенсе кешегә әйләндерә. Күҙгә күренмәҫ энергия һәммәбеҙҙең йөрәге аша үтеп, беҙҙе бер бөтөнгә әүерелдерә. Юл буйына беҙҙе яҡлаусы, һаҡлаусы, терәк булған, бер һүҙһеҙ ярҙамға килгән ир-егеттәр ҙә күҙ йәштәрен йәшермәне. Иң сабыр, ҡаты кешеләр ҙә ҡараштарын күккә төбәне.... Палдискиға килгән юлда Салауатты "ул бит бандит булған" тип үҙ һүҙен бирергә теләмәгән журналистарҙың бәғзеләре лә кире Башҡортостанға юлланғанда уның тураһында фекерен тамырынан үҙгәрткәйне инде...
Бөгөн Башҡортостанда милли батырыбыҙ тирәләй ҡуйырған ялған һүҙҙәр ҡабат ошо мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Эйе, һәр кемде автобустарға тейәп, Салауаттың һәм уның көрәштәштәренең Рогервикка тиклем йәйәүләп үткән юлынан алып йөрөү мөмкин түгел, әммә тарихи ысынбарлыҡты белеү өсөн уларға тарихсылар яҙып ҡалдырған китаптарҙы уҡып сығыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Икенсе яҡтан, ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: ни өсөн Башҡортостанда башҡорттар ауыҙынан башҡа милләттәр тураһында ниндәйҙер насар һүҙ сыҡһа, шунда уҡ мәсьәлә юридик ысулдар менән, хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашлығында хәл ителә, ә, киреһенсә, башҡа милләттәр башҡорттарға, ул ғына ла түгел, республиканың дәүләт атрибутикаһында урын алған шәхескә ҡағылышлы, тимәк, дәүләт атрибутикаһына ҡарата бысраҡлыҡ таратһа һәм аҫтыртын ҡотҡо эшмәкәрлеген алып барып, ҡау аҫтына ут төрткәндә лә иҫкәртеү менән генә сикләнелә. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың фекере менән дә килешергә мөмкин: ҡотҡосоларҙың провокацияһына бирелмәҫкә! Әммә заманында ғәҙеллек өсөн көрәшкән милли батырыбыҙ Салауаттың исемен бысратыусылар ҙа ғәҙел язаһын алырға тейештер, моғайын. Юҡһа, башҡалар ҡурҡһын өсөн үҙеңдекеләрҙе туҡма, тигән кеүек килеп сыға.
Өсөнсөнән, яңы үҙгәрештәр менән ҡабул ителгән Төп Законда тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауҙы тәьмин итеү тураһында статья барлыҡҡа килде. Ул, моғайын да, Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың да тарихын боҙоп күрһәтеүгә, шул иҫәптән дәүләт символында урын алған шәхестәрҙең исеме бысратылыуына юл ҡуймауҙы күҙаллайҙыр һәм гарантиялайҙыр. Шулай тип ышанайыҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 469

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru