«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАКЦИНАМЫ, ӘЛЛӘ РЕАНИМАЦИЯМЫ?
+  - 

Йәмғиәттә вакцинация тураһында бәхәстәр тынмай, мин дә был көнүҙәк мәсьәләнән ситтә тора алмайым, сөнки күптәр шылтыратып кәңәш һорай. Үҙем дә күптән түгел Covid-19 менән сирләнем, шәхсән үҙем был яуыз сирҙең 55 йәштән өлкәндәрҙә нисек ағышын күрҙем һәм тойҙом, шуға күрә кемгә медицина күрһәткестәре буйынса сикләүҙәр юҡ, мотлаҡ прививка эшләтергә тәҡдим итәм!

Был кәңәште мәжбүри прививка эшләтеүҙең матур булмаған ысулдарын хуплағандан бирмәйем. Юҡ. Шәхсән үҙем "тажлы тамуҡты" уны йоҡторғандан алып, яйлап һауыҡҡанға тиклем үттем, үҙемде лә, башҡаларҙы ла был заман афәтенән ҡурсалау өсөн тәжрибәм һәм башҡаларға кәңәш бирергә әхлаҡи хоҡуғым барҙыр, тим. Мин хатта "Тажлы тамуҡ" тип атап, ҙур булмаған әҫәр яҙҙым. Унда үҙем үткән тамуҡ тураһында һөйләргә, ауырыуға тарығанда кешелек йөҙөн юғалтмаҫҡа тырышырға кәрәк икәнде еткерергә теләйем, ни тиһәң дә, был сир иң кешелекле сифатты - хәтерҙе, аҡылды, үҙ-үҙеңә ышанысты үлтерә.
Госпиталдәрҙә ысынлап та беҙҙең көн геройҙары - табиптар, шәфҡәт туташтары һәм егеттәре, фельдшерҙар, санитарҙар, ашнаҡсылар, ауыр сирлеләрҙе тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәр эшләй. Мин йәш егет һәм ҡыҙҙарҙың, БДМУ-ның өлкән курс студенттарының төндәр буйы йоҡламай дежур итеүен, ауырыуҙар өсөн йөҙҙәрсә һауыттарға система һәм инъекция өсөн дарыуҙар бүлеүен, конверттарға меңдәрсә төймә дарыуҙар һалыуын, ауыр сирлеләр өсөн ашарға ташыуын, уларҙы тәрбиәләүен, һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуын күрҙем. Уларҙың көн һайын, сәғәт һайын махсус кейемдәрҙә пациенттар эргәһенә килеүен, үҙҙәренә вирус йоҡтороу мөмкинлегенә ҡарамаҫтан, ауыр сирлеләр менән һөйләшеүҙәрен, ауырыуҙарҙа һауығыуға ышаныс тыуҙырыуҙарын, үҙҙәренең бурысын намыҫ менән башҡарыуын күрҙем.
Ковид госпиталдәрендә аҡ халатлы кешеләрҙең яуыз сир менән һәр кеше ғүмере өсөн ысын мәғәнәһендә һуғыш бара һәм был ялтырауыҡлы һүҙҙәр түгел. Мин уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм ошо ауыр көрәштә һаулыҡ, уңыштар теләйем. Әле миндә антиматдәләр күләме етерлек, әммә улар кәмеп, прививка эшләтергә кәрәк булһа, мин мотлаҡ был процедураны үтәсәкмен. Быны мин аңлы рәүештә эшләйәсәкмен. Шуға күрә минең кәңәшем - прививка эшләтегеҙ һәм был дөрөҫ ҡарар буласаҡ! Барығыҙға ла һаулыҡ һәм сәләмәтлек теләйем!

Ғарифулла ЯПАРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 351

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru