«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШЫҢДЫ ЯҠШЫ ҺАҠЛА!
+  - 

- Кишер яҡшы һаҡланһын өсөн тәү сиратта уны мотлаҡ ҡояшлы көндә ҡаҙып алырға кәрәк. Йәшелсәне ҡаҙып алғас та яҡшылап таҙартып, йыуып, шунда уҡ һабағын һәм осон ғына ҡырҡып ташларға. Шуға иғтибар итегеҙ: һабаҡтарын үткер бысаҡ менән кишерҙең итенә тиклем ҡырҡырға. Шунан ҡояшта яҡшылап киптерергә лә, полиэтилен муҡсаларға һалырға кәрәк. Кишерҙе һалғас, муҡса ауыҙын ныҡлап бәйләйбеҙ һәм төйөнөнә ҡаршы икенсе муҡсаны кейҙереп, шулай уҡ ныҡлы итеп бәйләп ҡуябыҙ. Тишек тишергә кәрәкмәй. Ошо рәүешле йыйналған кишерҙе ҡаптарға йәки ағас йәшниктәргә һалып һаҡларға. Был рәүешле ҡышҡыға әҙерләнгән кишер серемәй.

- Йәш һәм еүеш үләнде яндырыуы еңел түгел. Ҡайһы берәүҙәр уны серетмәгә һала. Былай итергә теләмәгәндәр өсөн бик шәп ысул бар. Ябай кирбесте 3-4 сәғәткә кәрәсингә тығып ҡуябыҙ. Шунан ҡағыҙға урап, яңы йолҡолған үлән, сүп-сар уртаһына һалырға һәм кирбескә ут төртөргә.

- Һарымһаҡ киләһе йылға тиклем яҡшы һаҡланһын өсөн ҡатырға ҡап һәм тоҙ кәрәк. Ҡап төбөнә күп итмәй генә тоҙ һибергә, шунан һарымһаҡты теҙеп һалырға ла, өҫтөнән тағы ла бер ҡат тоҙ һибеп, үҫемлекте тағы теҙергә. Һарымһаҡтың һуңғы ҡатын да тоҙ менән һибеп ҡаплап, ҡаптың ауыҙын ябып, уңайлы ергә ҡуйырға. Ғәҙәттә, аш бүлмәһендә өҫтәл аҫтына урынлаштыралар. Һарымһаҡ был рәүешле киләһе уңышҡа тиклем һаҡланырға мөмкин, иң мөһиме, ул тулыһынса тоҙ менән ҡапланған булһын.

- Файҙалы оҫҡон йыуаһын ҡыш дауамында ашарға була. Ул һыуыҡҡа бик бирешеп бармай. Оҫҡон йыуаһын ҡаҙып алғас, уны бер тәүлек тирәһе ҡояш төшмәгән ерҙә киптерергә. Шунан 10-ар литрлыҡ биҙрәләр төбөнә эре ҡом тултырып, 1-әр стакан һыу ҡойорға һәм оҫҡондо тамыры менән аҫҡа ҡарай ҡаҙап сығырға. Был биҙрәләрҙе верандала урынлаштырырға ла мөмкин һәм һауа торошо хатта -20, -25 градусҡа тиклем һыуытҡанда ла йыуаға бер ни булмай. Һуңынан уны кәрәк саҡта 1-2 көн алдан иретеп ҡуйып тотонорға була. Шуға биҙрәләрҙе йылы урынға күсереп йөрөргә лә кәрәкмәй. Шулай уҡ оҫҡон йыуаһының башын һәм йәшел һабаҡтарын айырып, туңдырғысҡа тығып ҡуйырға ла була.

- Сөгөлдөрҙө берәмләп картуф өҫтөнә бер ҡат итеп теҙеп һалғанда ул яҡшы һаҡлана. Шулай уҡ ҡыҙҙырылған ҡом менән онтаҡланған аҡбур ҡатышмаһы ла сөгөлдөрҙө оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә, әммә был осраҡта пластик һауыттар ҡулланмаҫҡа, ҡағыҙ ҡаптар, йәшниктәр йәки балсыҡ һауыттар менән эш итергә кәрәк.

- Кәбеҫтә баштары бер-береһенә тейеп ятырға тейеш түгел, уларҙың араһы, исмаһам, 1-әр сантиметр булырға тейеш. Әлбиттә, иң яҡшыһы - күсән үҙәгенән бәйләп, элеп ҡуйыу. Шулай уҡ фатирҙа йәшәүселәр һәр кәбеҫтәне аш пленкаһы менән урап, балконға сығара ала.

- Ҡабаҡтың тик ҡалын ҡабыҡлыһын ғына оҙаҡ һаҡлағыҙ. Быны билдәләр өсөн үҫтергән сорт тураһында мәғлүмәтте уҡығыҙ. Һаҡларға һалған ҡабаҡтарҙың һабағын оҙон итеп, 20 сантиметрға тиклем, ҡалдырырға. Уңайлы температура 18 градус, шуға һыуытҡысҡа тығыу кәңәш ителмәй.

- Помидорҙы оҙаҡ һаҡлау өсөн халыҡ былай кәңәш итә: йомортҡа ағы, тоҙ һәм желатиндан торған ҡатышма әҙерләп, шуға һәр помидорҙы тығып алырға һәм киптерергә. Ошо рәүешле йәшелсә ярты йылға тиклем яҡшы һаҡлана.

- Ә бына таш ҡабаҡ һәм баклажандарҙы һыуыҡ төшмәҫ борон йыйып алыу мөһим. Таш ҡабаҡ үҙе 15-тән 45 сантиметрға тиклем ҙурлыҡта, ә һабағы 5 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Иҫке колготкаларға берәр йәшелсәне тығып, ҡоро урынға элеп ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ һәр таш ҡабаҡты бер нисә ҡат махсус аш ҡағыҙына төрөп, карауат аҫтына тығып ҡуйырға ла була.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 383

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru