БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы ЙЫҺАНШИН Башҡортостан Республикаһы территорияһында сусҡаларҙың африка тағунын һәм тиҙ таралыусы ҡош киҙеүен йоҡтороу хәүефе һәм был сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау саралары хаҡында хәбәр итте.
Билдәләнеүенсә, Рәсәй Федерацияһында эпизоотик хәл көсөргәнешле булып ҡала килә. Көн һайын сусҡаларҙың африка тағуны, тиҙ таралыусы ҡош киҙеүе, бешмә, туберкулез һәм башҡа сирҙәрҙең яңынан-яңы сығанаҡтары теркәлеп тора. Мал һәм ҡош-ҡорт үлеме, ғәҙәттә, 98 процентҡа барып етә. Был ауырыуҙар йәшен тиҙлегеләй таралыусан һәм уларға тиҙ бирешеүсән малдар яндырыу юлы менән генә юҡ ителә.
Былтыр ҡош киҙеүе беҙҙең республика сиктәренә ныҡ яҡынлашты. Сир сығанаҡтары күрше Татарстанда, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләрендә теркәлде. 4 октябрҙә ветеринар хеҙмәткә республикабыҙҙың Туймазы районы Бишҡурай ауылындағы "Алтын ҡаҙ" ҡаҙ фермаһында һәм уның ҡарамағындағы Николаевка күркә хужалығында ҡош-ҡорттоң күпләп үлеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Ветеринария идаралығы хеҙмәткәрҙәре урынға барып тикшергәндән һуң Башҡортостан фәнни-производство ветеринария лабораторияһы тарафынан А штамлы ҡош-ҡорт киҙеүе диагнозы ҡуйылды. Ветеринария ҡағиҙәләре буйынса дәүләт ветеринария хеҙмәте һәм Туймазы район хакимиәте менән берлектә йоғошло сирҙең артабан республика буйлап таралыуына юл ҡуймау һәм бындағы сир сығанағын юҡ итеү буйынса ашығыс саралар күрелде. Н5 тибындағы тиҙ таралыусан ҡош киҙеүе вирусы республикаға йылы яҡтан осоп килеүсе ҡоштар тарафынан таралған икәне асыҡланды.
6 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Указы менән эпизоотик сығанаҡтар, хәүефле һәм күҙәтеү зоналары билдәләнде һәм карантин булдырылды. Туймазы районы территорияһында ҡош киҙеүе сығанаҡтарын юҡ итеү буйынса ғәҙәттән тыш ведомство-ара республика комиссияһы ултырышы үткәрелде. Инструкцияға ярашлы, сир сығанаҡтары һәм хәүеф янаған зоналарҙа 5 км радиустағы бөтөн йорт ҡош-ҡорто яндырылып юҡ ителде. Николаевка ауыл хакимиәтенә ҡараған 4 тораҡ пунктында урындағы халыҡтың 896 баш ҡош-ҡорто, Бишҡурай ауыл хакимиәте (Бишҡурай, Ярмунса, Булат) ауылдарынан 530 баш ҡош-ҡорт тартып алып, юҡ ителде. Бындай саралар барышында "Алтын ҡаҙ" фермаһының 7 меңдән ашыу баш ҡаҙы һәм 2 меңдән ашыу күркә юҡ ителде. Шуныһы борсолоу тыуҙыра: киҙеү вирусы контролгә алыныу мөмкин булмаған ҡыр ҡоштары араһында ла таралып өлгөрҙө. Улар төрлө урындарға күсеп йөрөгән ыңғайға яңынан-яңы сир сығанаҡтарына сәбәпсе буласаҡ.
Тиҙ таралыусан ҡош киҙеүен булдырмау маҡсатында республика биләмәләрендә түбәндәге сараларҙы тәҡдим итәбеҙ:
1. Бөтөн төр хужалыҡтарҙа ҡош-ҡортто иреккә сығармай тоторға һәм йорт ҡоштарының ҡырҙағы сит яҡтарҙан осоп килеүсе ҡоштар менән аралашыуына юл ҡуймаҫҡа.
2. Ит өсөн тәғәйенләнгән ҡош-ҡортто тиҙ арала һуя башларға.
3. Зыян күреүсе хужалыҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы предприятиелары иҫәбенә тулыландырырға.
4. Башҡа субъекттарҙан ҡош-ҡортто фәҡәт дәүләт ветеринария хеҙмәте менән килешеүҙән һәм ҡош киҙеүенә мониторинг тикшеренеүҙәрҙән һуң ғына килтерергә.
5. Ҡош-ҡорт еме өсөн сәнәғәт етештереүендәге ҡатнаш аҙыҡтарҙы ғына файҙаланырға.
Бөгөнгө көн мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Федерацияһының 35 субъектында африка сусҡа тағунының 210 сығанағы теркәлде, юғары ки-мәлдәге биологик һаҡ аҫтындағы "Мираторг - Белгород" сусҡасылыҡ комплексы ла зыян күрҙе. Сусҡа тағуны Башҡортостанға күрше Татарстан, Марий-Эл республикаларында, Һарытау, Һамар өлкәләрендә лә теркәлде. БР буйынса Россельхознадзор идаралығы менән берлектә республикалағы сусҡасылыҡ комплекстарында ветеринар ҡағиҙәләрҙе һаҡлау буйынса квартал һайын тикшереүҙәр үткәрелә. Башҡортостанда иң күп һанда сусҡа аҫраусы комплекстар Благовар (170 мең баш), Шишмә (87 мең), Бүздәк (83 мең) райондарында урынлашҡан, был республика буйынса дөйөм күрһәткестең 85 процентын тәшкил итә, шуға күрә был райондар тәү сиратта үҙ биләмәләрен тулы кимәлдә һаҡлау хәстәрлеген күрергә тейеш.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Республика буйынса Россельхознадзор белдереүенсә, Туймазы районындағы ҡош киҙеүе буйынса карантинлы зонанан ветеринар оҙатыуы документтарһыҙ ҡошсолоҡ продукцияһын сығарырға уйлағандар. Был факт Бишҡурай ауылының карантин посында асыҡланған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерергә туҡтатҡан автомобилдә полиэтилен тоҡтарға тултырылған 100 кг ҡаурый, 10 кг ҡаҙ тәпәйҙәре һәм баштары булған. Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының эске ветеринар күҙәтеүе бүлегенең дәүләт инспекторы тарафынан был табылдыҡҡа ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылған. Ветеринар документһыҙ был продукция артабан юҡ ителеүгә тартып алынған.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|