«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪӘПТӘ ЛӘ, ҺАНДА ЛА БУЛАЙЫҠ!
+  - 

"Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020" кампанияһы башланды, ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостанда 7 меңдән ашыу иҫәп алыусы халыҡтан йыйған мәғлүмәтте махсус программалы планшеттарға теркәп бара, интернет булмаған төбәктәрҙә ҡағыҙ бланкылар ҙа файҙаланыласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу илдең социаль-иҡтисади үҫеше, ғилми тикшеренеүҙәр, демографик торошто аныҡлау кеүек мөһим маҡсаттар өсөн кәрәк булыуын барыһы ла белә. Шулай ҙа алынған мәғлүмәтте тейешенсә файҙаланмаҫтар, енәйәтселәр ҡулына эләкһә, аҡса таптырырҙар, өҫтәмә һалым килер, теркәлгән урында йәшәмәгәнде белерҙәр, махсус хеҙмәттәр хәбәрҙар булыр һәм башҡа ошондай яңылыш фекерҙәр йөрөй халыҡта. Был икеләнеүҙәр урынһыҙ, сөнки закон буйынса иҫәпкә алыу барышында алынған мәғлүмәттәр сер итеп һаҡлана һәм бер кемгә лә бирелмәй.
Иҫәпкә алыу ҡағыҙына иғтибар итһәгеҙ, унда һеҙҙән милек, килем, фатир хужаһы, паспорт белешмәләре күрһәтеү талап ителмәй. Ә бына милләт, телдәрҙе белеү, милләт-ара никахтар һаны, белем кимәле, никахтың ғәмәлдәге хәле, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары, өйҙән эшкә тиклем сарыф ителгән ваҡыт тураһындағы мәғлүмәттәр йәмғиәттәге үҫеште күҙәтеү өсөн мөһим һәм бланкыларҙағы һорауҙар шуларҙы асыҡларға ярҙам итә лә инде.
Яуап биреүҙә 14 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала, ғаиләнән бер генә кеше яуап бирһә лә ярай. Әлбиттә, был сараның төп һорауҙарының береһе: "Һеҙ ниндәй милләткә ҡарайһығыҙ?" - тип яңғырағаны. Һәр кеше унда үҙенең милләтен яҙа, ә иҫәпкә алыусыға ярҙамсы һорау биреү йәки яуапҡа ҡарата икеләнеү белдереү тыйыла. Шулай уҡ өйҙә аралашҡан бер нисә милләтте һәм телде күрһәтергә мөмкин, был ҡатнаш никахтар һанын белергә ярҙам итәсәк.
Быйыл күп функциялы үҙәктәргә барып (МФЦ) та, "Дәүләт хеҙмәттәре" ("Госуслуги") порталында ла яуап бирергә була. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында үҙаллы яуап биргән осраҡта һәр ғаилә ағзаһына үҙенсәлекле код ебәреләсәк, икенсе тапҡыр һорау алмаһындар өсөн ул кодты үҙегеҙҙең участкаға беркетелгән иҫәп алыусыға күрһәтергә кәрәк була.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышында мутлашыусылар әүҙемләшергә мөмкин, тип билдәләй белгестәр. Мутлашыусылар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте белеү өсөн иҫәп ҡағыҙында булмаған һорауҙар бирергә мөмкин. Мәҫәлән, эш графигы тураһында һорауҙар биреп, кешенең ҡасан өйҙә булмауын билдәләргә тырышыу осрағы. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙән пенсия күләме, уны ни рәүешле алыуҙарын, картаның банк реквизиттары хаҡында мәғлүмәттәр һорауҙары ла бар. Был һорауҙарҙың береһе лә иҫәп ҡағыҙында юҡ һәм уларға яуап бирергә кәрәкмәй. Айырыуса оло йәштәгеләрҙе иҫкәртеү мотлаҡ.
Граждандарҙың шәхси мәғлүмәтен белеү өсөн мутлашыусылар шулай уҡ үҙҙәрен Росстат хеҙмәткәрҙәре итеп танытырға ла мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусы һәр кеше яҡтыртыуҙы сағылдырыусы (светоотражающий) зәңгәр курткала һәм иҫәп алыу символы күрһәтелгән күк төҫтәге шарф һалған буласаҡ. Шулай уҡ уның ҡулында фирмалы күк сумка, планшет һәм иҫәп алыусының уникаль номеры яҙылған "һыулы" билдәләр (водяные знаки) менән һаҡланған танытманың булыуы мотлаҡ.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың төп принцибына ярашлы, яуаптарҙы документаль рәүештә иҫбатлау кәрәкмәй, йәғни иҫәп алыусы һеҙҙән паспорт йәки башҡа төрлө документ талап итергә тейеш түгел. Иҫәп алыусыны йорт йәки фатирығыҙға индермәйенсә, ишек төбөндә йәки подъезда, ихатала ғына һорауҙарға яуаптар бирергә хоҡуҡлыһығыҙ. Мутлашыусыларҙың фатирға инеп, береһе һорауҙар биреп, йорт хужаһының иғтибарын үҙенә йүнәлткән сағында икенсеһенең ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлау осраҡтары булыуы билдәле.
Әгәр ҙә һеҙгә телефон аша яуап биреүҙе һорап шылтыратһалар йәки телефонға ниндәйҙер сайтҡа инеп, һорауҙарға яуап биреүҙе күҙаллаған смс-хәбәр килһә, инҡар итегеҙ, былар - мутлашыусылар.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 328

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru