«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҮҘ "ЙОРТОМА" ҠАЙТТЫМ
+  - 

Ниһайәт, был интернет тамам ялҡытты мине. Уның арҡаһында телевизор менән элек яратып уҡыған гәзит-журналдарымдан айырылдым. Телевизоры ярай инде, уны барыбер ҡарағы килмәй, ә бына гәзит-журналһыҙ күңел ҡорғаҡһыны.

Телевизорҙы әйтәм, гел бер үк йөҙҙәр, бер үк һүҙҙәр, тигәндәй. Бер ниндәй күңелгә ятышлы тапшырыуҙар юҡ, туҡтауһыҙ йүнһеҙ рекламалар, тоҙһоҙ, бер-береһенә оҡшаш сериалдар йәнгә тейә, етмәһә. Шул уҡ Соловьев та, Малахов. Дөрөҫ, һирәкләп кенә БСТ-ны ҡарап алам былай. Тик барыбер гәзит-журналға етмәй инде. Күрәләтә туған телдәге баҫмаларыбыҙҙан алыҫлашҡаным өсөн үҙемде әрләп бөтөрә алмайым. Уларҙы сайттарынан уҡыйым, имеш. Юҡ шул, күптәр шулай тип үҙҙәрен алдатһа ла, яратҡан гәзит-журналыңды сайттан уҡыу - буш һүҙ ул, барыбер танһыҡты ҡандырмай. Сөнки, беренсенән, сайтҡа бөтөн мәҡәләләр ҙә һалынмай; икенсенән, уҡығаның елгә осоп торғандай: иҫтә лә ҡалмай, төпләмә итеп туплап барырға ла булмай. Ә мин бит гәзитемде ҡулға тотоп, башынан аҙағынаса ала-һала уҡып сығырға ғәҙәтләнгәйнем.
Әйтеүемсә, интернет ялҡытты, хәҙер смартфонды мин һауа торошон ҡарап алыу һәм көн яңылыҡтарына күҙ йүгертеп сығыу өсөн генә ҡабыҙам. Элеккеләй, төн йоҡоларымды ҡалдырып, бәйләнештә лә ултырмайым, сөнки күпселек көнкүреш һәм ғаилә проблемаларын уҡый барып, гел ҡатын-ҡыҙарҙан торған төркөмдәштәрҙең нимә тип әйтерҙәрен алдан белеп торам. Комменттарҙа йыш ҡына бәхәс, талаш ҡуба, ғәйбәт китә, хатта һүгенеүҙән дә тартынып тормай ҡай берәүҙәр. Фейк хәбәрҙәр ҙә ялҡытты. Смартфон һатып алырҙан элек йәнгә тыныс ине, иҫке булһа ла, төймәле бәләкәй генә телефонымды фәҡәт шылтыратыу өсөн тотондом һәм күп йылдар инде "Киске Өфө" гәзите менән "Ағиҙел" журналын алдырып, яратып уҡый торғайным. Иҫке ғәҙәт үҙенекен итте, түҙмәнем: почтаға барып, Путин аҡсаһынан арттырып, сентябрь урталарында уҡ ошо йылдың ҡалған өс айына һәм киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына " Киске Өфө" гәзите менән "Ағиҙел" журналына яҙылып ҡайттым. Үҙ телебеҙҙәге яҙма баҫмаларға етмәй инде, шуны аңланым. "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләр тәрбиәүи йәһәттән фәһемле лә, ғибрәтле лә. Тема төрлөлөгө, файҙалы мәғлүмәттәре заман проблемалары менән хәбәрҙар булырға ярҙам итә, рухиәтебеҙҙе байыта, милләтем менән бәйләнеште нығыта, юғиһә интернет селтәренең рухыма ят виртуаль донъяһы тотҡононда аҙашып йөрөгәндәй хис итә инем үҙемде. Әсә телемдәге матбуғатҡа яҙылып, әйтерһең дә, үҙ йортома ҡайтып ингәндәй булдым.

Мәғәфүрә ИШКИЛДИНА,
хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 614

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru