Уҡыу йылы башында башланғыс кластан уҡ рус телендә уҡытыуға күсергә тип ғариза яҙған бер төркөм атай-әсәйҙәр менән осрашырға тура килде. Боронғо сәсәндәр, илем-көнөм, телем-яҙмышым тип яуға сапҡан халыҡ батырҙары биргән тарихи ауыл был. Шуның өсөн дә мәктәп ишеген асып, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәре менән осрашмайынса, улар фекерен белмәйенсә, был хәбәргә ышанманым.
Халҡының киләсәге, балаларының яҙмышы, милләт яҙмышы ергә, телгә, йолаларға бәйле икәнлеген яҡшы аңлаған, ошо ҡиммәттәргә хәүеф янай башлағас, үҙҙәрен аямай яу башлаған батырҙарҙың ҡан хәтере һаҡланманымы икән ни был ауылда? Әллә был батырҙарҙы язалаған саҡта, рухтарын һындырғандар ҙа, ҡурҡытылған ауыл халҡы быуаттар буйы дер ҡалтырап йәшәйме? Улай тиһәң, ауыл бөгөнгө көнгә тиклем тарҡалмай йәшәгәс, тимәк, һаҡланған ул рух! Тик ни эшләп, балаларыбыҙ имтихан тапшыра алмаясаҡ, тигән шөбһә менән башланғыс кластан уҡ рус телендә уҡытыуҙы өҫтөн күреп, ғариза яҙғандар? Әммә халыҡты фәҡәт туған тел һәм традиция нигеҙендә генә йәшәтеп булғанлығын аңлап шаң ҡағыусы уҙаман бында япа-яңғыҙ булып сыҡты. Уның фекерҙәштәре, рухташтары килмәгәйнеме йыйылышҡа, билдәһеҙ. Күпселек, ғәҙәттәгесә, әсәйҙәр һәм дәреслектәрҙең (математика, биология) насар тәржемә ителеүенә зарланған уҡытыусылар "әжәл дарыуы"ндай күреп рус телендә уҡытыуҙы яҡлап, яуға ташланған яугирҙар кеүек һүҙҙәрен бирмәне, беренсе кластан уҡ математиканы рус телендә уҡытырға кәрәк, тигән ғаризаларын байраҡ күтәреп барған кеүек ялпылдата-ялпылдата, үҙ фекерҙәрен ҡабатланы.
- Беҙ бит тотош рус телендә уҡытыуға күсмәйәсәкбеҙ, өйҙә һөйләшеү, мәктәптә тәрбиә эштәре туған телдә алып барыласаҡ, - тине уҡытыусылар.
- Математика рус телендә була икән, тимәк, өйгә эште аңлатыу өсөн, бала менән рус теленә күсә башлаясаҡһығыҙ. Көндәлектәрҙә, дәфтәрҙәрҙә рус телендә яҙыласаҡ. Әсәй йәки атай кеше бала менән бер генә тапҡыр рус телендә һөйләштеме, бындай аралашыу ғәҙәткә әйләнеп китә, айырып алыу ҡыйын була, хатта мөмкин дә булмай. Унан һуң хәҙер ерҙәр, өйҙәр иркен һатыла башлай, бында уҡытыу рус телендә тип, башҡа милләт вәкилдәре күсеп килә башлаясаҡ. Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ, бихисап бит ҡатнаш ауылдар хәҙер. Уйлағыҙ! - тип, аңлатып ҡараным. "Юҡ"тан башҡаны ишетмәнем.
Бынан һуң башланғыс кластарҙа башҡортса уҡытылған ҡала мәктәптәрендә лә, ауыл мәктәптәрендә лә булдым, һораштым, белештем.
- Башҡортса уҡытабыҙ. Ауырыраҡ тәржемә ителгән биремдәрҙе, мәсьәләләрҙе ябайлаштырып аңлатабыҙ. Бала башланғыс кластарҙа төшөнсәләрҙе мотлаҡ туған телендә алырға тейеш. Математиканы башҡортса уҡыһалар ҙа уҡыусыларыбыҙ техник вуздарҙа уҡыйҙарсы, Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында белем алалар, - тинеләр бер башҡорт ауылындағы мәктәп уҡытыусылары.
- Дәреслек мәсьәләһе хәл ителер ул. Ә бына баланың туған телдә аралашыуын бер тапҡыр ысҡындырһаҡ, милләтебеҙ бәкәленә һуғыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Беҙҙең уҡытыусылар ҙа, хатта балаларын был мәктәптә уҡытыусы атай-әсәйҙәр ҙә быны яҡшы аңлай. Уҡытыусылар дәрескә ике телдәге дәреслектәрҙе лә алып килә. Ҡала балаларының күбеһе рус телле, шуның өсөн башҡорт теленә күсеү аҡрынлап алып барыла. Атай-әсәйҙәр туған телдең рухи тәрбиәлә төп таяныс икәнлеген яҡшы аңлай. Рухи тәрбиә менән белем йәнәш барырға тейеш, шунһыҙ бала тулы ҡанлы гражданин булмаясаҡ, - тине Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө ҡала башҡорт мәктәбе директоры Әнисә Түләгәнова.
Мин бер ниндәй һығымта яһарға ла йыйынмайым. Әммә бөгөн, бөтөн ерҙә, радио-телевидение, интернет, хатта ус аяһындай кәрәҙле телефон, уйынсыҡтар рус телендә "һөйләшеп" торған саҡта, ниндәй генә предмет терминдарын булһа ла рус теленә ауҙарыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр булған заманда (компьютер янына ултырып бер төймәгә баҫыу етә), имтихан бирә алмай ҡалыу хәүефе бармы? Донъя халыҡтары инглиз теленә күсә, ҡытай телен ныҡлап өйрәнеү башланды, әллә бер юлы ошо телдәрҙә уҡытыуға күсәйек тә ҡуяйыҡмы?
Фекер алышайыҡ, туғандар!
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА