«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢ ОНОТОП ҠУЙМАҺЫН...
+  - 

Яҡташыбыҙ шағир Шамил Анаҡтың шундай фәһемле һүҙҙәре бар: "Тел - халыҡтың йән һулышы, йәшәйеш ысулы". Үҙебеҙҙең туған телебеҙ - башҡорт теле тураһында минең дә бер кәлимә әйтер һүҙем бар.

Һәр балаға әсә телен бишек йырын көйләп, уның әсәһе, атаһы өйрәтә. Әгәр ҙә бала әсә телен өйрәнмәй икән - ул зәғиф. Алтылағы - алтмышта, тигән мәҡәл бар. Алты йәшкә тиклем балаға мотлаҡ башҡорт мөхите тыуҙырыу мөһим. Милли мөхит - ул иң беренсе ғаилә мөхите. Ғаиләлә башҡортса һөйләшһәң, бала ла шул телде үҙләштерә һәм һөйләшә башлай. Телде аралашып ҡына өйрәнеп була. Ғаиләлә башҡортса һөйләшер өсөн балала эске мотивация тыуҙырырға кәрәк, йәғни ошо телдә ул һөйләшергә тейеш, тигән аң һеңдереү мөһим. Мин үҙем башҡа телдәрҙе өйрәтеүгә һис тә ҡаршы түгелмен, рус телен дә, инглиз телен дә өйрәнһен ул. Быларҙы параллель рәүештә алып барырға мөмкин, сөнки бала бәләкәй саҡта бер нисә телде өйрәнергә һәләтле була.
Туған телде өйрәнеүҙең икенсе этабы - 12 йәш. 12 йәшкә тиклем башҡортса һөйләшһә, ғаиләлә аралашыу мөхите булдырылһа, бала ла туған теленән ситләшмәйәсәк. Милләтенең йырын-моңон, мәҙәниәтен һеңдерәсәк, халҡына ҡарата һөйөү, ихтирам тыуасаҡ.
Ҡыҫҡаһы, һәр башҡорт үҙ балаһын башҡорт итеп тәрбиәләһә, шул етә. Күп тә кәрәкмәй. Башҡорт теле - ул башҡа күп телдәргә, төрлө илдәргә, мәҙәниәттәргә юл асыусы асҡыс. Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һ.б. төрки телле илдәргә барып, иркен аралашып йөрөргә мөмкин.
Атайым менән бер туған Миҙхәт абзыйым нефтсе ине, әле СССР ваҡытында гел Себерҙә йәшәнеләр. Ситтә йәшәһәләр ҙә балаларын башҡортса һөйләшергә өйрәттеләр. Мөхит юҡ тип тормағандар, ғаиләлә мөхит булдырғандар. Абзыйым үҙенә күрә бер алым уйлап тапҡан: балалары уға үҙ телендә өндәшмәһәләр, ул яуап бирмәгән һәм башҡортса һөйләшеүҙе талап иткән. Минең иҫемдә, беҙгә башҡортса хат яҙҙырта торғайны. Миҫалдар күп, ә бына быныһы ҡыҙғаныс. Ситтә йөрөп ҡайтҡан башҡорт ғаиләһендәге бер бәләкәй бала ауыл балалары менән уйнай башлағас, тегеләрҙе аңламаған да: "Ты говори как я, говори по-башкирски как я", - тип әйтә, ти. Тимәк, ул бала үҙенең башҡорт икәнен аңлаған һәм рус телен үҙ теле икән тип ҡабул иткән. Бала тыуғас та телевизор төбөнә ултыртып ҡуйып, рус телендәге әкиәттәр ҡаратҡас, әлбиттә, бала шул телде тиҙерәк үҙләштерә һәм русса һөйләшә башлай. Шундай миҫалдар юҡмы ни? Күп улар. Етмәһә, шатланабыҙ, бәләкәй генә булһа ла русса һөйләшә белә, тибеҙ. Хәҙерге йәш атай-әсәйҙәргә ҡарашты бөтөнләй үҙгәртергә кәрәк, балам башҡорт телен белмәй ҡуймаһын, тип ҡурҡырға кәрәк. Телебеҙ юғалып, тарихта ҡасандыр башҡорт халҡының теле лә булған, ул юғалған, тип һөйләргә ҡалмаһа ине.

Люциә АҘНАҒОЛОВА,
Әлшәй районы Ҡармыш ауылы ағинәйе.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru