«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШСОЛАР КҮҢЕЛДӘРЕНӘН ҠОШ ОСОРҘО
+  - 


Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам, - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо шиғри юлдары "Ҡошсо ырыуы йыйыны" I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы мәлендә үк күңелгә уйылғайны. Улар оло ҡорға күптән әҙерләнде, ойоштороу, башҡа ҙур һәм ваҡ мәшәҡәттәрҙе барланы. Ниһайәт, 28 октябрҙә Мәсетле районы ырыуҙаштарын бергә йыйҙы - унда төбәк-ара Ҡошсо ырыуы съезы үтте.

Көнсығыштың тарихи мәғлүмәттәре буйынса, ҡошсолар Батый хан ғәскәре составына кереп, монголдарҙың Европа илдәренә: Волга Болғарына, Ҡыпсаҡ далаһына, рус кенәзлектәренә, Польшаға, Венгрияға көнбайыш походында ҡатнаша. Монголдарҙың баҫып алыуының әүҙем осоро тамамланғас, улар Батыйҙың кесе туғаны Шибан улусы составына индерелә һәм унда айырым өҫтөнлөклө статусҡа эйә була. XIV-XV быуаттарҙа ҡошсолар башҡорт халҡы составына инә, ә бер өлөшө Джучи улусындағы хаким халыҡ булған "үзбәктәр" составында ҡала. Башҡортлашҡас, ҡошсоларҙың өҫтөнлөгө бөтөрөлә, сөнки башҡорттарҙа барлыҡ кландар ҙа тигеҙ статуслы була.
Бөгөн Ҡошсо ырыуы башҡорттарының күпселеге хәҙерге Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә - Красноуфимск округының Биш ауыл, Рахманғол, Бәйәктамаҡ, Ҡуян, Үрге Бәйәк; Түбәнге Серге районының Аҡҡул, Өфө-Шигер, Үрмәкәй; Әртә ҡала округының Бикән, Бәхмәт, Әжеғол, Әртә-Шигер; Әшит ҡала округының Ғәйнә; Башҡортостандың Балаҡатай районының Айҙаҡай, Аҡҡын (бөткән ауыл), Ауышты (бөткән ауыл), Ҡурғаш, Һандалаш; Ҡыйғы районының Юныс; Мәсетле районының Абдулла, Айып, Борғатъя, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйығот, Тайыш, Тимербай, Тимерәк, Төплөкүл (бөткән ауыл), Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй ауылдары биләмәһендә йәшәй.
Ҡошсо ырыуынан күп арҙаҡлы шәхестәр сығыуы бер кемгә лә сер түгел, шуға ла бында ойошторолған Дан аллеяһы айырым иғтибар үҙәгендә булды. 18 йыл БАССР Юғары Советы Президиумына етәкселек иткән Фәйзрахман Зәғәфүрәнов, "Бейек Татр" партизан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы, педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин, билдәле ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова, донъяның виртуоз ҡумыҙсылары Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм башҡалар - ҡошсоларҙың ғорурлығы.
Сараға килеүселәрҙе Ләмәҙтамаҡ ауылы эргәһендәге тауға "Ҡошсо ырыуы" тигән башҡортса яҙыу ҡаршы алды. Ул Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы Әхмәтнур Хафизов инициативаһы менән тормошҡа ашырылған. "Һәр кеше үҙенең тамырҙарын, сығышын белергә тейеш, - ти ул. - Тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ! Ҡошсо ырыуы вәкилдәре быны яҡшы аңлай. Һис һүҙһеҙ, тарихын һәм ырыуын белгән кеше киләсәктә лә халҡы яҙмышына битараф булмаясаҡ". Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолған сарала Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Флүр Дуҫмөхәмәтов, башҡа рәсми ҡунаҡтар, йәмәғәтселәр, район халҡы ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы райондың мәҙәниәт йорто фойеһында ағинәйҙәр тергеҙгән милли кәсепселектең төрлө тармағын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршыланы. Үҙенсәлекле этнографик материалдар, көнкүреш әйберҙәре, төрлө аш-һыу кәрәк-яраҡтары, ҡайып сигеү өлгөләре - былар барыһы ла Ҡошсо ырыуының тарихи үҙенсәлеге.
Сараның пленар өлөшөндә тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр докладтар менән сығыш яһаны, улар башҡорт ырыуҙары тарихына, проблемаларына туҡталды. "Башҡорттар элек-электән үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙарҙы күмәк йыйылып, кәңәшләшеп сығарған, - тине Ғәлим Яҡупов. - Бындай саралар халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итә. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн йыйын йолаһын тергеҙеү мөһим". Артабан Ғәлим Миңлеғәле улы бер төркөм милләттәшебеҙҙе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Ә инде ике кешегә: Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, район ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Нәзирә Әхкәмоваға һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ҡабырсаҡ" халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Рәсимә Әхмәтйәноваға башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын тапшырҙы.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин әйтеүенсә, был оло һәм мәртәбәле йыйынға төплө әҙерләнгәндәр: ойоштороу комитеты ағзаларының кәңәшмәләре, республикалағы һәм күрше өлкәләрҙәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар, конкурстар һәм флешмобтар ойошторолған; фәнни-ғәмәли конференцияла яңғыраған докладтарҙан, карталар һәм фотоматериалдарҙан, башҡорт ырыуҙарының көнүҙәк проблемаларына арналған материалдарҙан торған йыйынтыҡ донъя күргән. "Мәсетлеләрҙә үҙ ырыуҙарын өйрәнеү теләге ҙур, һәм улар үҙ шәжәрәләрен әҙерләүгә етди ҡараны. Ҡошсо ырыуы йыйыны кеүек осрашыуҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә, яңы маҡсаттар ҡуйыла", - тине Марат Әхмәтшин.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яҡташтарының тыуған яҡ тарихын һәм республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау эшенә тос өлөш индереүен билдәләне. "Һәр кеше үҙенең ҡайһы ырыу вәкиле икәнлеген яҡшы белергә тейеш. Был сара мәсетлеләрҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн тырышлыҡ һалыуын күрһәтә", - тине ул.
Билдәләнеүенсә, Красноуфимск районының Һыҙғы ауылында башҡорттарҙың тарихын өйрәнеү буйынса ҙур эш алып барыла. Ғәйшә Айсина 12 йылдан ашыу музей асыу теләге менән янып йөрөй, күләмле тикшеренеү эштәре алып бара, экспонаттар йыя, ҡайып сигеү менән шөғөлләнә. Ул был изге эштә яңғыҙ түгел - балалары матди ярҙам күрһәтә, тыуған ауылдарының яҡшы эштәрен һәм йолаларын дауам итеүҙә башҡаларға өлгө булып тора. Ғәйшә Айсинаның экспонаттары араһында бишек, ҡолға, ағас көҙгөләр, һандыҡтар, карауаттар, милли кейем, ҡыҫҡаһы, йөҙгә яҡын боронғо әйбер бар.
Сверловск өлкәһенең Красноуфимск ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев сараға бик етди ҡарауҙарын һәм ентекле әҙерлек эше алып барыуҙарын белдерҙе. "Мәҫәлән, Рахманғол һәм Бишкә ауылдары халҡы менән осрашыу бик йәнле уҙҙы, тине ул. - Бында Ҡошсо ырыуы тарихы, ҡошсоларҙың Красноуфимск районы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙмышында әһәмиәтле роль уйнауы хаҡында сығыш яһаныҡ. Шулай уҡ конференция ойошторҙоҡ. Минең тамырҙарым Оло Аҡа, Әжекәй һәм Һабанаҡ ауылдарына барып тоташа, шуның өсөн дә халҡыбыҙ берҙәм һәм бергә булырға тейеш. Киләсәктә үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн этноүҙәктәр ойоштороп, мәҙәни үҫешкә ярҙам күрһәтергә кәрәк".
Киләсәгеңде күргең килһә - балаларҙы лайыҡлы тәрбиәлә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, оло ҡор менән бер рәттән Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында "Аҡбуҙат" журналы милләттең киләсәге - йәш ҡошсолар менән осрашты. Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән йыйылған 1-4-се класс уҡыусылары алдында баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина сығыш яһаны. Баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә уҡыусылар ырыу ағасын һәм ҡошон һүрәткә төшөрҙө. 4-се класс уҡыусыһы Арина Йомаҙилова үҙен оҫта рәссам итеп танытты һәм, әлбиттә, уның эше еңеүсе булды. Ә Гөлназ Зәбихуллина, Эвелина Мөбәрәкшина, Эльмир Йыһаншин, Зарина Такиева, Елена Мусина, Илүзә Сабирова лауреат исемен яуланы. "Урал батыр" йәнһүрәтен дә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. "Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Балалар Башҡортостан тарихы, шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаевтың яуҙашы - Ишмән Итҡолов тураһында "Аҡбуҙат" журналының октябрь һанында ошо район шәхесе, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһе баҫылды. Балаларҙың милли шәхестәре рухында, өлгөһөндә үҫеүе бик мөһим", - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште Лариса Хашим ҡыҙы.
Оло ҡорҙа мөһим ҡарарҙар менән бер рәттән, ырыу гербы, гимны ҡабул ителде.

Бөтөн донъя башҡорттары Башҡарма комитеты материалдарын файҙаланып,
Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 318

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru