«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠЫТ - АҠСАМЫ?
+  - 


Ишеттегеҙме? Яңы банк тураһында, тим. Дөрөҫөрәге, ул яңы банк түгел, әлмисаҡтан бирле бер туҡтауһыҙ эшләй. Төн уртаһында сәғәт уҡтары ун икелә осрашҡас, һеҙҙең иҫәпкә теп-теүәл 86400 һум аҡса күсә. Америкала шул күләмдә долларҙар күсә, тиҙәр… Әле беҙгә ул аҡса берәмегенең исеме лә, курсы ла мөһим түгел, иң мөһиме, ул Ер шарындағы Әҙәм балаларының һәммәһенә лә күсә. Шул аҡсаны бер тәүлек эсендә тотоноп бөтөргә кәрәк, сөнки төн уртаһында ул аҡса юҡҡа сыға һәм уның урынына, әлеге лә баяғы, 86400 һум кеҫәгә төшөп тә ята. Хөрриәт! Ул аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға һуң? Быныһы инде һәр кемдең шәхсән эше, кем берәү әйтмешләй, аҡсаларҙың еҫе юҡ һәм аҡса бер ваҡытта ла күп булмай. Уйланығыҙ, йәмәғәт, уйланығыҙ. Мин иһә күптән уйланам. Сөнки… ул берәмек - беҙҙең иҫәпкә көн дә бушлай күсеп торған 86400 секунд ваҡыт…

Бөгөн, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт күп осраҡта аҡса менән иҫәпләнгән мәлдә, ваҡытты һумдар менән сағыштырып уйлау мейене көсөргәнешлерәк эшләтә. Уйлап ҡарайыҡ әле, ваҡыт ҡәҙерлеме, әллә аҡса берәмегеме? Ваҡыт үлсәме алдараҡ барлыҡҡа килгәнме, әллә аҡса берәмегеме? Риторик һорау, тиер, күптәр. Ярай, улайһа аҡса менән иҫәпләшеү барлыҡҡа килеү тураһында кинәйәне иҫкә төшөрәйек. Аҡса менән иҫәпләшеү, туранан-тура булмаһа ла, кешенең ваҡытҡа ҡарата, ғөмүмән, бөтөн нәмәгә лә мөнәсәбәтен үҙгәртеүе көн кеүек асыҡ. Шулай итеп, шундай бер кинәйә.
...Ҡулдарына шымартылған таш тотҡан эшселәр яй ғына бер-береһенең артынан атлай. Дүрт шеренгалыҡ ҡолдар теҙеме саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Таш сығарған урындан төҙөлөп ятҡан ҡала-ҡәлғәгә шул тиклем арауыҡ. Ҡайҙа ҡарама, һаҡсылар - һәр ун ҡолға берәү. Бер яҡ ситтә, шымартылған таштарҙан һалынған ун өс метрлыҡ бейеклектәге яһалма тау башында Кратий эш барышын дүрт ай буйына күҙәтеп ултыра. Уны бер кем дә борсомай, уйҙарын бүлмәй. Ҡолдар ҙа , һаҡсылар ҙа үҙ яҙмышына күптән күнгән, ысынбарлыҡты нисек бар, шулай ҡабул итеп өйрәнгәндәр, Кратийға иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ә ул үҙ уйҙарына сумған. Дәүләт ҡоролошон шундай итеп үҙгәртергә кәрәк - киләһе мең йыллыҡтарҙа ла Ер шарындағы барлыҡ кешеләр - ҡолдар ҙа, дәүләт башлыҡтары ла жрецтарға хеҙмәт итергә тейеш. Кратий дүрт ай дауамында тик шул турала ғына фекер туплай.
Тышҡы ҡиәфәте менән үҙенә оҡшаған икенсе берәүҙе үҙенең урынына ҡалдырып, Кратий тәхетенән аҫҡа төштө, паригын систе, өҫ кейемен алыштырып кейҙе һәм… һаҡсылар башлығына ҡулдарына бығау һалырға бойорҙо. Хәҙер ул башҡа ҡолдарҙан бер ние менән дә айырылмай. Жрец Нард исемле иң йәш, көслө бер ҡолдоң эргәһенә баҫты. Ул күптән инде был егеттең башҡаларҙан айырылып тороуына иғтибар иткәйне. Нардтың ҡарашында ниндәйҙер аңлашылып етмәгән өмөт тойғоһо сағыла, башҡалар кеүек төшөнкөлөккә бирелеп, башын түбән эймәгән. Уның йөҙө ҡай саҡ үтә уйсан, ҡай саҡ аңлашылмаған тойғоларҙан балҡып китә. "Тимәк, был егеттең ниндәйҙер маҡсаты бар", тигән фекергә килгәйне Кратий. Әле уйҙарының дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарарға булды.
Ике көн буйына ул Нардты күҙәтте, ашаған ваҡытта ла, йоҡларға ятҡанда ла эргәһендә булырға тырышты. Өсөнсө көндө йоҡларға ятҡас та, Кратий, уфтанып, Нард ишеткәндәй итеп: "Был тормош ғүмер буйы шулай дауам итерме икән ни?", - тине. Йәш ҡол ҡапыл тетрәнде, күршеһе яғына боролоп ятты. Уның күҙҙәрендә ярһыу осҡондар балҡый ине.
- Юҡ, былай оҙаҡ дауам итмәйәсәк. Минең аныҡ планым бар. Һин, бабай, шул маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа миңә ярҙам итәсәкһең, - тине ул шыбырлап ҡына.
- Ниндәй план? - тигән булды Кратий, иҫе китмәй генә иҫнәп.
Нард ярһып, ышаныслы итеп аңлата башланы:
- Һин дә, мин дә тиҙҙән азат кеше буласаҡбыҙ, ҡоллоҡтан ҡотоласаҡбыҙ. Иҫәпләп ҡарағаның бармы, бер ҡолға ун һаҡсы ҡуйылған. Беҙгә аш бешергән ун биш ҡатын-ҡолға ла бер һаҡсы. Алдан килешеп, бер үк ваҡытта һөжүм итһәк, беҙҙең еңеү көн кеүек асыҡ. Беҙҙең ҡулда бығау булһа ла, һаҡсылар ҡоралланған булыуға ҡарамаҫтан, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Әмәлен тапһаң, бығауҙарҙы ла ҡорал урынына ҡулланып була. Һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, бығауҙарҙы уларға тағасаҡбыҙ. - Эх, һин, йәш егет, - тине Кратий, көрһөнөп. - Һинең планың аҙағына тиклем уйланып бөтмәгән. Эйе, һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып була. Әммә Хаким иртәгә үк улар урынына яҡшыраҡ ҡоралланған яңы ҡәүем ебәрәсәк, баш күтәргән ҡолдарҙы ҡанға сумдырып язалаясаҡ.
- Юҡ, бабай, мин был турала яҡшылап уйлағанмын. Беҙ ғәскәр илдән ситтә булған ваҡытта һөжүм итәсәкбеҙ. Был ваҡыт етеп килә. Һиҙәһеңме, ғәскәрҙе яңы походҡа әҙерләйҙәр, өс айлыҡ аҙыҡ запасы туплайҙар. Тимәк, өс айҙан ғәскәр кәрәкле урынға барып етеп, һуғыш башлаясаҡ. Һөжүм ваҡытында армия хәлһеҙләнәсәк, әммә еңәсәк, баҫып алынған халыҡ иҫәбенә ҡолдар һанын арттырасаҡ. Беҙгә нәҡ өс айҙан, һуғыш башланған көндө һөжүм итергә кәрәк. Бындағы боролош тураһындағы хәбәрҙе сапҡындар тик бер айҙан ғына алып барып еткерәсәктәр. Хәлһеҙләнгән армия кире әйләнеп ҡайтҡансы тағы өс айҙан артыҡ ваҡыт үтәсәк. Дүрт ай эсендә ғәскәрҙе ҡаршы алыуға беҙ әҙер буласаҡбыҙ - беҙҙең ғәскәр Хаким ғәскәренән кәм булмаясаҡ, ҡоллоҡҡа төшкәндәр ҙә беҙҙең яҡҡа сығасаҡ. Мин барын да алдан уйланым, ҡарт.
- Ысынлап та, егет, һинең план буйынса һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, армияны ла еңергә була. Ә артабан ҡолдар ни эшләр ҙә, һаҡсылар, һалдаттар ни ҡыйратыр?
- Әлегә мин был турала төптән уйлағаным юҡ. Әммә ҡолдар ҡабат ҡол булыуҙан ҡотоласаҡ, - быны мин яҡшы аңлайым. Элек ҡол булмағандар ҡолға әйләнер, моғайын, - тип, Нард уйының аҙағын ышанысһыҙ ғына тамамлай.
- Ә еңеүҙән һуң жрецтар кем буласаҡ, ҡолмо, әллә иреклеме?
- Жрецтармы? Мин был турала уйлағаным юҡ. Минеңсә, улар әлеге хәлендә ҡалырға тейеш, сөнки жрецтарҙы ҡолдар ҙа тыңлай, уларҙың һүҙенә хакимдар ҙа ҡолаҡ һала. Әлбиттә, уларҙы аңлауы ҡыйын, әммә уларҙан артыҡ зыян юҡ. Әйҙә, Аллалар тураһында һөйләһендәр, ә беҙ үҙ ғүмеребеҙҙе нисек матур итергә үҙебеҙ белербеҙ.
- Әлбиттә, матур тормошҡа бер ни ҙә етмәй, - тип яуаплай хәйләкәр жрец.
Әммә Кратий был төндә керпек тә ҡаҡмаған. Ул уйға батҡан. "Әлбиттә, егеттең планы тураһында фирғәүенгә хәбәр итеп, уны язаға тарттырырға була, - тип фекер йөрөткән ул. - Әммә был ғына хәлде үҙгәртмәйәсәк, ҡол һәр саҡта ла ҡоллоҡтан азат булыу тураһында хыялланасаҡ. Нард кеүектәр яңынан тыуасаҡ. Тимәк, дәүләт эсендәге хәүеф бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк". Кратийҙың төп бурысы - ерҙәге бар халыҡты буйһондороп, ҡол итеү. Әммә ҡурҡытып, көс менән генә кешене мәңге ҡоллоҡта тотоп булмай. Һәр айырым кешегә, бөтөн халыҡтарға ла йоғонто яһағандай алым уйлап табырға кәрәк. Кешеләрҙең аңын томалап, уларға ҡоллоҡтоң иң ҙур ҙур бәхет икәнен күңелдәренә мәңгелеккә һеңдерергә кәрәк. Яңы программа уйлап табып, халыҡтарҙың үҫешен Кратий теләгәнсә генә, хата юлдан ебәреп, ысынбарлыҡты бутап күрһәтеү зарур. Жрецтың фекерләү тиҙлеге арта бара, ул хатта ҡулдарындағы бығауҙарын да онота. Һәм ҡапыл, йәшен ялтлағандай, Кратийҙың аңында яңы программа хасил була. Әле ул уның асылына, фекеренең һәр өлөшөнә төшөнөп тә бөтмәй, әммә яңы программа шул хәтлем киң масштаблы булыуын, бөтөн Ер шарын солғап аласағын яҡшы төшөнә ул һәм үҙенең бөтөн ер йөҙөнә хужа буласағын асыҡтан-асыҡ тоя.
Аяҡ-ҡулы бығаулы килеш һәндерәлә ятҡан жрец үҙ аңының көсөнә үҙе һоҡлана. Таң һарыһынан ҡолдарҙы эшкә ҡыуған ваҡытта мин һаҡсылар башлығына күҙ ҡыҫасаҡмын. Ул мине ситкә алып китәсәк һәм бығауҙарымды сисәсәктәр. Тыныс ҡына ултырып, мин яңы программаның һәр өлөшөн яңынан уйлап сығасаҡмын һәм кешелек донъяһы бөтөнләй икенсе юлдан китәсәк. Башҡа һыймаҫлыҡ уй бит был! Бары бер нисә һүҙ әйтәсәкмен… һәм бөтөн донъя миңә буйһонасаҡ, минең уйым алдында баш эйәсәк. Аллаһы Тәғәлә, ысынлап та, кешегә Йыһандағы иң ғәйрәтле көс биргән. Кеше уйынан да көслөрәк нәмә юҡ был донъяла. Тик уйҙы һүҙгә әйләндерә белергә кәрәк. Шул саҡта ғына ул тарих ағышын үҙгәртерлек көскә эйә. Һүҙҙе ваҡытында әйтә белергә лә кәрәк. Иртәгә әйтмәһәм, һуң буласаҡ, сөнки ҡолдар баш күтәрергә әҙерләнә. Ысынлап та, Нардтың планы тормошҡа ашырлыҡ итеп уйланылған. Әммә мин бер кәлимә фекерем менән генә уны ла, уның тоҡомдарын да меңәр йылға ҡол хәлендә ҡалдырасаҡмын. Шулай уйлай Кратий, үҙ фекеренән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә.
Иртәнсәк Кратийҙың ымы буйынса һаҡсылар башлығы уның бығауҙарын сисә. Икенсе көнөнә үк жрецтар башлығы үҙе янына ҡалған биш жрецты һәм фирғәүенде саҡыра. Телмәрен ул былай башлай:
- Хәҙер минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе бер кем дә яҙып алырға ла, башҡаларға һөйләргә лә тейеш түгел. Һеҙҙән башҡа мин уны бер кемгә лә һөйләмәйәсәкмен. Мин ерҙә йәшәгән бөтөн кешеләрҙе фирғәүенебеҙҙең ҡолона әйләндерәсәк ысул уйлап таптым. Быны күп һанлы ғәскәр менән дә, оҙайлы һуғыштар юлы менән дә эшләп булмай. Әммә мин уны бер кәлимә фекер менән тормошҡа ашырасаҡмын.
Артабан Кратий һәр һүҙенә баҫым яһап, телмәрен дауам итә:
- Минең һүҙҙәрҙән һуң ике көн дә үтмәҫ, был донъяның ҡырҡа үҙгәреүенә үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ. Ҡарағыҙ, аяҡ-ҡулы бығаулы меңәрләгән ҡол көн һайын таш ташый. Уларҙы бихисап һаҡсы һаҡлай. Беҙ быға тиклем ҡолдар һаны ни тиклем күп булһа, дәүләт тә шул тиклем көслөрәк була тип уйлай инек. Әммә ҡолдар һаны артҡан һайын дәүләт өсөн уларҙың баш күтәреү ихтималлығы ла арта бара. Көндән-көн беҙ яҡшыраҡ ҡоралланған һаҡсылар һанын арттырырға мәжбүрбеҙ. Ҡолдар файҙалыраҡ эшләһен өсөн уларҙы яҡшыраҡ туйындырырға кәрәк. Шунһыҙ улар ауыр физик эште башҡара алмаясаҡ. Әммә улар барыбер ялҡау, етмәһә, баш күтәреү тураһында хыялланалар. Хәҙер һаҡсылар ҙа ялҡаулана бара. Ҡарағыҙ, уларҙың ҡулындағы ҡамсылар элекке кеүек шыйлап тормай. Әммә минең һүҙҙәрҙән һуң ҡолдар йүгереп йөрөп эшләйәсәк. Иң мөһиме - уларға һаҡсылар ҙа кәрәкмәйәсәк. Һаҡсылар иртәгәнән үҙҙәре ҡолға әйләнәсәк. Быны бер юл менән генә эшләп була. Бөгөн эңер төшкән мәлдә һәр кемгә фирғәүендең указын уҡып ишеттерергә кәрәк. Ул былай яңғырай: "Иртәгәнән башлап бөтә ҡолдарға ла тулы ирек бирелә. Төҙөлөш урынына алып килгән һәр таш өсөн ирекле кешеләргә берәр һум аҡса түләнәсәк. Аҡсаны аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға, торлаҡҡа, ҡиммәтле һарайҙарға алмаштырырға мөмкин. Иртәнән башлап һеҙ барығыҙ ҙа азат кешеләр".
Кратийҙың телмәрен тыңлап бөткәс, жрецтарҙың иң олоһо былай ти:
- Кратий, һин Иблис тоҡомонан. Һинең уйың ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың булмышын ҡара һөрөм кеүек ҡаплаясаҡ.
- Ярай, мин демон булайым. Киләсәктә Кратий уйлап тапҡанды демократия тип атаясаҡтар, - ти ул.
Указдың йөкмәткеһен эңер төшкәс, ҡолдарға уҡып ишеттерәләр. Улар үҙ ҡолаҡтарына үҙҙәре ышанмай шаҡ ҡата. Күптәр төнө буйы йоҡламай, алдағы бәхетле тормош тураһында уйлана, яңы пландар ҡора. Икенсе көнөнә жрецтар менән фирғәүен шымартылған таштарҙан өйөлгән яһалма тау башына менеп, ни булырын күҙәтә. Улар, ысынлап та, шаҡ ҡатырлыҡ күренештең шаһиты була. Ирек алған меңәрләгән ҡол бер-береһен тапай-тапай йүгереп йөрөп таш ташый. Хәллерәктәре хатта икешәр таш күтәргән. Кисәге һаҡсылар ҙа, ҡолдар менән буталып, таш ташыуға күскән. Бығауҙарҙан ҡотолоп, үҙҙәрен ирекле тойған ҡолдар тиҙерәк күберәк аҡса туплап, бәхетле тормош ҡорорға тырыша.
Кратий ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, уй-хыялының нисек тормошҡа ашыуын тағы бер нисә ай күҙәтә. Уйлағаны юш килеүгә ҡыуана ул. Әммә үҙгәрештәр ул уйлағандан да артығыраҡ булып сыға. Йүнселерәктәр төркөмдәргә бүленеп, ташты арбаларға тейәп ташый башлай. Уларҙың хатта ялға туҡтарға, тамаҡ ялғарға ла ваҡыты юҡ. Шуға күрә аҡса хаҡына һыу ташып эсереүселәр, аш бешереүселәр барлыҡҡа килә. Табиптар ҙа хәҙер үҙ ярҙамын тик аҡса иҫәбенә башҡара, имгәнгәндәргә элеккеләй ярҙам ҡулы һуҙа, тик бушлай түгел. Юлдағы хәрәкәтте яйға һалыусылар барлыҡҡа килә. Тиҙҙән, тәртип булһын, тип, ирекле ҡолдар үҙҙәренә яңы түрәләр, судьялар һайлай башлай. Ирекле кешеләр өсөн был тормошта йәшәүҙең мәғәнәһе үҙгәрә. Йөкмәткеһе лә үҙгәрә, әммә асылы шул килеш ҡала. Меңәр йылдар дауамында тиргә батып, элекке ҡолдар йүгерә-атлай таш ташый… Уларҙың тоҡомдары мәғәнәһеҙ йүгереүҙе һаман да дауам итә…
Был кинәйә. Ә бына быныһы тарих. Беҙҙең эраға тиклем 1750 йылдар тирәһендә Хаммурапи батша-фирғәүен ваҡытында аҡса әйләнеше үҫеше банктар асырға мөмкинлек бирә. Бурысты ҡаплау проценты бик юғары була һәм 100 процент тәшкил итә. Бурысын ҡаплай алмағандарҙы иркенән мәхрүм итеп, ҡолға әйләндерәләр. Әммә, күпселектә крәҫтиәндәр менән һөнәрселәр бурыстарын ҡаплай алмай интеккәнгә күрә, Хаммурапи закондарҙы йомшарта һәм ҡоллоҡто бурыс ҡаплау өсөн 3 йыл бушлай эшләү менән алмаштыра. Бынан тыш, Хаммурапи Кодексы буйынса тән язаһы менән берлектә аҡсалата штрафтар түләү ҙә ҡарала. Тимәк, аҡса шул ваҡыттан уҡ эш хаҡы ғына түгел, язалау сараһына ла әйләнә.

Шулай итеп…
Йәмәғәт, башта әйтелгән 86400 һанын иҫләйһегеҙме? Нимә ҡәҙерле, аҡсамы, әллә ваҡытмы? Ғөмүмән, ваҡытты аҡса берәмеге менән үлсәп буламы? Ваҡыт - аҡсамы, ысынлап та? Әллә?.. Был һорауҙарға яуап бирер алдынан Тереза-Әсә әйткән һүҙҙәрҙе иҫтә тотайыҡ: "Әгәр ҙә кешеләрҙе үлтереү өсөн уйлап табылған ҡоралдарға тотонолған аҡсаларҙы кешеләрҙе ашатыу, ҡотҡарыу һәм тәрбиәләү өсөн ҡулланғанда донъя ни тиклем матур булыр ине!"

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 394

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru