«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺӘМ ТУҒАНДАРЫҒЫҘҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ!
+  - 

Премьералар йәшәтә театрҙарҙы. Бәлки, йәшәртәлер ҙә әле. Премьера - ул ниндәйҙер бер драма әҫәренең тәүбашлап сәхнәгә аяҡ баҫыуы ғына түгел, театрға яңы һулыш, саф һауаға бәрәбәр иләҫлек килеүе лә.

Сибай ҡалаһында Баныу Ҡаһарманованың "Шахтер" исемле драмаһы буйынса спектакль буласағы тураһында афишалар күренгәс, театр һөйөүсе тамашасылар ана шул саф һауаға өмөт иткәндәрҙер. Ни тиһәң дә, хәүефле осорҙа йәшәйбеҙ. Яңы һулыш, киләсәккә ынтылыш кәрәк бөгөн. Һәм алдан уҡ әйтәйек, тамашасыларҙың өмөтө аҡланды, спектакль сәхнәгә ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫты, күңел түрҙәренә үтеп инде.
Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына сюжеткә ҡоролған әҫәр һымаҡ. Ҡатыны (Зәлиә Хафизова) иренең (Венер Сөнәғәтов) кеҫәһенән алтын балдаҡ һатып алыу тураһында тауар чегы тапҡан. Әлбиттә, ыҙғыш сыға. "Миңә булмағас, һөйәркәңә алғанһың", - ир ҡатынының логикаһы шулай. "Айырылышабыҙ!" Ир - эшкә, ҡатыны Төркиәгә ял итергә оса. Әммә был тормоштағы һәр беребеҙ ҡылған ғәмәлдәрҙең осраҡлы түгел икәнен аңларға ваҡыттыр. Шахтала авария! Ғаилә башлығы забойҙа көпләнеп ҡала. Ҡотҡарыу эштәре һөҙөмтә бирмәй, ир һәләк була.
Урамда туҡтатып һораһалар, драманың йөкмәткеһен ҡыҫҡа ғына ошолай һөйләр инем. Ә сәхнәлә был драма, бәлки, трагедиялыр ҙа әле, оҙон-оҙаҡ барған һымаҡ тойола. Көсөргәнешлек артҡандан-арта барып, күҙҙән йәштәр атылып сыға. Моңһоу уйҙар солғап ала, яҡын туғандар иҫкә төшә. Уларҙың был тормошта ни тиклем дә ҡәҙерле икәне аңлашыла. Бигерәк тә сәхнәгә төп геройҙың әсәһе (Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова) сыҡҡас, хис-тойғолар шартлау кимәленә етә. Ысынлап та, психологик драма был! Әҫәрҙе сәхнәгә сығарыусы ҡуйыусы-режиссер Дамир Ғәлимов таусылар ҡалаһы кешеләренә яҡындан таныш сюжетты һайлап яңылышмаған. Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов рәссам-ҡуйыусы һөнәренең спектаклде юғары кимәлгә күтәреүҙә ни тиклем дә кәрәкле икәнен иҫбат иткән. Йәш композитор Илсаф Вәдүтов сәхнәләге көсөргәнешлекте музыкаль биҙәлеше менән көсәйткән. Бер тынала ҡарала спектакль. Саф тын менән ҡарала. Яңы һулыш күңелде киңәйтә. Бөтә урамды яңғыратып: "Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!", тип ҡысҡырғы килә.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 802

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru