«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘП! ТЫП! ДӨП! ЗЫҢҠ!
+  - 

Үҫеп килгән быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһе хаҡында бәхәстәр килеп тыуһа, аҡыллы баштар үҙҙәре лә аңлап бөтмәгән контент, инновация, мониторинг, алгоритм, кастинг, майҙансыҡ (площадка) һымаҡ һүҙҙәре менән ауыҙҙарында бутҡа бешереп, балалар менән тәжрибәләр үткәреү хаҡында һөйләй башлайҙар. Һөҙөмтәлә бындай башланғыстар хәбәр һөйләүҙән ары китмәй. Нимә тиҙәр әле: буш арбаның ғына дыңғыры ҙур булыусан шул.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн ҡуйылған "Арба" спектаклен ҡарағас, тәрбиәнең ябай ғына икәнлеген дә аңланым. Аңлауҙар, спектаклдә күрһәтелгәнсе, ҡулдарҙың "сәп", аяҡтарҙың "тып" иткән, йөрәктәрҙең "дөп"өлдәп тибеүе аша мейемә "зыңҡ" итеп инеп ултырҙы. Барлыҡ мәшһүр әйберҙәр ябай була тигәндәре шулдыр инде, күрәһең.
Спектакль премьераһы 11 ноябрҙә тулы аншлаг менән үтте. Авторҙары - Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар, ҡуйыусы режиссер - Зиннур Сөләймәнов. Ролдәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров, актерҙар Рәмзил Сәлмәнов, Шәһит Хамматов, Салауат Юлдашбаев, Зөлхизә Абдуллина, Гөлсәсәк Зарипова, Әбйәлил Үтәбаев, Лилиә Исҡужина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Зәриә Моратова башҡара. Әкиәт геройҙары арбаға тейәлеп, уйнап-шаярып, йырлап-бейеп, кәмит күрһәтеп йөрөгәс, һеҙ уларҙы Бремен музыканттары тип тә уйлап ҡуйырһығыҙ. Улай уйлаһағыҙ, төптө яңылышырһығыҙ. Әкиәт арбаһы тәгәрмәстәре бер үк ваҡытта тарих менән бөгөнгө, әкиәт менән ысынбарлыҡ, мөхәббәт менән нәфрәт, яуызлыҡ менән изгелек, аҡ менән ҡара, батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, Урал менән Шүлгән арауығында ла тәгәрәй. Сәхнә туҡтауһыҙ хәрәкәттә, костюмдарҙың сағыу, ваҡиғаларҙың етеҙ барыуы уны үҙебеҙ йәшәгән заман ритмына тиң итә.
Өс өлөштән торған ваҡиғалар солғанышында әкиәт геройҙары шундай аңлауға килә: уңған ҡулдарың, дәртле аяҡтарың, батыр йөрәгең, зирәк аҡылың бар сағында кешегә һис бер ауырлыҡтар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа ҡамасау була алмай. Беҙҙең күп кенә проблемаларыбыҙ, урыҫ әкиәтендәге һымаҡ мейес башында мөғжизә көтөп кенә ултырыу, йә булмаһа, бәхетте, уңышты алтын балыҡтан юратып таптырыу арҡаһында ғына килеп сыға. Ысынлап та, ҡул-аяғы һау, йөрәге дөпөлдәп тибеп торған, аҡылы камил кешегә моңмо ни шатлыҡ толпарҙарына, бәхет арғымаҡтарына атланыуы. Сәхнә әҫәренең тағы ла төпкәрәк һалынған фекере: халҡыбыҙға тарих алдында йөҙ ҡыҙартырға түгел, батырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу ҙа, үҙебеҙҙең нимәгә һәләтле булыуыбыҙҙы хәтергә төшөрөү ҙә дейеү-аждаһалар бикләүендә йәшәүселәрҙе үҙ асылына ҡайтара.
Сәхнә әҫәренең исеме "Арба" тип атала. Ул ябай ғына арба түгел, ә Зөһрә менән Таңсулпандың әсәләре, милләтебеҙ әсәһе Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" атына (Аңға, Рухҡа, Ғәмгә, Ырыҫҡа, Моңға, Аҡылға, Ҡотҡа) егелгән. Ниндәйҙер кимәлдә "Арба" "Арғымаҡ"тың дауамы итеп тә ҡабул ителә. Милләтебеҙ йәшәгәндә Арғымаҡҡа егелгән тылсымлы әкиәт арбаһы ауылдарыбыҙ һәм ҡалаларыбыҙ, далаларыбыҙ, урмандарыбыҙ, Уралтауыбыҙ буйлап барасаҡ та барасаҡ.

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 394

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru