«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛЫ БАРҘЫҢ ҺЫЙЫ БАР
+  - 


Ер-һыу туңып, ҡар ятыуҙы көтөп кенә торған ауыл уңғандары һуғым һуя башланы. Билдәле булыуынса, был эшкә ҡағылышлы һәр төбәктең үҙенә генә хас йолаһы бар. Уларҙы теүәл атҡарыуға әле лә башҡорт халҡы ҙур иғтибар бирә. Ите тәмле, йомшаҡ, бәрәкәтле, үҙенә, туғандарына насип булһын, мал ҡото китмәһен тигән теләктә башҡарыла улар.
Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында ла элек-электән үҙенсәлекле тәртип һаҡланған. Был төбәктәрҙә көндөң һыуытыуы ғына шарт түгел. Ҡарҙың күп итеп яуыуын көтәләр. Малды таҙа итеп һуйыу, эсәктәрен ҡарҙа тапап, ышҡып йыуыу өсөн кәрәк ҡар. Хеҙмәт ветераны Хәлит ҠУНАҠҠУЖИН һуғым йолаһының Көйөргәҙе тарафтарында нисек башҡарылыуы тураһында һөйләне.

- Беҙҙең яҡта "һуғым" тиеп мотлаҡ эре малды ғына әйтәләр. Кәзә-һарыҡ һуйған кеше тураһында "Уның быйыл һуғымлығы юҡ", тип әйтә торғайнылар. Кәзәнең маллығы, тигән кинәйәлә лә шул мәғәнә һалынғандыр инде. Ғәҙәттә, тана, башмаҡ, йылҡы малын инселәп ҡалдыралар, йәғни ҡышҡылыҡҡа һуғымға тип ниәт итәләр. Көрәйһен өсөн уны башҡа мал-тыуарҙан айырым ашаталар. Халҡымда бик тапҡыр әйтем бар: "Балы булһа, себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң, малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң".
Һуғымлыҡты һаҡларға, яратырға, иркәләргә лә оноторға ярамай. Юғиһә, һүгә-һүгә, әрләй-әрләй, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә арт һанына һәнәк менән тондора-тондора аҫраған малдың ите нисек тәмле булһын инде!
Һуғым һуя торған көн алдан билдәләнә. Өмәгә хужаның туғандары һәм күрше-күлән саҡырыла. Эре малды йығып салыр өсөн кәм тигәндә дүрт-биш ир-егет булырға тейеш. Салған ваҡытта бала-сағалар, ҡатын-ҡыҙҙар ҡарап торорға тейеш түгел. Йән биргәндә оло мал ныҡ хырлай, балалар ҡурҡып ҡалыуы ихтимал.
Беҙҙең ауылда малды ергә йығып салалар ҙа, аҙаҡ тояҡтарынан аҫып ҡуйып, тиреһен тунайҙар. Шулай иткәндә, эс-ҡарынын алғанда ла, тиреһен һыҙырғанда ла ит бысранмай. Һуйыусының үҙенә лә эшләргә уңайлы.
Мал һуйғанда һәләт кәрәк, сөнки һәр нәмәнең үҙ рәте, үҙ тәртибе бар. Төрлө кешенән салдырып бармайҙар. Халҡыбыҙҙа "Мал көрлөгө көтөүсенән" тигән әйтем бар, әммә иттең һутлылығы-татлылығы һуйған кешегә бәйле. "Ҡулы тәмле" тигән кешене генә саҡыралар. Һунарсыларҙы, шулай уҡ ауылда бесәй, эт атып йөрөгәндәрҙе элек-электән һуғымға яҡын ебәрмәнеләр. Улар хатта үҙҙәренең малын да салманы. Эт-бесәй үлтергән, ҡош-ҡорт аулаған кеше һуйған иттең тәме булмай, тигән ырым бар. "Ҡулы тәмле" тигәндәрҙе сиратлап йөрөттөләр беҙҙең ауылда. Уға алдан уҡ әйтеп ҡуялар. Салыусының тәһәрәтле булыуы ла мотлаҡ шарттарҙан һаналды. Кейгән кейеменең таҙалығы ла мөһим булды. Ғәҙәттә, салған кеше итте тураҡлаһа, тәмле була, тип тә әйтә торғайнылар.
Малды аҫып, эс-ҡарыны алынғас ҡына, ҡатын-ҡыҙҙарға һуйған урынға килергә рөхсәт ителә. Малдың тиреһен элек шунда уҡ тоҙлап элеп ҡуя торғайнылар. Хәҙер уны йыйыусы булмағас, күптәр сүплеккә ташлай. Алыпһатарҙар күп, әммә етештереүсе юҡ. Ярҙамсы хужалыҡтар булмай тороп, тире йыйыусылар, заготовителдәр ҙә булмаясаҡ инде. Беҙҙә үҙебеҙҙә шундай производство булдырырға мөмкин тип уйлайым. Элек һәр ауылда һыйыр, үгеҙ тиреһен 45-50 һумға йыйып йөрөрҙәр ине. Хәҙер 10-15 һумға алыусы булһа, бик хуш. Ғөмүмән, ауыл продукцияһының хаҡы элек тә булманы, хәҙер ҙә юҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар туҡ һәм ас эсәген, ҡарынын, китапсыҡтарын алып, йылға буйында тәүҙә ағын һыуҙа, аҙаҡ ҡарҙа аяҡтары менән ышҡып-ышҡып йыуып, йәнә йылғала сайҡайҙар. Шулай иткәндә эсәктәр ап-аҡ булып таҙарына. Йәш килендәрҙең, ҡыҙҙарҙың уңғанлығын эсәктәрҙең таҙалығына ҡарап баһалаған була торғайнылар элек. Йыуып алып ҡайтҡас та, уны ҡайнар һыу менән бешекләп, ҡарынын ҡабаттан таҙарталар. Элегерәк шул көндө үк тултырма ла тултыра торғайнылар. Һуйғанда, эсәктәрен йыуғанда ярҙамлашҡандарҙың барыһын да кисен һуғым ашына саҡыралар. Ит бүлеүҙең дә үҙ рәте була торғайны. Салыу һөйәген, йәғни муйын итен салған кешегә тотторалар.
Беҙҙең ауылда ит менән картуфты өлөшләп бирәләр, ҡоротлап, туҡмаслы, һалмалы һурпа, тултырма бирелә. Хужа менән хужабикә һуғым һуйырға ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтә, ә ҡунаҡтар итте, бешерелгән аҙыҡтарҙы маҡтай-маҡтай, теләктәр теләй.
Егерме-утыҙ йыл элек һуғым аштары ваҡытында ауыл айырыуса гөрләне. Ул ваҡытта гармунсылар һәр өйҙә тиерлек ине. Йырлашып, бейешеп, оло байрамға әүерелә торғайны һуғым һуйған мәлдәр. Ҡыҙып алып, клубҡа сығып та бейеп алалар. Бер нисә кешенең һуғым ашы бер юлы тура килһә, төрлө ярыштар ҙа үткәрелде. Һуғым ашынан ҡайтҡанда һәр кемгә мул итеп күстәнәс бирелә, үҙҙәренең өлөшө һалына.

Шулай итеп...
Һуғым һуйыуға, һуғым ашына ҡағылышлы йолаларыбыҙ, шөкөр, быуындан-быуынға тапшырылып килә. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә заман үҙенең төҙәтмәләрен индергән хәлдә лә, ауылда күпселек халыҡ ошо йолаларҙы тоторға тырыша. Тик йылдан-йыл Башҡортостанда күҙәтелгән ҡоролоҡ ауыл халҡының мал-тыуарын кәметеүгә килтерҙе. Сөнки бесән әҙерләү, мал аҙығын туплау ныҡ ҡиммәткә төшә. Былтырлы-быйыллы үлән ныҡ йоҡарҙы, бесәнде ауыл эшсәндәре юл буйынан, уйһыулыҡтарҙан, йылға тирәһенән эҙләп сабып еткерҙе. Бер яҡтан, ҡоролоҡ, икенсе яҡтан, янғындар бесәнлектәрҙе юҡ итә. Игенгә лә хаҡтар артты. Артабан да шулай дауам итһә, ауыл халҡы малсылыҡ шөғөлөнән яйлап ситләшмәҫ тимә. Быйыл ҡоролоҡ сәбәпле Хәйбулла районында йәшәгән ҡоҙам һыйыр малын берәүгә генә ҡалдырҙы. Бесәнде тулыһынса тиерлек һатып алды. Һатып алған бесән менән генә туйындырып булмай шул малды. Икенсе йыл уныһын да тотоноп, бер нисә баш кәзә алырға ниәтләгәнен ишетеп, ныҡ борсолдом. Ауылда йәшәп тә һыйыр ҙа тота алмаһаң, яҡшы түгел бит инде...

Лена БАРЫЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru