«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БЕЙЕҮ СӘНҒӘТЕНЕҢ РУХИ САҒЫЛЫШЫ УЛ "БАЙЫҠ"
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Байыҡ" башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың сираттағы телевизион конкурсы үтте. Бына инде 13 йыл рәттән ойошторолоп килгән иҫ киткес энергиялы һәм матур, ысын мәғәнәһендә халыҡ фестиваленә әүерелгән сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 20 меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашып өлгөрҙө.

"Байыҡ" быйыл да башҡорт бейеү сәнғәтенең рухи сағылышына, ысын байрамға әүерелде. Унда Башҡортостандың, Санкт-Петербург, Сорғот, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан оҫта бейеүселәр һәм матур коллективтар ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призына лайыҡ булды.
"Йыл сәхнәләштереүсеһе" исемен иғлан итеү конкурстың иң тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы өлөшө булғандыр. Был юғары баһаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин лайыҡ булды һәм уға 100 мең һумлыҡ премия тапшырылды. Хәлил Әнүәр улы Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусы, "Бөрйән егеттәре", "Порт Артур" һәм башҡа бик күп танылған бейеүҙәр авторы булараҡ барыһына ла яҡшы таныш. Бөгөн ул республиканың район-ҡалаларында балаларға бейеү сәнғәтенең серҙәрен аса. Быйылғы "Байыҡ" конкурсында башҡорт бейеүенең легендаһы 20 йыл үткәндән һуң уҡыусылары менән бергә йәнә сәхнәгә күтәрелде һәм көслө, йөрәктәрҙе елкендерер пластик спектакль күрһәтте. Ә бына "Байыҡ" телевизион конкурсының алыштырғыһыҙ баһалама ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдиновтың яҡты иҫтәлегенә булдырылған махсус премия сығышы менән Учалы районынан Айназ Низаметдиновҡа тапшырылды. Шулай уҡ "Халыҡ бейеүсеһе" номинацияһында Учалының "Ләйсән" ветерандар ансамбле етәксеһе Ғәлимйән Хилажев, ә "Рәсәй Федерацияһында халыҡ бейеүен пропагандалаған өсөн" номинацияһында Санкт-Петербургтан Александра Соловьева еңеүсе тип табылды. Ике һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса "Иң яҡшы йыл етәксеһе" исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Лиана Бурмистрова лайыҡ булды.
Шулай итеп, "Байыҡ" йылдан-йыл тамашасыларын оҫта бейеүселәре менән генә түгел, яңы һәм үҙенсәлекле бейеүҙәре менән дә һоҡландыра. Яңы асыштарға, таланттарға быйыл да бай булған конкурстың Гран-приһына лайыҡ булған бейеүселәр һәм коллективтарҙы телевизор ҡараусылар тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡурай-ТВ каналдарындағы тапшырыуҙарҙан ҡарай аласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru