«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЙМАҠТА – КАРАНТИН
+  - 

Баймаҡ районында эре баш малға йоғошло нодуляр дерматит сире янай. Унда карантин иғлан ителде.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге диуарында хәбәр итеүенсә, эре баш малдарҙың төйөрлө дерматит менән зарарланыу билдәләре Моҡас ауыл хакимиәтенең 1-се Төркмән ауылында табылған. Тикшереү үткәрелеп, өлгөләр алғандан һуң 17 шәхси ярҙамсы хужалыҡта ошо сир менән зыянланған 124 баш һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығында 76 баш мал булыуы асыҡланған. Малдарҙың бөтәһе лә юҡ ителде. "Сир сығанағы табылған ауыл халҡы менән сход үткәрелде, белгестәр кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған бөтөн һорауҙарға ла яуаптар бирҙе. Халыҡтың был проблема айҡанлы борсолоуҙары аңлашыла: улар мал көсө менән донъя көтә. Сир сығанағын сикләү маҡсатында тораҡ пункты тирәләй карантин постары булдырылды. Әлегә карантин 3-4 аҙнаға тиклем индерелде, хәлде даими контролдә тотасаҡбыҙ. 15 км радиустағы 8 ауылдағы барлыҡ малдарға ла прививка эшләнә. Әлбиттә, 2021 йыл район өсөн бик ҡатмарлы килде: саранча, ебәк күбәләге баҫып алғайны, унан ҡоролоҡҡа, янғындарға ҡаршы көрәштек. Урындағы халыҡ менән был проблеманы ла еңеп сығырбыҙ, тип уйлайым", - тип һөйләне "Башинформ" агентлығына район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.
Белгестәр бәйән итеүенсә, был сирҙең тышҡы билдәләре шундай: биҙгәк тотоу, малдарҙың ябығыуы һәм продуктлылығы кәмеү, лимфа системаһының зарарланыуы, тире аҫты күҙәнәклеге һәм эске органдарҙың шешенеүе, тирелә төйөрсәләр барлыҡҡа килеү, күҙҙәр, тын һәм аш һеңдереү юлдарының лайлаһы зарарланыу. Был сирҙән малдарҙың үлеү кимәле 10 проценттан артмаһа ла, ҡабатлап йоғоу хәүефе була ҡалһа, хәл ҡатмарлаша һәм үлем осраҡтары ла арта.
Район башлығы Баймаҡ районы халҡына мөрәжәғәт итеп, түбәндәге ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен һораны: Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең Баймаҡ бүлексәһе менән килешмәйенсә тороп, сит өлкәләр һәм төбәктәрҙән малдар килтермәҫкә; мал һатып алыу йә булмаһа, үрсем алыу, мал һуйыу һәм һатыу, бер нисә баш мал үлгән осраҡтар хаҡында дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә; ветеринария белгестәренә уларҙың талабы буйынса малдарҙы ҡарарға, тикшерергә һәм диагностика ҡуйырға булышлыҡ итергә; малдарҙы һуйырҙан алда һәм аҙаҡ ветеринария белгестәренә күрһәтергә. Эре баш малдарҙа йоғошло нодуляр дерматит билдәләре асыҡланыу менән был хаҡта Баймаҡтағы дәүләт ветеринария хеҙмәтенә ошо телефондар буйынса шылтыратырға кәрәк: 8 (34751) 3-33-21; 8 (34751) 3-32-37.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 746

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru