«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘӘГЕ ШҮЛГӘНЛЕКТЕ ЕҢЕҮ КӘРӘК
+  - 

Негатив мәғлүмәт өҫтөнлөк иткән заманда йәшәйбеҙ. Әкиәттәрҙә ҡара көстәрҙең ояһы һыу төбөндә, ер ҡуйындарында, унда дейеү-аждаһалар, ҡәһҡәһәләр йәшәй, улар ер өҫтөнә яуызлыҡ алып сыға, тип һүрәтләнһә, хәҙерге ысынбарлыҡта ул ер өҫтөндә, йәғни интернет сәхифәләрендә, социаль селтәрҙәрҙә. Негативтан нисек кенә ҡотолорға теләһәк тә, һөҙөмтә киреһенсә килеп сыға, шуға уның менән көрәшеү файҙаһыҙмы? Улайһа, һаман да ҡараға мансылып йәшәй бирергәме? Ошо хаҡтағы дәлилдәрем:

А

Минеңсә, донъялағы кире уйҙан, негатив фекерҙән ҡотолоуҙың юлын һәр кем фәҡәт үҙенән башларға тейештер, ә икенсе кешенән шулай булыуҙы талап итеп түгел. Нимә генә тимә, һәр бер талап үҙенә ҡаршы көстәрҙе лә уята һәм ойоштора. Был осраҡта негативҡа ҡаршы көрәшеүсе, киреһенсә, негативты барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Негативты ҡабул итмәүсе кешеләр күбәйгән һайын, уларҙың позитив фекере донъяны яулай барһа, негативҡа урын кәмей, был - беренсенән; икенсенән, үҙенең ысын баһаһын белеүсе башҡаларға насарлыҡ теләмәйҙер, уларға ауыр һүҙ әйтмәйҙер, үҙенең позитивлыҡ өлгөһөн генә күрһәтәлер. Аҡыл өйрәтеп кенә кешене тәрбиәләп буламы? Рауил Бикбаевтың шундай шиғыр юлдары ла бар:
Тел осомда саҡ-саҡ тотҡанымда
Ҡай берәүгә рәнйеү һүҙемде,
Ишетәмен күңелем өндәшкәнен:
- Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде!

Ошоларҙан сығып ниндәй һығымта яһарға була, тип уйлайһығыҙ? Эйе, негативтың донъяны яулай барыуы, һис һүҙһеҙ, ҡараңғы уйҙарҙы йөрөтөүсе кешеләрҙең күплегенән килә. Шулай булғас, үҙеңде яҡты уйға көйләп өйрәнеү лазым. Яҡтылыҡтың шундайын ғәжәйеп сифаты бар: ул бер урында ғына бикләнеп ҡалмайынса, бар донъяны яҡтырта.

Б

Ҡараңғы төндө әрләүгә ҡарағанда яҡты көндө маҡтау отошлораҡ. Шул уҡ ваҡытта яҡты көн дә ҡараңғы төн йөҙөндә барлыҡҡа килә. Йәғни, көндөң яҡты, аяҙ, ҡояшлы булыуын беҙ ҡараңғы төн менән сағыштырып ҡарағанда ғына күрә һәм баһалай алабыҙ. Төн ни тиклем ҡараңғы булһа, көн дә шул тиклем сағыуыраҡ. Урамдағы һалҡында ни тиклем өшөһәк, өй йылыһының да ҡәҙерен шул тиклем беләбеҙ. Позитив негатив булғаны өсөн генә ыңғай күренеш булып иҫәпләнә.

В

Негативтан ҡотолоп булмаған һымаҡ, уны инҡар итә лә алмайбыҙ. Юҡҡа ғына Әҙәм менән Һауаны ергә һөргән саҡта Хоҙай уларҙың артынан Иблисте эйәртеп ебәрмәгән. Әгәр ҙә Иблис уларҙы туҡтауһыҙ башҡа ҡиммәттәргә әүрәтеп-ымһындырып, баштарын бутап тормаһа, улар ойорҙар һәм үҫеш туҡталып ҡалыр ине. Был йәһәттән Урал батыр менән Шүлгән ҡапма-ҡаршылығы һәр дәүер өсөн дә үрнәк булырлыҡ. "Полярлыҡ" тигән шиғырым ошо хаҡта:

Бер ҡараһаң, көлөрлөк тә,
Бер ҡараһаң - иларлыҡ.
Донъя ҡапма-ҡаршылыҡлы,
Ә фәндә ул - полярлыҡ.
Кешелекте һәләкәттән
Ҡотҡарған Урал батыр.
Шүлгән уның үҙ ағаһы,-
Киткән бит һулға тартып.
Яуызлыҡ та, изгелек тә
Икеһе лә бер туған.
Урал башҡорт булған һымаҡ,
Шүлгән дә башҡорт булған.
Әсәнән бит алаһы ла,
Ҡолаһы ла тыуалыр.
Төн булғанға көн-көн, тиеп
Аталалыр – шуғалыр...
Ошо хәлде аңлағас та,
Нимәләр һуң тиергә?
Ҡала үҙебеҙҙә булған
Шүлгәнлекте еңергә.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 318

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru