«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪТӘ ҠАЛҒАН ЯҢЫ ЙЫЛ
+  - 

Беҙ Ғафури районының Родина ауылында, хәҙер үҙебеҙҙең телебеҙҙә Ватан тип йөрөтәбеҙ, йәшәйбеҙ. Бында йәшәүебеҙгә инде 44 йыл. Родина совхозы көслө ваҡыттарҙа клубыбыҙ бар ине, Яңы йыл һәм башҡа байрамдар ҙа гөрләп үтә ине. Замананың ҡаты дауылынан бөтә республикаға данлы агрофирмабыҙ ҙа емерелде. Клуб ремонтҡа ябылғайны, ул да шул емерек көйөнсә әлегәсә ауыл уртаһында ултыра. Эшселәрҙең ғүмер буйы бергәләп йыйған байлығы, барлыҡ техника, ферма һәм гараж биналары бөтә йыһаздары менән олигархтар ҡулына күсте.

Был 2010-2011 йылдар ине. Эшһеҙ тороп ҡалған халыҡ өйҙәренә бикләнде. Башҡа ерҙә байрамдар, Яңы йыл үткәрәләр, ә беҙҙә юҡ, сөнки клубыбыҙ юҡ, көтөүсе-маҙар һайлар, башҡа йомоштарҙы йомошлар өсөн дә урамда йыйылабыҙ. 7 йыл тирәһе шулай дауам итте. Халыҡ байрамдарҙы онотто. Бына шул хужаһыҙлыҡ хөкөм һөргән 2013 йылда мине ауыл халҡы, ай-вайыма ҡарамай, староста итеп һайлап ҡуйҙы. Тәүге бер-ике айҙа нишләргә белмәйерәк йөрөһәм дә, бер ваҡыт минең башыма шәп уй килеп төштө бит, әй! Мин бит ауылдаштарым өсөн ниҙәрҙер эшләй алам!
Иң тәүҙә мин ауыл уртаһына бәләкәс кенә павильон ҡуйҙырҙым, унда ауыл халҡы үҙенең шәхси хужалығынан артҡан әйберҙәрен сығарып һата башланы. Бына ҡыш та килде, Яңы йылға ла күп ҡалманы. Ә минең ауылдаштарыма байрам яһағым килә. Күптән Яңы йыл байрамын күргән юҡ та инде! Был хаҡта әүҙем генә ауылдаштарым менән һөйләштем, улар ҙа минең уйымды хупланы. Тик барлыҡ биналарыбыҙ яңы хужалар ҡулында. Бәлки, улар менән һөйләшеп килешеп булыр? Киттем Хәсәнгә, ашханаға кирбестән төкөтөп эшләнгән иркен төкәтмәне һорарға. Минең башымда, Хәсән үтенесемде кире ҡағыр, тигән уй саҡ ҡына ла юҡ. Ә Хәсән: "Был бина элек һеҙҙеке ине, хәҙер минеке", - тип көлә. "Һин бит ошо ауылда эшләйһең, тимәк, халыҡҡа ярҙам итергә тейешһең", - тип ныҡышам. "Аҡса түләгеҙ", - тип ҡыйыша ул да. Уртаҡ фекергә килә алмай, кире боролоп ҡайтып киттем. Әҙерәк намыҫы уяндымы икән, иртәгәһенә был мине үҙе саҡыртып, ашхана төкәтмәһендә Яңы йыл уҙғарырға рөхсәт итте. Силсәүит рәйесе Әмир Хисаметдинов шыршы алып килде, Ҡыш бабайын да таптыҡ, Ҡарһылыуын да. Һәм нисәмә йыл байрамдар күрмәгән ауыл халҡы менән ололар ҙа, балалар ҙа бергәләп беҙ 2014 йылды ҡаршы алдыҡ! Был Яңы йыл байрамы беҙҙең бөтә ауыл халҡының иҫендә ҡалды.
Бына 2014 йыл башланды. Беҙгә кисекмәҫтән клуб кәрәк, тигән талап әлеге Яңы йыл кисәһендә үк бөрөләнгәйне. Ауылдың бер нисә әүҙем кешеһе менән Мәҙәниәт министрлығына хат яҙҙыҡ. Яуап оҙаҡ көттөрмәне, аҡса юҡ, бер тин дә бүлә алмайбыҙ, тиелгәйне унда. Ярар. Ә беҙгә бит клуб кәрәк! Минең башыма тағы бер бик шәп уй килде. Беҙҙең элекке 2 ҡатлы совхоз контораһы бинаһының 2-се ҡаты буш тора бит, ә унда иркен зал бар. Шул 2-се ҡатты клуб итеп юлларға кәрәк! Мин район хакимиәте юлын тапай башланым. Ғафури районы хакимиәте етәксеһе булып ул саҡта Рәмил Зәкәриә улы Бохаров эшләй ине. Районға был 2-се ҡатты Хәсәндән һалдырып алыу еңел булманы, ике суд аша үтеп, ниһайәт, йыл аҙағына табан Рәмил Зәкәриә улы: "Халыҡҡа әйт, контора бинаһының 2-се ҡаты һеҙгә клуб итеп бирелә", - тине. Был ноябрь айы ине. Оҙаҡламай Әсәйҙәр көнө етә, байрам үткәрергә урын бар хәҙер! Тик был бина футбол яланы шикелле яп-яланғас ине. Бар йыһаздар юҡҡа сыҡҡан. Оҙаҡ бошонманыҡ, беҙҙең хәҙер йыйылырға урын бар, шуныһына һөйөндөк. Һәм беҙ төрлө милләтле ауыл халҡы менән бергә йыйылып, иҙәнгә ашъяулыҡ йәйеп, ризыҡтар теҙеп, самауыр борҡоратып, башҡортса ла, урыҫса ла йырҙар йырлап, бейеп, Әсәйҙәр байрамын үткәрҙек. Әлдә район мәсете иҙәнгә түшәргә элек беҙ үҙебеҙ уларға бүләк иткән балаҫтарҙы бирҙе. Район үҙәгенән "Хазина" төркөмөн ҡунаҡҡа ла саҡырҙыҡ әле беҙ сәхнәһеҙ, ҡоро ялан клубыбыҙға. Аҙаҡ силсәүитебеҙ Әмир Ғәйнетдин улы клубҡа 3 метр оҙонлоғондағы ике өҫтәл һәм дүрт эскәмйә эшләтеп бирҙе. Улар әлеге көндә лә беҙгә ҡунаҡ йыйған саҡтарҙа тоғро хеҙмәт итә.
Бынан һуң беҙ барлыҡ байрамдарҙы ла йыйылып, үҙ клубыбыҙҙа ҡаршылай башланыҡ, йыйылышып сәй эсеүҙәр ҙә үткәрҙек. Тәүҙәрәк йыйылыу тураһында иғлан яҙғанда мин "Өйҙән килтерелгән күстәнәстәр менән сәй эсәбеҙ", тип иҫкәртә торғайным. Яйлап, иҫкәртмәйенсә лә клубыбыҙға күстәнәстәре менән йөрөргә өйрәнде халыҡ. Беҙгә бит бер тин дә аҡса биргән кеше юҡ.
Ә 2017 йылда беҙгә клубтың 1-се ҡатын да бирҙе Рәмил Зәкәриә улы. Сөнки анһат ҡына халыҡ байлығына хужа булған, ситтән килгән, ауыл өсөн бер ярҙамы ла булмаған олигархтар үҙҙәре үк табан ялтырата башланы. Был юлы иһә уларға 1-се ҡаттағы йыһаздарҙың барыһын да алып китергә ирек ҡуйманыҡ, бинаның йоҙағын алыштырып, унда үҙебеҙ хужа булдыҡ.
Бынан һуң да иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп булды. Яҙһаң, үҙе бер китап булырлыҡ. Ауыл халҡынан аҡса йыйып, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелискыны ла районда беренсе булып Еңеүҙең 70 йыллығына беҙ, Родина -Ватан ауылында астыҡ. Аҙаҡ беҙҙең башланғысҡа районда бик күптәр эйәрҙе. Ауыл халҡынан китап йыйып, йәмәғәт китапханаһы астыҡ. Ул ике йыл эшләгәс, уның нигеҙендә китапхана асылды. Клуб бинаһы ике ҡатлы булғас, унда медпунктҡа ла, элемтә бүлексәһенә лә урын табылды. Хәҙер инде беҙҙең клубыбыҙ гөрләп тора!

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Ғафури районы Родина-Ватан ауылы старостаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 548

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru