Башҡорт теле көнөндә Өфөлә "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Проект һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙең исемдәре билдәле булды һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Еңеүселәр "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар кейеме", "Башҡорт милли биҙәүестәре" һәм "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары" номинацияларында билдәләнде. Бынан тыш, социаль селтәрҙә "Тамға" халыҡ-ара конкурсы төркөмөндә ойошторолған тауыш биреү йомғаҡтары буйынса финалсылар араһында "Тамашасылар һөйөүе призы" номинацияһында еңеүсе иғлан ителде. "
- 2020 йылда конкурс эштәре араһында стилләштерелгән, сәхнә костюмдары күберәк булһа, быйыл "Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция" һәм "Балалар кейеме" номинацияларында күберәк эштәр алдыҡ. Был - оҫталарҙың, былтырғы лауреаттарҙың әүҙем эше һөҙөмтәһе. Йыл дауамында республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт милли кейемен һәм уларҙың элементтарын тегеү буйынса бик күп оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, - тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.
Жюри ағзалары Артур Батыршиндың "Башҡорт милли кейеме - реконструкция" номинацияһындағы эшен юғары баһаланы. Ул билдәле фотограф Сергей Михайлович Прокудин-Горскийҙың 1910 йылдың йәйендә Ҡатаутамаҡ эргәһендә төшөрөп алған "Башкиръ стрелочникъ" фотоһүрәтенән кейем-һалым һәм элементтар реконструкцияһын тәҡдим итте. Фотола традицион ҡара сәкмән, киң ыштан, сабата һәм кейеҙ ҡалпаҡ кейгән башҡорт һүрәтләнгән.
- Мин "Киске Өфө" гәзите редакцияһында эшләйем, "Мәргән уҡсы" хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашам. Башта тәүсығанаҡты ентекләп өйрәндем. Фото сифаты яҡшы булғас, унда бар әйберҙәр асыҡ күренә. Башҡорттарҙың тәүге төҫлө фотоһүрәттәренең береһе булыуы менән дә был сығанаҡ бик мөһим. Негативы Америка Ҡушма Штаттары Конгресы китапханаһында һаҡлана. Сәкмәнде тормош иптәшем Алһыу менән етен туҡыманан тектек, ул да башҡорт милли кейемдәрен реконструкциялау менән шөғөлләнә. Бөтә элементтарҙы ла тап килтерергә тырыштыҡ. Тимер юл хеҙмәткәре аксессуарҙары араһында фонарь, сигнал флагтары, борғо бар, уларҙы ла күрһәттек, - ти Артур Батыршин.
Шулай итеп, "Балалар кейеме" номинацияһында еңеүселәр: Иҫәкәева Зәлиә (Силәбе өлкәһе) һәм Ҡурамшина Гөлназ (Мәскәү); Искәндәрова Гүзәл (Ҡырмыҫҡалы районы), Насирова Зөлфиә (Өфө).
"Заманса автор костюмы" номинацияһында еңеүселәр: Тажетдинова Гөлнара (Сибай) һәм Краснова Зөлфиә (Туймазы районы); Исхаҡова Альбина (Өфө), Лякина Констанция һәм Моталова Айгөл (Өфө); Юлдашбаева Роза (Өфө).
"Башҡорт милли биҙәүестәре" номинацияһында еңеүселәр: Махнёва-Метусова Мария (Өфө); Әбсәләмов Ришат (Өфө); Шахаев Марат (Өфө).
"Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция" номинацияһында еңеүселәр: Шәйәхмәтов Илдар (Өфө), Хөсәйенова Гөлсөм (Өфө) һәм Аҡбулатова Дилара (Өфө); Вәлиева Ғәбиҙә (Өфө), Дәүләтова Хәмдиә (Ғафури районы) һәм Әхтәмова Сәйҙә (Балаҡатай районы); Батыршин Артур (Өфө) һәм Ғәлиуллина Айгөл (Өфө).
Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|