«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РОБОТТАН ҠАЛЫШМАҪҠА...
+  - 

Рэймонд Курцвейл - билдәле Америка ғалимы һәм футуролог. Ул үҙенең фән, техника, яһалма интеллект һәм кеше ғүмерен оҙайтыу өлкәһендәге тормошҡа ашыусан күрәҙәләре менән дан алған. Мәҫәлән, 1980 йылдарҙа Интернет селтәре барлыҡҡа киләсәген, 1996 йылда шахмат буйынса донъя чемпионы компьютерҙан еңеләсәген, 2000 йылдарҙа ДНК шифрҙары серҙәре асыласағын алдан әйтә. Рэй Курцвейл 1999 йылда АҠШ президенты Билл Клинтон ҡулынан технология өлкәһендәге иң оло бүләк - Технологиялар милли медален ала. Бынан тыш, уны Американың өс президенты ун ике докторлыҡ дәрәжәһе һәм хөрмәт билдәләренә лайыҡ тип таба. Күптән түгел Рэй Курцвейл Мәскәүҙә үткәрелгән "Глобаль киләсәк 2045" Халыҡ-ара конгресында ҡатнашҡан һәм тормошобоҙҙоң ҡайҙа тәгәрәүе хаҡында һөйләгән.
Футуролог киләһе йөҙ йыллыҡта кешелек 100 йылға түгел, 20 мең йылға алға китәсәк, тип раҫлай. "Прогресс тиҙлеге йылдан-йыл арта бара. Бер нисә йыл эсендә генә беҙ техника, бәйләнеш, геномдарҙы өйрәнеү буйынса күпме алға киттек. Мәҫәлән, ДНК шифрҙарын асып бөтөү өсөн ун меңләп йыл кәрәк буласаҡ, тип фаразлана ине. Әммә эш ун йыл тирәһе ваҡыт эсендә атҡарылды", - ти Рэй Курцвейл. Ысынлап та, бөгөн ҡулыбыҙҙағы смартфон ярҙамында беҙ бөтә төр мәғлүмәттәрҙе белә алабыҙ. Күп белеү тормошобоҙға яңы һәм юғары технологияларҙы индереүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, Рэй Курцвейл техник прогресс тиҙлеге йыл да арта барасаҡ, тип фаразлай: "Уйлап ҡарағыҙ: XV быуатта Иоганн Гутенберг китап баҫыу станогы уйлап тапҡан. Ул киң ҡулланыла башлаһын өсөн 400 йыл ваҡыт талап ителгән. Ә бына АҠШ, Европа, Рәсәйҙә стационар телефонды уйлап сығарыу һәм киң ҡуллана башлауҙың арауығы 50 йыл ғына тәшкил иткән. Кәрәҙле телефондыҡы - 7 йыл. Социаль селтәрҙәрҙеке - 3 йыл. Компьютер техникаһы ла 11 ай һайын яңырып тора. Әлеге ваҡытта минең кеҫәмдә ятҡан смартфон ҡырҡ йыл элек университетта уҡыған сағымда ҡулланған компьютерыма ҡарағанда бер нисә миллиард тапҡыр көслөрәк. Егерме биш йылдан ул йөҙ мең тапҡыр бәләкәйерәк һәм миллиардтар тапҡыр көслөрәк буласаҡ. Бынан тыш, ул кеше тәненә берләштерелгән буласаҡ. Былар фантазия түгел, ысынбарлыҡ", - ти футуролог. Беҙ үҙен-үҙе етештерә алыусы нанотехнологик механизмдар барлыҡҡа килеренә ышанмайбыҙ. Был өлкәләге асыштар бөгөн ниндәй тиҙлек менән үҫешеүен иҫәпкә алғанда, уны күреп өлгөрмәүебеҙ ҙә ихтимал. Әммә Р.Курцвейлдың иҫәпләп сығарыуҙары буйынса техник прогресс темптары ун йыл һайын ике тапҡырға шәбәйә бара. Йөҙ йыллыҡ үҫеш юлын кешелек 25 йыл эсендә үтеп сығасаҡ. Киләһе ун йыл үҙ эсенә егерме йылды, унан һуңғыһы ҡырҡ йылды алып торасаҡ. Шунлыҡтан, XXI быуат егерме меңләп прогресс темпына торошло буласаҡ. Бынан тыш, ғалим фекеренсә, бер йылдан барлыҡ информацион технологияларҙы ярты хаҡ түләп аласаҡбыҙ.
Рэй Курцвейл кеше ғүмеренең оҙайлығы ла шәп темптар менән үҫә барыуын билдәләй. XVIII быуатта ул йылына бер нисә көнгә арта барған, ә XIX быуатта - бер нисә аҙнаға. Хәҙер кеше ғүмере йылына яҡынса 120 көнгә оҙайып бара. Гендар, клонлау, дарыуҙар етештереү, биотехнологик үҙгәртеүҙәр кеүек төрлө асыштарҙы күҙ уңында тотҡанда, ун йылдан кеше ғүмере йылына бер йылға оҙаясаҡ. Ҡартайыу процесын иһә, наномедицина, биотехнология, гендар инженерияһы кеүек юғары технологиялар ярҙамында еңәсәкбеҙ. Смартфондың программаһын үҙгәрткән кеүек, үҙ геномыбыҙҙы тиҙ генә үҙгәртеп тора, үҙебеҙгә яңы программа һалып, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлана аласаҡбыҙ. Шулай уҡ, XXI быуаттың беренсе яртыһында молекуляр роботтар уйлап табылыуы көтөлә, улар кеше организмында йәшәйәсәк һәм ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймаясаҡ. "Шулай итеп, әгәр ҙә ун йыл тирәһе йәшәп өлгөрһәгеҙ, күпме теләйһең, шунса йәшәү мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ", - тип иҫәпләй Рэй Курцвейл.
Етештереү өлкәһендә лә бик ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Эшләү өсөн кешегә мотлаҡ бер географик нөктәгә бәйле булыу кәрәкмәйәсәк, тулыһынса киберкиңлектә эшләйәсәкбеҙ. Матди милеккә ҡарағанда, интеллектуаль милек етештереү өҫтөн торасаҡ. Шулай уҡ 2040 йыл кешеләре үҙ-ара бик тығыҙ бәйләнгән биологик һәм электрон фекерләүҙе берләштереүсе гибрид булыуы бар. Сөнки кешенең биологик фекерләү тиҙлеге билдәле: кеше бер секунд эсендә 1026 иҫәп сығара ала. Был һан ҡапыл ғына бер нисек тә үҫеп китергә уйламай. Әммә техника интеллектының мөмкинлектәре арта бара. Иҫәпләүҙәр буйынса 2050 йылға 1000 доллар торған компьютер бер миллиард кеше мейеһенә торошло буласаҡ. Шуның өсөн дә XXI быуат урталарында кеше мейеһе һәм машина интеллекты үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш тотасаҡ.

Шулай итеп...
Нанотехнологиялар үҫешкән, кешеләр өсөн барлыҡ эштәрҙе лә роботтар башҡарған заманға тиклем йәшәргә күп тә ҡалмаған, Рэймонд Курцвейл фекеренсә. Был осорҙа кешеләргә күп уйларға, күп белергә кәрәк буласаҡ. Кеше хайуандарҙан фекерләү ҡеүәһе менән айырылып торған кеүек, роботтарҙан да шул үҙенсәлеге менән айырылып торор, моғайын. Тимәк, нәҡ фекерләй белеү генә беҙҙе мәғлүмәт биреүсе смартфондан айырып торасаҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru