«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘСӘ КЕЙЕНӘЙЕК!
+  - 

Фани донъянан арыныу йолаһын (саньяса) үтәү өсөн Һиндостанда йәшәүсе изге йәнгә бар донъянан кешеләр йыйылған, ти. Шунда изге кеше: "Мин һеҙгә саньяса бирәсәкмен, тик артабан һеҙ айырым бер төр кейем генә кейергә тейеш буласаҡһығыҙ", - тигән. "Ни өсөн? Беҙҙең эске булмышыбыҙ үҙгәрһә, тышҡы ҡиәфәтебеҙ ниндәй булһа ла ярамаймы ни?" - тип һораған халыҡ. "Эске һәм тышҡы донъяның бер ниндәй ҙә айырмаһы юҡ. Тыштағы - эстә, эстәге - тышта", - тип яуаплаған изге кеше.

Аҡыллыға - ишара, ти халыҡ. Бөгөн беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ генә түгел, эске донъябыҙ ҙа үҙгәрә, күңелебеҙҙе ситтәргә хас ҡиммәттәр баҫа бара. Бына шуның өсөн дә "Әйҙәгеҙ, башҡортса кейенәйек!" тип өндәшәбеҙ һиңә, ҡәҙерле уҡыусым. Һүҙ, әлбиттә, тулыһынса милли кейемгә күсеү тураһында бармай. Бик күптәр милли элементтар булған көндәлек кейемдәрҙе кейергә теләк белдерһә лә, әлегә баш ҡалала бындай хеҙмәт күрһәтеүсе тегеү ательелары юҡ кимәлендә. Шулай ҙа арабыҙҙа кейеменә сағыу ғына берәй милли элемент өҫтәп ебәреп, ябай ғына күлдәген бынамын тигән сәнғәт өлгөһөнә әүерелдереүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ишәйә бара. Уларҙың береһе - Өфө ҡалаһында йәшәүсе Альбина апай Исхаҡова шулай ти: - Милли кейемде ни тиклем генә яратһам да, йәшерәк, балалар үҫтергән саҡта уның ниндәйҙер өлөштәрен көндәлек кейемдәр менән бергә кейергә мөмкин икәнлеген уйлап еткермәгәнмен. Баҡтиһәң, кеше араһына милли кейем кейеп сығыу өсөн дә рухи яҡтан өлгөрөп етергә кәрәк икән.
Ҡиәфәткә милли колорит өҫтәү өсөн күп тә кәрәкмәй. Мәҫәлән, көмөш беләҙек тағыу ҙа етә. Көмөш беләҙек таҡҡан башҡорт ҡыҙы әхлаҡһыҙ ҡыланмаясаҡ, сөнки ул үҙенә генә түгел, бөтөн башҡорт халҡына тап төшөрәсәген яҡшы аңлай. Тимәк, биҙәүес тә оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә була ала. Етмәһә, хәҙер теләгән кешегә бындай биҙәүестәрҙе ҡайҙан һатып алырға, тип аптырап ултырырға түгел. Һәр ювелир кибетендә ярым ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән алҡалар, йөҙөктәр һатыла. Учалы һөнәрселәре бигерәк зауыҡлы сулпылар, беләҙектәр яһай, һатып ал да, рәхәтләнеп тағып йөрө! Әйҙә, бар донъя үҙеңә лә, милләтеңә лә хөрмәт менән баҡһын. Бер-беребеҙгә көмөш беләҙек бүләк итеүҙе лә ғәҙәткә индерәйек, етмәһә, был металдың организм өсөн файҙаһы ла күптән асыҡланған.
Борон-борондан әллә ниндәй ҡиммәтле тиреле йәнлектәр төйәк иткән Уралда йәшәгән халҡыбыҙҙың һунарсылыҡ итеп, ҡама тундар ғына кейеп йөрөүен, үҙебеҙҙең ниндәй затлы һәм зауыҡлы заттан икәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек тә, кейемебеҙгә ниндәй ҙә булһа милли элемент өҫтәп ебәрәйек, гүзәл заттар! Нимә генә тимә, эске һәм тышҡы донъяның бер ниндәй ҙә айырмаһы юҡ, тыштағы - эстә, эстәге - тышта.

Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 368

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru