«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАҠТАРЫМ – БҮЛӘККӘ
+  - 

Шундай ваҡытта йәшәйбеҙ, магазиндағы хаҡтар артынан ҡыуып етеп тә булмай. Шуға күрә, һәр кем төп эш урынында алған эш хаҡынан тыш, тағы ла килем алыу юлдарын эҙләй. Мин дә улар рәтендә. Гәзит уҡыусыларына үҙемдең аҡса килтереүсе шөғөлөм тураһында яҙып үтмәксемен, бәлки, берәйһенең күҙенә салынып, файҙа килтерер.

Мин һәләк ҡул эше менән булырға яратам. Көн һайын ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнмәһәм, күңелем булмай. Шуға күрә нәҡ ошо өлкәне һайлап, шөғөлөмдө файҙалы һәм килемле итеү яйын таптым. Оҙаҡламай Яңы йыл етә. Һәр кем туған-тыумасаһын, дуҫтарын һәм коллегаларын бәләкәй генә булһа ла бүләк менән һөйөндөрөргә теләй. Ул бүләк матур, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле һәм артыҡ ҡиммәт тә булмаһын, тигән принцип тәүге урында тора күптәрҙең алдында. Мин нәҡ ошондай талаптарға тап килгән бүләктәр әҙерләйем.
Һөнәрҙәр күп төрлө хәҙер. Төрлө өлкәлә эшләүселәрҙең, ғәҙәттә, үҙҙәренә генә хас билдәләре менән айырылып торған махсус кейемдәре, билдәләре була. Мәҫәлән, банкта эшләүсе гүзәл заттар аҡ блузкала, ҡара итәктә һәм галстуктарҙа була. Медицина өлкәһендә эшләүселәрҙең үҙҙәренең махсус кейеме. Тимер юлы менән бәйле хеҙмәткәрҙәрҙең дә барыһынан да айырылып торған үҙ формаһы бар. Һәм ошондай төрлө-төрлө һөнәр эйәләре бихисап. Мин ошо үҙенсәлекте күҙ уңында тотоп, ҡурсаҡтар эшләп һатыуға сығарам. Бындай бүләктәр һәр кемдең күңеленә хуш килә, сөнки ул нәҡ уға тәғәйенләнеп эшләнеүен күрһәтеп тора.
Эште былай башланым. Тәүҙә ҡағыҙға төрлө һөнәр эйәләрен сағылдырған ҡурсаҡтар эшләнем дә, уларҙың фотоһүрәтен ватсап аша дуҫтарыма, таныштарға, интернет селтәрендәге төрлө төркөмдәргә үҙ хеҙмәтемде тәҡдим итеп ебәрҙем. Яйлы ваҡытҡа тура килдем, 8 март алдынан ғына иғландар таратып сыҡҡан инем, "байрамға өлгөртөргә", тигән фарман менән 10 ҡурсаҡҡа заказ килеп тә төштө. Шулай, тәүге ҡурсаҡтарымды медицина хеҙмәткәрҙәре итеп "кейендереп", тәғәйен ваҡытҡа өлгөрттөм. Заказ биреүсегә ифрат оҡшаны эшем һәм хәҙер ул минең даими ҡулланыусым.
Тәүге партияны тиҙ өлгөртөргә кәрәк булғас, интернет селтәренән уртаса ҙурлыҡтағы ҡурсаҡтарҙы яҙҙыртып алып, уларға кейем генә тегеп бирҙем. Улай, тәбиғи, эшемдең килеме әллә ни ҙур булманы. Шуға күрә хәҙер сепрәктән ҡурсаҡтарҙы үҙем тегеп, уларҙы кейендереп бирәм. Былай иткәндә, эшемдән ярайһы ғына килем алам. Ҡурсаҡтарҙы нимәнән, нисек тегергә өйрәткән, хатта тейешле ҙурлығын күрһәтеп, һәр нескәлеген төшөндөрөп яҙылған махсус һыҙмалар ҙа интернет киңлегендә етерлек. Һайлап алырға ғына ҡала.
Хаҡтарға килгәндә, улар төрлөсә - заказдың эшләнеү ваҡытына, ҡурсаҡтарҙың ҙурлығына, ҡатмарлығына һәм башҡа сәбәптәргә бәйле. Һәр кем үҙенең эшенә хаҡты үҙе ҡуя. Минең эштәрем 500 һумдан башлана. Бөгөнгө көнгә табип, полиция хеҙмәткәре, балыҡсы, умартасы һәм башҡа төрлө ҡурсаҡтар эшләп һаттым. Улар хужалары күңеленә хуш килгәндер, тип ышанам. Оҫта ҡуллыларҙы миңә ҡушылырға саҡырам. Шөғөлөгөҙ килем килтереп ҡыуандырһын.

Гөлгөнә ИСКӘНДӘРОВА.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 563

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru