«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МОНАФИҠТЫ НИСЕК АЙЫРЫРҒА, ЙӘКИ ӘҘӘМ БАЛАҺЫНА ИҢ ӘҮӘЛ НИМӘ КӘРӘК?
+  - 


Сираттағы мәҡәләләренең береһендә Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай гәзит уҡыусыларға: "Хаҡ мосолман менән монафиҡты нисек айырырға? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?" - тигән һорау ҡуйған ине. Әҙип ифрат та етди теманы күтәргән. Был төшөнсәнең башлыса динебеҙгә ҡағылыуы өсөн дә һорау тап ана шулай ҡуйылған.

Монафиҡ - тамыры "нифәҡ" (лицемерие) булған ғәрәп һүҙе ул. Башҡортса әйткәндә, ике йөҙлө кеше. Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән дәүләттәрҙә күпселекте тәшкил иткән мосолмандарҙың ризаһыҙлығынан ҡурҡып, улар араһында үҙен иманлы итеп күрһәтергә тырышҡан, әммә йөрәге менән хаҡ дингә ҡарата бөтөнләйгә ғәмһеҙ (хатта ҡаршы) булған кешеләрҙе шулай тип атайҙар. Мосолмандарға ҡушылған фарыз ғәмәлдәрҙе үтәүҙе инҡар иткәндәре өсөн иманһыҙға һанап, ҡыйырһытмаһындар тип, улар ана шундай тормош алып барырға мәжбүр. Әммә монафиҡты хаҡ мосолмандан айырып алыу мөмкин дә түгел тип әйтерлек. Ундайҙарҙың ике йөҙлөлөгөн тик Аллаһ Тәғәлә генә белә. Ундайҙарҙың башҡа кешеләр күрһен өсөн йәмәғәт намаҙҙарын да дөрөҫ кенә итеп үтәп йөрөүҙәре, башҡалар күрерлек итеп саҙаҡалар биреүе, хатта хаж ҡылыуҙары ла ихтимал. Ә инде үҙҙәре генә ҡалғанда улар бөтөнләйгә икенсегә әйләнә. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән-Кәримдә әйтә: "…Һәм улар иман килтергән кешеләргә осраған саҡта: "Беҙ иман килтерҙек", - тиҙәр. Ә үҙҙәре шайтандары менән генә ҡалһалар: "Беҙ бит һеҙҙең менән, беҙ уларҙан мыҫҡыллап көләбеҙ генә бит", - тиҙәр. Аллаһ уларҙың үҙҙәренән көлөр һәм уларҙың һуҡыр хәлдә ҡаңғырып йөрөгән аҙашыуҙарын арттырыр!" (Әл-Бәҡара сүрәһе, 14,15 аяттар). Аллаһ китабында монафиҡтар хаҡында башҡа аяттар ҙа күп. Ә инде шәриғәттән башҡа ҡанундар хөкөм һөргән илдәрҙә Аллаһ Тәғәләгә ышанмаған, йә Уға буйһонорға теләмәгәндәргә монафиҡ булыу ҙа кәрәкмәй, йәғни уға мохтажлыҡ та юҡ. Сөнки дингә асыҡтан-асыҡ битараф булып ғүмер итһәләр ҙә, уларға бүтән кешеләр тарафынан хәүеф янамай. Хатта "Мин - атеист, Аллаһҡа бөтөнләйгә ышанмайым", тип ҡысҡырып йөрөгән хәлдә лә…
Ә үҙебеҙҙең илебеҙҙе алып ҡараһаҡ, мин, мәҫәлән, дин тотҡан мосолмандар араһында бер монафиҡ та юҡтыр, тип уйлайым. Уларҙы йома көндәре мәсеткә йөрөргә, ғөмүмән, дин талаптары буйынса йәшәргә бер кем дә мәжбүрләмәй бит. Халыҡ араһында йөрөмәгән хәлдә лә, өйҙәрендә йә ҡырҙа булһынмы, улар динебеҙ ҡанундарын үҙаллы ихлас үтәп, хатта бер генә намаҙын да уҡымай ҡалдырыуҙан ҡурҡа. Шулай уҡ мосолман өсөн фарыз (мотлаҡ) тип ҡушылған ураҙаны ла һис бер сәбәпһеҙ ҡалдырмай улар.
Әммә дин ғәмәлдәрен бөтөнләйгә инҡар иткән, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тик руханиҙар эше тип һанаған кешеләр ҙә арабыҙҙа етерлек. Күпселек: "Намаҙ уҡып, ураҙа тотоп йөрөргә мин мулла түгел дә баһа", йә иһә "Минең гонаһтарым юҡ, ана гонаһлылар уҡыһын", йә булмаһа, "Намаҙ уҡыу миңә бөтөнләйгә кәрәк түгел", тип ифрат тыныс итеп, тураһын әйтә. Күңелендәгеһен йәшермәгән бындай кешене лә ике йөҙлө тип атап булмай. Киң күңелле, ихлас, йомарт, эшһөйәр, көнкүрештә ярҙамсыл булған, әммә дини юҫыҡта бөтөнләй белемһеҙ бындай милләттәштәрҙе тик йәлләргә генә ҡала.
Ә бәғзе берәүҙәр "Һин үҙеңде мосолман тип һанайһың, ә ни өсөн дин тотмайһың, намаҙ уҡымайһың?" тигән һорауға "Уҡыр инем дә, әммә эшем күп, ваҡытым юҡ", йә "Ҡартайғас уҡырмын, әлегә әҙер түгелмен", йә булмаһа, "Өйрәнергә хәтерем насар, хәҙер ҡартайҙым, миңә һуң инде", тигән һымаҡ бихисап һылтау табырға тырыша. Дингә ҡағылышлы һорауҙар менән дә ҡыҙыҡһынмай улар. Тик донъяуи эштәр менән генә мәшғүл булып, дини ғилемгә бына ошондай һалҡын ҡарашлы яҡташтарыма Исламдың асылын бер аҙ аңлатҡанда, бәлки, уларға файҙаһы ла тейер тигән өмөтөмдө бер ҡасан да өҙмәйем, шулай ҙа. Фәҡәт аят мәжлестәренә генә йөрөргә яратҡан милләттәштәремә Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең Аллаһ илсеһе булғанлығын, уның һәр һүҙе тик Раббыбыҙ бойороғо буйынса әйтелгәнен һәм уны үтәү мосолманмын тигән һәммә кешенең бурысы булыуы хаҡында һәр саҡ нәсихәттәр әйтке килә. Төрлө һылтау табып, динебеҙҙе ошо көнгәсә өйрәнмәй ғүмер иткән яҡташтарымдың үҙҙәренә үҙҙәре золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылып йәшәүҙәрен белмәүе йәл. Аллаһ Тәғәлә төшөргән динде халҡына өйрәтеүгә бөтә ғүмерен бағышлаған Бәйғәмбәребеҙ ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) йәшәгән яҡындарына былай тип әйткән сахих хәҙис бар: "Мин төнөн янған усаҡҡа осҡан күбәләктәрҙе уттан ҡыуған һымаҡ, һеҙҙе тамуҡ утына ебәрмәҫкә, унан ҡурсалап, тотоп алып ҡалырға тырышам. Ә һеҙ минән ысҡынып, һаман утҡа ынтылаһығыҙ…"
Бөгөнгө көндә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә ныҡ хыялланып та, әммә намаҙ, доғалар уҡырға мөмкинлеге булмаған бер кеше лә юҡ. Хаҡ динде тотҡан өсөн ҡыҫырыҡлау, ниндәйҙер яза биреү тигән нәмә юҡ бит хәҙер. Ә совет заманын иҫләһәк, дин тотоусы кешеләрҙе асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллаған, уларҙы кәмһеткән, "шыр наҙан" тип һанаған осорҙоң шаһитыбыҙ бит инде күптәребеҙ. Диндарҙарҙы төрмәләргә ябып интектергән, хатта уларҙы үлем язаһына хөкөм иткән дәүер ҙә булған. Дингә ҡаршы әүҙем пропаганда һәм башҡа төр ысулдар менән ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, күпселекте хаҡ диндән тайпылдырырға өлгәшкән беҙҙең партия етәкселәре. Бөтөнләйгә динен белмәгән (хатта бик күптәре атеист булып киткән) әллә нисә быуын үҫеп сыҡты бит инде совет дәүерендә. Иманлы, динле булыу күпселектең аңында тик "үлгәндәргә йылына бер тапҡыр мулланан аят уҡытыуҙан һәм унда тинлектәр өләшеп ултырыуҙан ғына ғибәрәт" булып ҡалды. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Бөгөнгө көнөбөҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә һәр саҡ шөкөр итәм. Раббыбыҙға иман килтереп йәшәргә теләүселәрҙе хөкүмәтебеҙ йәберһетмәй. Бик күптәрҙең битраф булыуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың ниндәйҙер өлөшө әкренләп хаҡ юлға баҫа башлауы һөйөндөрә. Йома көндө бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә мәсеттә осрашып, бер-береһенә яҡты йөҙ менән йылмайып, ҡул бирешеп сәләмләшә. Ә берәй яҡының менән йәнәш тороп намаҙ уҡыуҙары айырыуса оло шатлыҡ. Аҙна һайын Сибай ғибәҙәт йортонда ҡәләмдәшем Радик Өмөтҡужин ҡәрҙәш менән "Әссәләмү ғәләйкүм!" тип ҡосаҡлашып күрешеүемде көтөп алам. Йәш егеттәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ күпләп Исламға килә. Өлкәндәргә ҡарата ихтирам, йылы мөнәсәбәт бөркөлөп тора был йәштәрҙән. Мәсет ишеген асып, үҙҙәренән алда үткәреп тә ебәрәләр. Ҡартыраҡтар бер аҙ ғына яңылыш яҙа баҫып, сайҡалып, йә тайып китеүгә, йәштәр килеп ҡултыҡлап ала һалалар. Намаҙҙан һуң ҡайтырға сыҡҡан олораҡтарға хатта: "Олатай, ултырығыҙ, өйөгөҙгә алып барып ташлайым", - тип, үҙҙәренең машиналарына саҡырыусылар ҙа күп. Яҡташтарыбыҙҙан тыш, Аллаһ йортона ғибәҙәт ҡылырға башҡа халыҡ вәкилдәре, хатта урыҫ милләтенән булғандар ҙа йөрөй. Бына шулай, иманлы йәштәребеҙгә ҡарап һөйөнөп бөтә алмаһам, намаҙға баҫҡан олатайҙарҙың бик аҙ булыуына ныҡ эсем боша. Мәзин аҙан ҡысҡырғас, күп йәштәр йәмәғәт намаҙына ашыҡҡанда, бәғзе ҡарттар йомшаҡ-йомшаҡ баҫып, мәсет яғына боролоп та ҡарамай уҙып китә. Йәл, бик йәл…
Мосолман кеше Ислам диненең биш терәген дә белергә бурыслы: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт с.ғ.с - уның илсеһе, тип шәһитлек биреү, намаҙ уҡыу, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, байлығың етһә, йылына бер тапҡыр зәкәт биреү, хәлеңдән килһә, ғүмереңдә бер мәртәбә хаж ҡылыу. Динебеҙҙең ошо ҡанундарын, үкенескә, күптәр танырға теләмәй. Бәйғәмбәр әйткән ошо һүҙҙәрҙе һөйләй башлаған мосолманды "фанат" тип атап, йә тағы ниндәйҙер берәй ярлыҡ тағып, уға ҡырын ҡарай ҙа башлай бәғзеләр. Сөнки хаҡ дингә килгәндәр һуңғы осор "Күп эсмәгеҙ, тәмәке тартмағыҙ, әҙәпле булығыҙ" тиеүҙән башҡа, динебеҙҙең ана шул иң төп талаптарын да Ҡөрьән-Кәримдән, Бәйғәмбәр с.ғ.с. хәҙистәренән әүҙем өйрәнеп, уларҙы башҡаларға өйрәтергә тырыша (был да хаҡ мосолмандың бурысы). Әммә әҙәм балаһына ниҙер ҡушылһа йә иһә тыйылһа ла, берҙәй оҡшамай шул. Октябрь түңкәрелешенән һуң атеизм тормошона күнегеп өлгөргән күптәр иманға өндәүселәрҙе яратмай. Ана шулайтыуҙары менән үҙҙәренә үҙҙәре оло ғәҙелһеҙлек ҡыла улар… Изге Ҡөрьән-Кәримдә Йәһәннәм утына ташланған кешеләрҙән ут һаҡсыларының: "Һеҙгә өгөтләүсе-иҫкәртеүселәр килмәнеме ни?" - тип һораясаҡтары, ә уларға: "Эйе, беҙгә өгөтләүсе-иҫкәртеүсе килде, әммә беҙ уға ышанманыҡ", тип яуап бирәсәктәре һәм ныҡ үкенәсәктәре хаҡында аяттар бар (Әл-Мүлк (Хакимиәт) сүрәһе, 8-10 аяттар).
Һүҙ аҙағында. Дин өлкәһенән тыш, донъяуи эштәрҙә лә, йәғни, көнкүрешебеҙҙә ике йөҙлө булған әҙәмдәр эргә-тирәбеҙҙә юҡ түгелдер. Алдауҙы, берәй нәмә вәғәҙә итеп тә үтәмәүҙе, үҙенә тапшырылған аманатҡа хыянат ҡылыуҙы ла монафиҡлыҡ билдәләре тип һанаған бит Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 381

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru