«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ КӨСӨҢӘ ЫШАН!
+  - 

Өфөнөң "Арт-квадрат" киңлегендә үҫмерҙәр өсөн "Ышан" мистик сериалының исем туйы үтте. Уның ҡышҡы каникулда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән ете серияһын тамашасылар бик ҡыҙыҡһынып ҡараған.

Сериал хәҙерге үҫмерҙәрҙең проблемаларын күтәрә. Ете серия - башҡорт халыҡ легендаһындағы ете ҡыҙҙың бәләгә тарыған үҫмерҙәргә нисек ярҙам итеүе тураһында ете тарих. "Ышан" сериалының социаль әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Проект балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең туған телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, үҫеп килгән быуындың проблемаларына ата-әсәләр һәм йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсаттарын алған. "Ышан" сериалы балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҙ көсөнә, яҡындарына ышанырға саҡырыуы менән ҡиммәтле, - ти мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. - Был иһә "Тамыр" телеканалының бындай форматтағы икенсе әһәмиәтле проекты. Тәүге "Бирешмә!" сериалында каналдың ижади командаһы йәш тамашасыларҙы бирешмәҫкә саҡырҙы. Яңы фильмдың төп идеяһы ла ошо. Ижади төркөмгә, актерҙарға, балаларға рәхмәт! Артабан да "Тамыр" ошондай кәрәкле сериалдар төшөрһөн тип теләйем".
Шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люциә Юлыева, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов та "Тамыр" командаһына ошондай мөһим һәм көнүҙәк проект өсөн рәхмәттәрен белдерҙе. "Тамыр" телеканалында эшләгән коллегаларымдың уңыштарына ныҡ һөйөнәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда балалар өсөн сифатлы кино контенты аҙ. Әле беҙҙә телевизион кинематограф та үҫешә. Республикала милли Голливуд булдырырлыҡ ҡеүәт бар. Күберәк төшөрөргә, күберәк ижад итергә кәрәк", - тине яңы сериалды юғары баһалап билдәле кинорежиссер Булат Йосопов.
Ошо көндәрҙә "Ышан"дың ете серияһы ла социаль селтәргә һалынасаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru