«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨЛӘРҘӘ ЙЫЛЫ КҮЛ БАР
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә урынлашҡан Йылы күлдең һәм Баландин бульварының тирә-яғын төҙөкләндереү проекты менән танышты.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова проекттың ике этапҡа бүленеүе тураһында һөйләне. Беренсе этапҡа Мушников урамындағы 7/3 һәм 13/8 йорттарынан Йылы күлгә тиклем Баландин бульвары буйындағы территория инә. Бында рөхсәт ителмәгән парковка урынына бер һыҙатлы сквер рәүешендәге йәйәүлеләр юлы, ял урыны, парковка урындары буласаҡ. Тотош биләмәне йәшелләндереү һәм яҡтылыҡ үткәреү, яр буйында төрлө йәштәге балалар өсөн балалар майҙансыҡтары, теннис уйнау урындары, спорт, әүҙем ял майҙансыҡтары, һыу буйында күҙәтеү майҙандарын булдырыу планлаштырыла. Һыу инеү хәүефле булған урындарҙа һыуға төшөү ябыласаҡ. Һыуҙан алыҫтараҡ ҙур булмаған майҙансыҡ - амфитеатр, өҫтәл уйындары өсөн япмалы майҙансыҡ эшләү планлаштырыла. Уның эргәһендә балалар өсөн ҡом майҙансығы һәм воркаут майҙансығы күҙаллана.
Халыҡ менән аралашыу ваҡытында Радий Хәбиров, территорияны төҙөкләндергәндә кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырыу мөһимлеген, ҡарт ағастарҙы киҫеп, улар урынына йәштәрен ултыртыу кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, күлдең тәбиғи асылын һаҡлап ҡалыу зарур. "Миңә проект буйынса фекер алышыуҙа биҫтә халҡының әүҙем ҡатнашыуын һәм уларҙың фекере иҫәпкә алыныуын белеүем мөһим ине. Йылы күл территорияһын төҙөкләндереү эшен киләһе йылда тамамларға ниәтләйбеҙ. Бөгөн Инорс биҫтәһе әүҙем үҫә, быйыл 1 сентябргә беҙ бында республикалағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһен асасаҡбыҙ", - тине Радий Фәрит улы.
Барлыҡ маршруттар, автомобиль юлдары һәм төп майҙансыҡтар яҡтыртыласаҡ. Бәләкәй архитектура формалары заманса нейтраль стиль буйынса һайланған һәм тәбиғи мөхитте тулыландырып торасаҡ. Проект буйынса скверҙа кофе һәм ризыҡтар һатылған павильон ҡуйыу ҙа күҙаллана. Икенсе этапта Баландин бульвары буйлап Йылы күлдең тирә-яғын төҙөкләндереү планлаштырылған. Бында йәшелләндерелгән ял зоналары булған киң тротуар һалынасаҡ. Баландин бульвары менән Мушников урамы сатында реабилитация үҙәге эргәһендә майҙанды һәм скверҙы төҙөкләндереү ҡарала. Күл тирәләй велосепидсылар, йәйәүлеләр өсөн маршруттар, понтон пирстары һәм һыу буйында ял итеү майҙансыҡтары, пикник урындары, эттәрҙе йөрөтөү һәм күнекмәләр үткәреү урыны, пляж территорияһын үҙгәртеп ҡороу тәҡдим ителә.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 390

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru