Юҡ, омикрон ҡорбандары тураһында бармай һүҙ. Дөрөҫ, әлеге мәлдәрҙә күп йөҙлө тажзәхмәт сиренән дә хәүефлерәге юҡ, ә шулай ҙа уның "үксәһенә баҫып" килгән тағы бер үлемесле бәлә һағалай кеше ғүмерҙәрен.
Уҙған ял көндәре генә лә Башҡортостан автоинспекторҙары 600 водителде туҡтатҡан, 71 юл-транспорт ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән. Ә инде яңы башланып ҡына торған йылдың тәүге көндәренән алып 180 юл-транспорт һәләкәтендә бөтәһе 260 кеше һәр төрлө йәрәхәт алһа, 24 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта 24 ғинуарҙа булып үткән оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт министры Александр Булашев хәбәр иткән.
Был, тимәк, көн һайын - бер юл ҡорбаны, тигән һүҙ! Сағыштырыу өсөн 17 ғинуарҙан 23-өнә тиклемге бер аҙнала ғына ла 51 аварияла 6 кеше һәләк булған. Хәйер, былтырғы ошо осор менән сағыштырыу ҙа тыныс юлдар файҙаһына һөйләмәй. Былтыр йыл башынан авариялар һаны әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан (99), юл һәләкәте ҡорбандары, ҡыҙғанысҡа, күбәрәк (33).
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан даими рәүештә тикшереүҙәр, рейдтар үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, ни өсөн юлдарҙа авариялар һәм ҡорбандар һаны кәмемәй? Әлеге шул бер сәбәп: эскән килеш машина йөрөтөүгә баҙнат иткән әҙәмдәр һанының да арта барыуы. Ошо йыл башынан ғына ла юлдарҙа 857 иҫерек йә ҡыҙмаса водитель теркәлгән.
Теркәлгән теркәлеүгә, ә бына уларға ҡарата ниндәй яза саралары күрелгән? Штраф түләп ҡотолғанмы улар? Киләһе осраҡҡа тиклемме? Ә бит ояттарын, намыҫын юғалтҡан бындай әҙәмдәргә ҡаршы ҡәтғирәк, юҡ, уҫалыраҡ яза саралары менән көрәшмәйенсә тороп, улар һаны кәмемәйәсәк икәне билдәле. Ошоға тиклем юғары етәкселек тарафынан яңғыраған сара, әйтәйек, машина йөрөтөүгә таныҡлығын тартып алыу, ҡабатлап тотола икән, иркенән мәхрүм итеүҙән тыш, транспорт сараһын конфискациялауға тиклем яза сараларын ниңә әүҙемерәк ҡулланмаҫҡа? Иҫеректе башынан һыйпау, шелтәләү йәки аҡсалата штраф, юл һәләкәттәренә яңы юлдар ғына аса бит...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|